Музыкантов Анатолий Николаевич

Музыкантов Аанатолий Николаевич (25 ғинуар 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең мәҙәниәт эшмәкәре, бейеүсе, педагог һәм балетмейстер.

Музыкантов Анатолий Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (74 йәш)
Тыуған урыны Малый Убей[d], Село-Убейское сельское поселение[d], Дрожжановский район[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө балетмейстер, балетный педагог, балет артисы, балерина
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

Анатолий Николаевич Музыкантов 1950 йылдың 25 ғинуарында Татар АССР-ының Сүпрәле районы Кесе Убей ауылында тыуған. Сыуаш шағирәһе Н. Игнатьеваның ағаһы[2] һәм В. И. Музыкантованың ире[3].

1978 йылда Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай, һуңынан 1978—1980 йылдарҙа Сыуаш дәүләт йыр һәм бейеү ансамблендә балет артисы булып эшләй [4].

1980 йылда Анатолий Музыкантов Чебоксар сәнәғәт тракторҙары заводының Мәҙәниәт йорто базаһында «Сувар» халыҡ бейеү ансамблен ойоштора, уның етәксеһе була. 1983 йылда ансамблгә «халыҡ» исеме бирелә. Бер аҙ ваҡыттан һуң А.Н. Музыкантов Сыуаш дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институтында уҡыта[4].

2020 йылдың 30 ғинуарында халыҡ ижадының Республика үҙәге «Трактор төҙөүселәр Мәҙәниәт йортоноң» ҙур залында Сыуашстан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Николаевич Музыкантовтың 70 йәшенә арналған «Музыкантов саҡыра…» юбилей кисәһе үтә[5].

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
  • 2002 йылда иң яҡшы балетмейстер булараҡ «Алтын лира» премияһына лайыҡ була
  • «Халыҡ бейеүе» номинацияһында Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Рәсәй рухы» премияһы лауреаты, Сыуашстан һәм Волга буйы үҙешмәкәр ансамблдәре өсөн ысын мәғәнәһендәге оҫтаханаға әүерелгән коллективты булдырғаны өсөн (2003).
  • «Сыуаш Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә (2010).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Долгова А. П. Музыкантов Анатолий Николаевич // Чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2009. — Т. 3.

Һылтанмалар үҙгәртергә