Михайлов Владимир Сергеевич (Новойл)

Михайлов Владимир Сергеевич (22 сентябрь 1948 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Мандат комиссияһы ағзаһы, Юғары совет президиумы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Михайлов Владимир Сергеевич (Новойл)
Тыуған көнө 22 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Сухаревка, Мәләүез районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Биографияһы үҙгәртергә

Михайлов Владимир Сергеевич 1948 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Сухаревка ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.[1]

Хеҙмәт юлын, 1971 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас «Ашҡаҙар» инженер һәм баш инжерен булып башлай. Артабан Мәләүез районы ауыл хужалығы идаралығында баш инженер булып эшләй. 1980 йылдан КПСС-тың Мәләүз районы ҡала комитетыныңауыл хужалығы мөдире булып эшләй. 1982 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының инструкторы, консультанты.

1991—1992 йылдарҙа «Сельхозхимия» берекмәһе рәйесе урынбаҫары. 1992 йылдан «Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы» директоры урынбаҫары. 1998 йылдан Өфө ҡалаһы Калинин районы администрацияһы башлығы. 1991—1996 йылдарҙа Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1998 йылдан Өфө ҡала советы депутаты.[2]

Благовещен районы, 185-се Благовещен һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Мандат комиссияһы ағзаһы. [3]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Михайлов Владимир Сергеевич – биография
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар үҙгәртергә