Моған (төр. Mogan gölü, урындағы исем — Gölbaşı) — һай һыулы күл, Анкаранан көньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта Гөлбашы районында урынлашҡан.

Моған
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Гёльбаши[d]
Мираҫ статусы Ключевые орнитологические территории[d][1]
Карта
 Моған Викимилектә

Характеристика

үҙгәртергә
 
Моған күленә күренеш

Күл майҙаны 5,61 км² тәшкил итә, диңгеҙ кимәленән 968 м бейелектә, күлдең оҙонлоғо — 5,5 км, уртаса киңлеге — 500 м, яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — 14 км, уртаса тәрәнлеге — 2,80 м, әммә ямғырҙар миҙгелендә уртаса тәрәнлеге 5 метрға тиклем артырға мөмкин. Ҡоролоҡ ваҡытында максималь тәрәнлеге 4,5 метр тәшкил итә. Күлдең күләме — 13,34 миллион куб метр. Һыуы бер ни тиклем тоҙло.

Күл Анкараға яҡын Анатолий яҫылығында урынлашҡан, оҙон формала, тигеҙлектәр һәм далалы тауҙар менән уратып алынған. Үҙәндә ағып ятҡан Инджесу йылғаһын ҡушылдыҡтарҙың береһенән йылғаға килгән аллювиаль ултырмалар менән быуыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Күлдең ярҙары төньяҡта, көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығыш өлөштә текәрәк, һәм көньяҡта, көнбайышта, һәм көньяҡ-көнсығыш өлөштә тигеҙерәк. Күл төбө ылымыҡлы, соҡорһоҙ, төбөнөң 80 % тиерлек һыу аҫты үҫемлектәре менән ҡапланған.

Моған күлен күп кенән шишмәләр туйындыра, улар араһында иң ҙурҙары Башлынар, Йәвруджәҡ һәм Чельова шишмәләре, һаҙлыҡлы-һыулы биләмәләр яһап, күлгә көньяҡта ҡоя; Гөлджуҡ һәм Татлым көнбайышта, шулай уҡ Сукесен шишмәһе көнсығыш өлөштә күлгә ҡушыла. Күлде туйындырыусы ҡайһы бер шишмәләр Ҡызылырмаҡ һәм Сакарья йылғаларынан башлана. Шуның менән бергә йәй күп кенә шишмәләр кибә, бының һөҙөмтәһендә күлдә һыу кимәле был осорҙа ныҡ кәмей.

Климаты континенталь — йәй ҡоро һәм эҫе, ҡыш һалҡын. Ҡыш күл туңа, был ваҡытта яр эргәһенә тоҙ сыға. Күр ярҙары буйлап ҙур майҙанды ҡамыш, бала ҡамыш, күрән биләй. Күлдең көньяғында Чекек һәм Гөлджуҡ һаҙлыҡтары урынлашҡан.

3 км төньяҡ-көнсығышта Эймир күле урынлашҡан, ул Моған күле менән туҡлана һәм уның менән Анкара-Конья автомагистрале аҫтынан үткән канал аша бәйле (D750). Моған күленең Эймир күле менән бергә дөйөм бассейны берҙәм экосистеманы тәшкил итә. Дөйөм бассейн майҙаны 971 км² тәшкил итә[2].

Рекреация зонаһы

үҙгәртергә

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Моған күле үҙәндә урынлашып һәм далалар, тауҙар менән уратып алынып, Анкара климатының микроклиматы формалашыуына һәм тотороҡлоғона йоғонто яһай. Дала зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, күл микроорганизмдарға бай, һәм төрлө флора һәм фаунаға эйә, шулай уҡ йыл буйына күп төрлө ҡоштарҙың оя ҡороу урыны булып хеҙмәт итә, улар араһында шул иҫәптән Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа ингәндәре осрай. Күл айырым тәбиғәт зонаһы булараҡ һаҡ аҫтына алынған һәм бер үк ваҡытта 20 меңдән ашыу ҡоштарҙы ҡабул итә ала.

2001 йылда көнбайыш күл яры буйында рекреация зонаһы булдырыла, ул 601,878 м² майҙанды биләй, шуларҙың 203,650 м² күсеүсе һәм оя ҡороусы ҡоштар өсөн «Тәбиғәт паркына» бүленә (төр. Doğa Parkı). Ҡоштарҙы һәм уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау буйынса Халыҡ-ара ойошмаһы критерийҙарына ярашлы International BirdLife, Моған күле Төркиәлә 184 төп орнитологик биләмәләрҙең береһе булып тора. Йылдың төрлө миҙгелдәрендә күл 277 төр ҡоштоң йәшәү урыны булып тора, улар араһында 40 төрө оя ҡора, ә 30 төрө йыл буйына күҙәтелә. Башҡа ҡоштар төрө күсенеү ваҡытында ғына осрай. Улар араһында Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа индерелгәндәренән — аҡбаш өйрәк (oxyura leucocephala), мәрйенгүҙ (aythya nyroca) һәм ялан торомтайы (Falco naumanni)[3].

Хайуандар донъяһын азия алды ҡомаҡтары, кавказ аръяғы алйырҙаны (Mesocricetus brandthi), йомрандар һ. б. тәшкил итә.

Күл шулай уҡ микроорганизмдарға һәм һыу үҫемлектәренә бай, яр буйҙарында ҡамыш, күрән үҫә. Шулай уҡ Моған күле яры буйҙарында һәм Гөлбашы районы тирә яғында эндемик сәскәһе — Чихачев күк сәскәһе (tchihatcheffii Centaurea).

Спорт һәм туризм

үҙгәртергә

Күл Анкара кешеләре араһында пикник һәм ял итеү өсөн иң яратҡан урындарҙың береһе. Рекреацион биләмәлә ике парк яңынан төҙөкләндерелгән (төр. Mogan Park һәм Atatürk Sahil Parkı), унда йәйәүлеләр өсөн юлдар, балалар өсөн парктар, спорт майҙансығы, ресторандар, пикник зонаһы, ат манежы, шулай уҡ спорт, мәҙәни саралар үткәреү һәм күңел асыу өсөн урындар булдырылған. Күл буйында тамаша һәм концерттар үтә, туй салоны асылған, амфитеатр, шулай уҡ панораманы күҙәтеү өсөн төҙөү өсөн диңгеҙ маяғы төҙөлгән. Балыҡ тотоу ҙур популярлыҡ менән файҙалана — күлдәрҙә балыҡтар күп, улар араһында һаҙан, ҡарабалыҡ, бағыр, алабуға, көмөш балыҡ һәм суртандар бар. Шулай уҡ ҡыҫалалар ҙа бар.

Моған күлендә байдарка һәм каноэла ишеү кеүек һыу спорт төрҙәре әүҙем үҫешә. 1960 йылда Моған күле ярында Анкара университетының Ишкәкле клубына нигеҙ һалына. Әлеге ваҡытта ишеү һәм елкәнле спорт ярыштарын үткәреү буйынса 2 километрлы дистанция бар. Һуңғы ваҡытта күлдә балыҡ тотоу спорты үҫешә.

Экологияһы

үҙгәртергә

Моған күле сәнәғәт һәм ҡала бысраныуҙарына дусар була. 2008 йылда Ҡызылырмаҡ йылғаһының бысраныуы арҡаһында уның һыуҙары Моған күленә килеп инә, һәм күп балыҡтарҙың — һаҙан һәм көмөш балыҡтарҙың (Atherina) үлеүенә сәбәп була. 2012 йылда күлдәрҙе туйындырған иң ҙур йылғаларҙың тағы бысраныуы һөҙөмтәһендә ҡайһы балыҡтар ярҙарға ташлана. Был ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланмаған[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://datazone.birdlife.org/site/factsheet/mogan-lake-iba-turkey
  2. T.C. ÇEVRE ve ŞEHİRCİLİK BAKANLIIĞI — Özel Çevre Koruma Bölgeleri. Архивировано 28 июнь 2013 года.
  3. Mogan ve Eymir Gölleri (төр.). Gölbaşı Belediyesi. Дата обращения: 14 ғинуар 2013. Архивировано 28 июнь 2013 года.(төр.). Gölbaşı Belediyesi. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 июнь 2013. 14 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  4. Mogan’da çevre felaketi (төр.). Hürriyet. Дата обращения: 23 май 2013. Архивировано 28 июнь 2013 года.(төр.). Hürriyet. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 июнь 2013. 23 май 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә