Мөслим Хоҙайбирҙин
Мөслим Хоҙайбирҙин — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы[1].
Мөслим Хоҙайбирҙин | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны |
Ҡазан даруғаһы Ҡалтай |
Һөнәр төрө | старшина |
Биографияһы
үҙгәртергәХоҙайбирҙин Мөслим Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Ҡалтай ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы) тыуған. Шул уҡ даруғаның баш мишәр старшинаһы булған.
1735 йылда Ур йылғаһы тамағына Ырымбур экспедицияһы (1734—1744) походында 500 кешенән торған мишәрҙәр отрядына етәкселек иткән.
1736 йылдың апрель—май айҙарында Мөслим Хоҙайбирҙин отряды Яҡуп Чинмурзин менән берлектә Төлкөсура Алдағолов отрядына, июндә капитан Голчин командаһы менән берлектә — Себер даруғаһының Танып улусы Боғҙан ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы) янында баш күтәреүселәргә ҡаршы һуғыша.
Йосоп Арыҡов, Ҡотоҡай, Төлкөсура Алдағолов һәм башҡа баш күтәреүселәр тураһында властарға хәбәр еткереп тора.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[2].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мөслим Хоҙайбирҙин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мөслим Хоҙайбирҙин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мөслим Хоҙайбирҙин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.