Муйыл майы— башҡорт халҡының бик затлы ризыҡтарынан һанала.

Муйыл майы

муйыл майынан әҙерләнгән бәрәмес

кондитер ризыҡтары

Авторы
Тыуған иле

Башҡорт аштары

Компоненттар
Төп

муйыл оно, һара май

Муйылды йыйып, йоҡа ғына ҡатлам итеп таратып һалыр кәрәк. Бының өсөн иң уңайлыһы — киндер сепрәк, уны киндер тоҡтарҙан эшләп алырға була. Нисек кенә булмаһын, аҫты һауа үткәрә торған урындан да йәтешлеһе юҡ. Күләгәле, еләҫ урында киптерәләр. Бына шундай урында емештәр гәрәбә кеүек матур кибә. Кипкән береһен сепрәк тоҡҡа («һулай торған») тултырып, үтәтма ергә элеп ҡуялар. Етерлек йыйылғас, яҫы һауыттарға таратып һалып, яңы ғына икмәге сыҡҡан мейескә ултыртырға (духовкала ла мөмкин). Таш һымаҡ кипкән емештәр генә тирмәндә еңел тартыла. Бөгөнгө көндә тирмәндәр юҡ тиерлек. Әммә онтағыс ҡоролмаларға ҡытлыҡ юҡ. Муйыл онон ваҡ иләктән үткәрергә, эреһен яңынан онтағысҡа кире һалалырға. Етерлек йыйылғас, яңы баҫылған һары майға ҡушып, ентекләп баҫырға да, йомғаҡтар эшләргә. Ҡунаҡ өҫтәленә зиннәтле һый, күстәнәскә бынамын тигән ризыҡ килеп сыға. Уны сыр киҫкән кеүек киҫеп һалырға. Икмәк өҫтөнә һалып, ҡатлама итеп ашарға ла, былай ғына сәйгә ҡушып эсергә лә була.

 

Дауа сифаттары

үҙгәртергә

Муйыл майын әҙерләүе еңелдән түгел. Ә дауаһы инде һанап бөткөһөҙ. Муйыл емеше көслө тәбиғи антибиотик булып тора. Ашҡаҙан-эсәк буйындағы сит-ят микробтарҙы, шеш процестарын баҫа. Составындағы органик (лимон, алма һәм аскорбин) кислоталары организмдағы кислота-һелте нисбәтен көйләп кенә ҡалмай, иммун системаһын да нығыта. РР витаминына бай булыуы, холестерин күләмен тейешле миҡдарҙа тоторға булышлыҡ итһә, калийы артыҡ һыуҙан арындыра. Кальций менән калий икеһе бергә бөйөр эшмәкәрлеген, бүлеп сығарыу ағзаларының эшен сәләмәтлектә тоторға булышлыҡ итә. Яраларҙың бөтәшеүен тиҙләтә.

Һары май (аҡ май тип тә атайҙар), һөттөң (тимәк, май ҙа) үҫемлектәрҙән генә эшләнеүе күп нәмә тураһында һөйләй. Шуға һары май витаминдарға бик бай (А,Д,Е, К, С, В). Составындағы туйынған һәм туйынмаған май кислоталар (бөтәһе 150 төр тирәһе, шуның 20 -һе — организм дөрөҫ эшләһен өсөн алыштырғыһыҙ) миҡдары организм өсөн тейешле нисбәттә булыуы «артыҡ» холестериндан һаҡлай. Муйылдағы кальций холестерин күләмен тейешле миҡдарҙа тотоп, зарарлы тарҡалыу продукттарын сығарыуға булышлыҡ итһә, һөт майы кальцийҙың үҙен үҙләштерергә ярҙам итә. Халыҡ медицинаһында һары май тире ауырыуҙарынан, баш ауыртыуҙан, һыуыҡ тейеүҙән, тын юлдары сирҙәренән, шулай уҡ туберкулездан дауа итеп ҡулланыла, ашҡаҙан-эсәк яраларын бөтәштерә. Организмдары ҡаҡшаған, хәлһеҙләнгән кешеләр өсөн, бала имеҙеүсе һәм ауырлы ҡатындарға, балаларға алыштырғыһыҙ шифалы ризыҡ.

Һылтанмалар

үҙгәртергә