Мөхәббәт хаҡында (хикәйә)

«Мөхәббәт хаҡында» — урыҫ яҙыусыһы һәм драматургы Антон Павлович Чеховтың 1898 йылда яҙылған хикәйәһе. Был әҫәр әҙиптең «Бәләкәй трилогия»һын тамамлай. «Мөхәббәт хаҡында» тәүге тапҡыр 1898 йылдың авгусында «Русская мысль» журналының 8-се һанында баҫыла.

Мөхәббәт хаҡында
Жанр

Хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1898

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1898

Хикәйә хаҡында

үҙгәртергә

Хикәйә ниәте тураһында тәүге иҫкә алыу Чеховтың 1895 йылдарҙағы яҙыу китаптарында барлыҡҡа килә. Яҙыусы хикәйә өҫтөндә 1898 йылдың йәйендә Мелиховта эшләй. Шул уҡ ваҡытта Чехов «Крыжовник» өҫтөндә лә эшләй: ике хикәйәне лә «Русская мысль» журналының август һанында баҫырға  әҙерләгәндәр.[1] Л. А. Авилова был хикәйәлә Чехов менән үҙенең  мөнәсәбәттәре тарихы сағылған, тип иҫәпләй.

  Бына күпме йыл үтте. Мин сәсем тотош салланған, ҡартайғанмын... Йәшәүе ауыр. Йәшәү ялҡытты. Мин инде йәшәмәйем... Ләкин тағы, тағы ла күберәк яңғыҙлыҡ, тынлыҡ, һиллек яратам. Һәм хыялды. Ә хыял - ул А. П. Һәм шул хыялда беҙ икебеҙ ҙә йәшбеҙ һәм беҙ бергәбеҙ. ...Был дәфтәрҙә мин бик ныҡ сырмалған ебәк йомғағын һүтергә тырыштым: бер мәсьәләне сисергә: беҙ икебеҙ ҙә яраттыҡ микән? Ул? Мин?.. Мин был йомғаҡты һүтә алмайым.[1]
Лидия Авилова
 

Әммә ҡайһы бер тәнҡитселәр Авилованың хәтирәләре артыҡ субъектив, тип һанай.

Трилогияның башҡа хикәйәләре кеүек үк, «Мөхәббәт хаҡында» хикәйәһе тәнҡитселәр тарафынан юғары баһалана. Чехов үҙе тере саҡта  хикәйә болгар теленә тәржемә ителә.

Был хикәйәлә «Бәләкәй трилогия»һы геройҙарының береһе Павел Константинович Алёхиндың мөхәббәт тарихын ишетәбеҙ.

Йәш сағында, институт тамамлағандан һуң, Алёхин атаһынан ҡалған Софьино имениеһында урынлашҡан. Бурыстарын ҡаплау маҡсатында эш эҙләгәндә Алёхин Дмитрий Луганович менән, ә һуңыраҡ уның ҡатыны - Анна Алексеевна менән дә таныша. Алёхин Анна Алексеевна Лугановичты гүзәл, мәрхәмәтле, интеллигентлы ҡатын-ҡыҙ тип ҡабул итә, ул уның матурлығына хайран ҡала һәм бер аҙҙан уға айырым хистәр кисерә. Ваҡыт үтеү менән герой Лугановичтарға бик йыш килә башлай, уларға көн һайын тиерлек инә, әгәр ул килмәй ҡалһа, был хәл Лугановичтарҙың борсолоуын  тыуҙыра. Лугановичтар ғаиләһе Алёхинға һәр саҡ ярҙам иткән, мәҫәлән, ауыр мәлдәрҙә уға бурысҡа аҡса биргәндәр.

Шул уҡ ваҡытта, Алёхин Анна Алексеевна ла уға ҡарата битараф булмағанын аңлай. Ләкин был хәл үҙенең тормошон да, шулай уҡ һөйгән кешеһенең тормошон  да емерәсәген белгәнлектән, икеһенең береһе бер-береһенә ҡарата хистәрен танырға теләмәгән: Анна Алексеевна ире һәм балалары тураһында уйлаған, ә Алёхин  һөйгәненә нимә бирә алырын уйлаған. Август аҙағында Дмитрий балалары менән көнбайыш губерналарҙың береһенә, ә Анна Алексеевна табип тәҡдиме буйынса — Ҡырымға китергә тейеш була. Поезда Алёхин һәм Анна Алексеевна үҙҙәренең бер-береһенә һөйөүен әйтеп бирә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә