Михаил Круг һәйкәле


Михаил Круг һәйкәле — Тверь ҡалаһында тыуған рус шансонын башҡарыусы Михаил Круг (1962—2002) хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл.

Михаил Круг һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверь
Урын Тверь
Карта

Композиция — шансонье эскәмйәлә яғаһы асылған күлдәктә гитараһына таянып ултыра, янында эшләпәһе ята; уның уң яғында буш урын — уның менән йәнәш ултырырға мөмкин, әгәр теләк булһа, фотоға ла төшөргә мөмкин. Ҡултамғаһы юҡ.

Бронза һәйкәлдең дөйөм ауырлығы (гитара менән бергә) — 250 килограмм.

Һәйкәл Трехсвятский урамынан алыҫ булмаған Радищев урамында урынлашҡан.

Михаил Круг үлгәндән һуң уның дустары һәм якындары йырсы-шағирға һәйкәл ҡуйыр өсөн фонд барлыҡҡа килтерә, фондты йырсының өлкән апаһы Ольга Медведева етәкләй. 2003 йылдың 19 декабрендә һәйкәлгә нигеҙ ташы һалына. Тверь ҡалаһы ижади интеллигенцияһының күпселек өлөшө һәйкәл ҡуйыуға ҡаршы сыға. Һәйкәл проектың музыканттың һуңғы альбомын сығарыусы продюсер Вадим Цыганов эшләй, һәйкәлдең скульпторы булып Мәскәүҙән Андрей Смирнов тора. Һәйкәл ҡала үҙәгендәге Радищев бульварында, 21-се һанлы йорт эргәһендә 2007 йылдың 24 июнендә (ҡала көнө ваҡытында) асыла.

Һәйкәл ике тапҡыр вандализм акттарына дусар була. 2007 йылдың ноябрь айында һәйкәлдең 50 килограмлы гитараһын ҡырҡып алып, уны һәйкәлдән алыҫ түгел урында ташлап китәләр[1][2]; артабан ул кире урынына йәбештерелеп ҡуйылған[3]. Һәйкәл 2008 йылдың ғинуарында билдәһеҙ вандалдар тарафынан төрлө төҫкә буялған.[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Михаил Даирәһе Һәйкәл. foretime.ru
  2. В Твери вандалы украли гитару с памятника Михаилу Кругу. Дата обращения: 17 ноябрь 2010.
  3. Бронзовый звон украденных струн. Дата обращения: 17 ноябрь 2010. Архивировано 26 ғинуар 2012 года. 2016 йыл 8 ғинуар архивланған.
  4. Вандалы осквернили памятник Михаилу Кругу в Твери. Дата обращения: 17 ноябрь 2010. Архивировано 2 февраль 2012 года.