Мищенко Игорь Тихонович

Мищенко Игорь Тихонович (30 июль 1937 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. 1989—2012 йылдарҙа И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетының нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1984), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997) һәм Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1987), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985).

Мищенко Игорь Тихонович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 30 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 июнь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (82 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Игорь Тихонович Мищенко 1937 йылдың 30 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған, урындағы геология-разведкалау техникумында һәм Өфө нефть институтында уҡыған.

1967 йылдан И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университетында уҡыта, 1988 йылдан нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1989—2012 йылдарҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү факультеты деканы.

Ғилми тикшеренеүҙәре нефть һәм газ скважиналарын эксплуатациялау өлкәһенә бәйле.

Рәсәйҙең тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1996).

Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр, 350-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
  • Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998)
  • СССР юғары мәктәбе отличнигы (1987)
  • СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1990)
  • Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2000)
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985)
  • Ике тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1997, 2009)[1].
  • Өс тапҡыр И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1998, 2002, 2006)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә