Мәмерйә сиркәүҙәре (Иваново)
Ивановола мәмерйә сиркәүҙәре (болг. Ивановски скални църкви, Ивановски манастир) — ҡаяларҙа уйып эшләнгән сиркәүҙәр, хөжрәләр комплексы. Русе ҡалаһынан (Болгария) 21 км көньяҡтараҡ урынлашҡан, Иваново ауылы менән йәнәш, Русенский Лом йылғаһының каньонынан 32 метр бейеклектә ята. 1979 йылда комплекс ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Мәмерйә сиркәүҙәре | |
болг. Ивановски скални църкви | |
Дәүләт | Болгария |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Русенская область[d] |
Урын | Иваново[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан | 171,9 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d][1] һәм (iii)[d][1] |
Мәмерйә сиркәүҙәре (Иваново) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәКомплекста монахтар XIII быуатта күсеп ултыра башлай. Монастырҙың иң үҫешкән ваҡытында унда 40-ҡа яҡын сиркәү һәм яҡынса 300 һөжрә иҫәпләнә. XVII быуаттан һуң монастырҙа кеше йәшәмәй һәм ҡоролмаларының күп өлөшө бөлгөнлөккә төшә.
Мәмерйә сиркәүҙәренән иң һаҡланғандары:
- Господев Дол сиркәүе— фреска һынлы сәнғәте менән биҙәлгән, йәнәш урынлашҡан монах бүлмәләрендә яҙыуҙар табылған, унда болгар батшаһы Иван Тертер ғүиеренең ҡалған өлөшөн ошо монастырҙа үткәргән һәм ошонда ерләнгән тип яҙылған;
- Йәшерен сиркәү — батша Иван Ассен II төҙөгән, ҡулдарына ғибәҙәтхананы тотоп торған уның һүрәте бер фрескны биҙәй;
- «Сиркәү» — батша Иван Александр нигеҙ һала (XIV быуаттың икенсе яртыһында), стеналар библия сюжетына фрескалар менән биҙәлгән, улар боҙолған Ренессанс стилендә башҡарылған;
- Эске сиркәү.
Фрескалар
үҙгәртергәКомплекстың биш сиркәүендә XIII—XIV быуат фрескалары һаҡланған, улар урта быуат болгар стенаға рәсем төшөрөү сәнғәтенең уникаль өлгөһө булып тора. Фрескаларҙа антик йоғонто һиҙелерлек — әүәләү биҙәктәре, колонналарҙың, кариатидаларҙың шәрәм һүрәттәре бар.
-
Иван Александр
Һылтанмалар
үҙгәртергә- На Викискладе есть медиафайлы по теме Пещерные церкви в Иваново
- Пещерные церкви в Иваново на сайте Bulgarian Monastery 2015 йыл 16 август архивланған. (инг.)
- Velmans, Tania. Les Fresques d'Ivanovo et la peinture byzantine à la fin du Moyen Âge. - Journal des savants. 1965, N°1. pp. 358-412