Мәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһында
Мәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһында — нәфис әҙәбиәтә аслыҡ темаһы ижтимағи-тарихи мәсьәлә тип кенә ҡаралмай, ә күбеһенсә был күренештең рухи-шәхси контекста, әхлаҡи-зауыҡ нигеҙҙә кеше халәтенә үҙгәреш кереткәнен аңлата[1].
Мәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһында | |
Атамаһы | «Кеше ашаусылар», «Фәҡирлектә үткән тереклек», «Аслыҡ йыл, йәки Һатлыҡ ҡыҙ», «Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын» һәм «Хәйерсе бала» |
---|---|
Төп тема | массовый голод[d] |
Жанр | шиғриәт һәм публицистический стиль[d] |
Автор | Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы |
М. Ғафуриҙың фәҡирҙәр һәм аслыҡ тураһында әҫәрҙәре
үҙгәртергәБашҡорт әҙәбиәтендә фәҡирлек һәм шуның менән бәйләнгән аслыҡ темаһы ХХ быуатта актуалләшә. 1920-се йылдарҙа М. Ғафури үҙенән элгәре әҙәби традицияларға таянып, бының өсөн органик художество алымдары ҡулланып, аслыҡ темаһының глобаль масштабҡа эйә икәнлеген аса.
Етешһеҙ көн итеү, ғүмер баҡый нужа ҡулсаһында йәшәү М. Ғафури ижадының төп темаларының береһе: уның «Фәҡирлектә үткән тереклек» («Жизнь, прошедшая в нищете», 1904), «Аслыҡ йыл, йәки Һатлыҡ ҡыҙ» («Голодный год, или Проданная девушка», 1906), «Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын» («Бедняки», 1907 йылда яҙыла, айырым китап булып 1909 йылда баҫыла) хикәйәләре һәм повестары, «Бай һәм хеҙмәтсе» (1908), «Йәлләйем» (1909), «Хәйерсе бала» (1909), «Ярлы» (1910), «Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа моңло…» (1912), «Илау!» (1915), «Икмәк!» (1917) һ. б. шиғырҙарында сағылған.
М. Ғафуриҙың «Кеше ашаусылар» («Людоеды», 1922) поэмаһы, «Ас» («Голодный», 1921), «Һулыған гөлдәр» («Увядшие цветы», 1921), «Һуңғы минутта» («В последнюю минуту», 1921), «Илайҙар» («Плачут», 1922), «Һүнделәр» («Погасли», 1922), «Алтын тәре, бәрхет палас» («Золотой крecт, бархатный ковeр», 1922), «Аслык тырнағында» («В когтях голода», 1923 һәм 1928) йыйынтығында туплана[2][3].
Көндәлектәр кеүек яҙылған «Аслыҡ фажиғәләре» публицистик йыйынтығында Мәжит Ғафури Башҡортостандың Тамъян-Ҡатай кантонында булған хәлдәрҙе бәйән итә:
Ундағы әҙәм балаһы күргән фажиғәләрҙе тел менән һөйләп бөтөрлөк түгел! Бөтөн-бөтөн ғаиләләр (был әле аслыҡ йылдың башындағы 1921 йылдың ҡышында булған хәлдәр) аслыҡтан ҡырылалар, бөтөн-бөтөн ғаиләләр һис ҡайҙа бара алмай яланғас көйө өйҙәрендә бикләнеп вәхши халыҡтар кеүек көн күрәләр. Быларҙа он, икмәк тигән нәмәне телгә алған кеше лә юҡ. Развёрстканан ҡалған малдарын ашап бөтөргәндәр ине. Шуның өҫтөнә һаман мәжбүри һалымдар килә. Һис кемдең ай-ваҡына ҡарамайынса һалынған развёрстканы түләп бөтөртәләр. Үҙендә булмағаны һуңғы берәр нәмәһен һатып, шуға әйбер алып түләй. Бик күбеһе ҡыш буйы ағас ҡайырыһы, шуның кеүек нәмәләр ашап килделәр. Күҙ алдарында аслыҡ ғазабы менән яфаланып, балаларының әсе тауыштарын ишетмә, уларҙың тыпырсынып үлеүҙәрен күрмәҫ өсөн ғәзиз балаларын Урал тауҙарының төпһөҙ урмандары араһында аҙаштырып ебәргән кешеләр булғыланы. Хәҙер был меҫкендәрҙең донъяла тороуҙан өмөттәре бөтөнләй өҙөлгән. Быларҙа кеше сифаты бөткән, рух тигән нәмә һүнгән. Был бисаралар хәҙер бөтөнләй хайуан дәрәжәһенә төшөп, нәмә тура килә, шуны ашап, үлем көтәләр. Эш былай барһа, быларҙың ҡырылып бөтөүҙәре бик яҡын ихтимал... Төпһөҙ Урал тауҙарының ҡара урмандары араһында йәшәгән был халыҡтарҙың, ихтимал, тарих биттәрендә исемдәре генә ҡалыр. Быларҙың ауылдары менән ҡәберҙәре араһында айырма юҡ. 1921, 31 май[4] |
1922 йылдың 11 авгусындағы «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзитенең 77-се һанында «Ситкә оҙатылған балаларҙы ҡайтарыу сараларын күрергә ваҡыт түгелме?» исемле мәҡәләһендә Мәжит Ғафури аслыҡ ваҡытында ситкә ебәрелгән балаларҙы ҡайтарыу кәрәклеге тураһында яҙа. 1921—1922 йылдарҙа Өфө губернаһының һәм АБССР-ҙың балалар йорттары барлыҡ ярҙамға мохтаж булғандарҙы ҡабул итә алмағанлыҡтан, 25 мең тирәһе бала уңышы күберәк булған губерналарға эвакуациялана. 1921 йылдың аҙағына Өфө губернаһынан ғына 90 меңдән ашыу бала күсерелә. 1923 йылдағы мәғлүмәт буйынса, Башҡортостандан сит төбәктәргә (Семипалатинск, Новосибирск, Екатеринбург, Барнаул, Гомель, Владивосток, Витебск, Устюг, Тула, Белая Церковь ҡалаларына) 30 мең тирәһе ҡарауһыҙ бала ойошторолған рәүештә оҙатыла. Улар араһында буласаҡ шағир Рәшит Ниғмәти ҙә була. Балаларҙы кире ҡайтарыу эше 1926 йылға саҡлы дауам итә.
Шулай итеп, 1921—1922 йылдарҙағы аслыҡ ваҡытында Мәжит Ғафури ваҡытлы матбуғатта астарға ярҙам итеү һәм ситтә ҡалған балаларҙы ҡайтарыу буйынса мәҡәләләр менән сығыш яһай, йәмәғәтселектең иғтибарын ошо проблемаларға йүнәлтеү буйынса эшләй[5].
Әҫәрҙәренең эстәлеге
үҙгәртергәМәжит Ғафуриҙың яҙған әҫәрҙәрен һәм мәҡәләләрен һанап сығыу ҙа был тема документаль һәм нәфис проза, шиғыр һәм поэма ижад итеүҙә, драматургияла ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә. Һәм эстәлек, формаль мәғәнә яғынан да нәфис әҫәрҙә файҙаланырлыҡ. Уларҙа, художестволыҡ менән бер рәттән һәләкәт тураһында документаль мәғлүмәт тупланған. Уның дөйөм гуманистик масштабы — шәхестең рухи үҙгәреүен, һынылышын анализлау аша асыла. Шуның менән бер рәттән эстәлек аспекты менән тығыҙ бәйләнештә әҫәрҙең стилистика динамикаһында, поэтикаһында үрелгән. Авторҙың төп художество бурысы ысынбарлыҡты дөрөҫ яңынан тыуҙырыуында. Мәжит Ғафури әҫәрҙәрендә шул замандағы тормош күренештәре етерлек киң һәм тәрән алынған. Әҫәрҙәрендәге һүрәтләүҙәр, персонаждарҙың портреты, телмәре аша ҡыҙғаныс картина күҙ алдына баҫа.
Кеше ашаусылар
Әҙәм сифаты юҡ был кәүҙәлә, |
Күренеп тора ауыҙ эстәре. |
Сыбыҡ төҫлө муйын тамырҙары |
Тәнҡит
үҙгәртергәМәжит Ғафуриҙың «Аслыҡ тырнағында» йыйынтығы (1922) һәм уға индерелгән «Кеше ашаусылар» поэмаһы һәм аслыҡ тематикаһын асҡан шиғырҙары әҙәбиәт белгестәре һәм әҙәби тәнҡит иғтибарынан ситтә ҡалманы. Улар тураһында Р. Башкуров, Ф. Ибраһимова, З. Рәмиев һ. б. яҙҙы. Шул осорҙағы барлыҡ әҫәрҙәрҙә һәм Мәжит Ғафури ижадында ла ғалимдар Волга буйындағы аслыҡтың натуралистик картиналары һүрәтләнешен һәм Ғафури шиғриәтендә негатив яғын күрҙеләр. З. Г. Сәләхованың кандидатлыҡ диссертацияһында күҙәтеү предметы булып натурализм, уның төрлө аспекттары тора. М. Ғафуриҙың «Кеше ашаусылар» поэмаһын, татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимовтың «Кешеләр» повесы һымаҡ, тәрән психологизм менән бергә натурализмдың тулы биологик төрө файҙаланылған әҫәр тип дәлилләй.
Яҙыусының публицистикаһы тураһында Ә. Кирәев, Р. Әмиров, Р. Хажиев яҙып сыҡты.
Совет идеологияһы вәкилдәре Мәжит Ғафуриҙы натурализмда ғәйепләүе, хөкүмәт тарафынан ярҙам булдырылыуын тасуирламауы, совет власының сәйәсәтен аңлап еткермәүҙә һәм теманы әҫәрҙә хаталы асыуын тәнҡитләгәнлеге көн кеүек асыҡ[7][8].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Сибагатов Ф. Ш. Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта (проблема поэтики и стиля, сюжетно-композиционне особенности, система образов) / Ф. Ш. Сибагатов. — Уфа: Китап, 2020—280 с.
- Ахметова М. А. Отражение темы голода 1920-х годов в татарской литературе /Автореферат диссертации на соискание учѐной степени кандидата филологических наук. Казань, 2018
- Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов Россиии (к 140-летию со дня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 год) — Уфа: Самрау, 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Голод 1921—1922 гг. в «Малой Башкирии» и его особенности
- https://www.bashedu.ru/sites/default/files/dissovets_files/autoref/avtoreferat_ahmetovoy_m.a..pdf 2018 йыл 20 август архивланған. Ахметова М. А.
Отражение темы голода 1920-х годов в татарской литературе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сибагатов Ф. Ш. Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта (проблема поэтики и стиля, сюжетно-композиционне особенности, система образов) / Ф. Ш. Сибагатов. — Уфа: Китап, 2020—280 с.
- ↑ Голод 1921—1922 гг. в «Малой Башкирии» и его особенности
- ↑ https://www.bashedu.ru/sites/default/files/dissovets_files/autoref/avtoreferat_ahmetovoy_m.a..pdf 2018 йыл 20 август архивланған. Ахметова М. А. Отражение темы голода 1920-х годов в татарской литературе
- ↑ Сибагатов Ф. Ш. Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта (проблема поэтики и стиля, сюжетно-композиционне особенности, система образов) / Ф. Ш. Сибагатов. — Уфа: Китап, 2020 — 280 с.
- ↑ Роль творчества Мажита Гафури в развитии литературы и культуры народов Россиии (к 140-летию со дня рождения первого народного поэта Башкортостана Мажита Гафури): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (г. Уфа, 2020 год) — Уфа: Самрау, 2020.
- ↑ Сибагатов Ф. Ш. Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта (проблема поэтики и стиля, сюжетно-композиционне особенности, система образов) / Ф. Ш. Сибагатов. — Уфа: Китап, 2020—280 с.
- ↑ https://www.bashedu.ru/sites/default/files/dissovets_files/autoref/avtoreferat_ahmetovoy_m.a..pdf 2018 йыл 20 август архивланған. Ахметова М. А. Отражение темы голода 1920-х годов в татарской литературе
- ↑ Поэма «Кеше ашаусылар» («Людоеды») Маджита Гафури в контексте отечественной литературы о голоде 1920-х годов