Мыльцындың килем йорто

Мыльцын килем йорто, шулай уҡ Мыльциндың килем йорто — XIX быуат граждандар архитектураһы ҡомартҡыһы[1] һәм Дондағы Ростов ҡалаһында урынлашҡан мәҙәни мираҫ объекты[2].

Мыльцындың килем йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Мыльцындың килем йорто Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Мәҙәни мираҫ объекты исемлегендәге йорттоң хужаһы — Федор Иванович Мыльцин. Ул иген менән сауҙа итә һәм банк эштәре менән шөғөлләнә. Федор Мыльцин 30 йыл дауамында ҡала йәмәғәт банкында эшләй, күп өлөшөндә директор вазифаһын биләй. Дондағы Ростов ҡалаһында почетлы гражданы исемен йөрөтә һәм шәфҡәтлелек менән шөғөлләнә. 1913 йылда Мыльциндың аҡсаларҙы туҙҙырыуҙа ҡатнашлығы тураһында мәғлүмәт була, шуның менән бәйле ул банк директоры булыуҙан туҡтай[3].

Уның йорто — архитектура ҡомартҡыһы, XIX быуат аҙағында төҙөлә[2]. Мыльцын йорто ҡала тарихи өлөшөнөң үҙәге тип йөрөтөлә, ул тирә-яҡ төҙөлөштәрҙең барлыҡҡа килеүенә ҙур йоғонто яһай[1]. У здания местная категория охраны[2]. Бина алдында урындағы һаҡлау категорияһы. 2001 йылдың 9 ғинуарында сыҡҡан «Урындағы әһәмиәткә эйә булған Мыльцын килем йортоноң территорияһын һәм һаҡлау зонаһын билдәләү» тураһында 2-се һанлы ҡарар менән мәҙәни мираҫ объектының сиктәре һәм һаҡлау зонаһы билдәләнә[4] Дондағы Ростов ҡалаһының мөлкәт-ер мөнәсәбәттәре департаменты 2010 йылдың 12 мартында «Мыльцын килем йортон» муниципалләштереүгә ҡағылған 834-се ҡарар ҡабул итә[5]. Мыльцын йортоноң подвал биналарын реконструкциялағанда ер аҫтына китеүсе күп кимәлле подвалдар табылған. Улар Дондағы Ростовтың үҙәгендәге ер аҫты ҡыуышлыҡтарының өлөшө булыуы мөмкин

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Архитектура стиле Дондағы Ростовта 1917 йылғы революцияға тиклем төҙөлгән айырым йорттарға хас. Беренсе ҡатында сауҙа йорттары урынлашҡан. Йорт эклектиканың неоклассик йүнәлештәге элементтары менән биҙәлгән[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә