Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәле
Аҡмуллаға һәйкәл Өфө ҡалаһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡаршыһында ҡуйылған.
Һәйкәл | |
Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл
| |
Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Өфө |
Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәМифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл 2008 йылдың 8 октябрында ҡуйылған. Һәйкәлде булдырыу өсөн 2006 йылда, шағир-гуманистың 175 йыллығына арнап, конкурс иғлан ителә. Конкурсҡа бөтәһе 16 эш тәҡдим ителә. Һөҙөмтәлә иң яҡшы эскиз тип архитектор Дамир Мәғәфүровтың һәм скульптор Владимир Дворниктың проекты таныла.
Һәйкәлде төрөк мәғрифәтсеһенең исемен йөрөткән педагогия университетының ҡаршыһына ҡуялар. Монумент тамашасылар менән бер кимәлдә булырлыҡ һәм ярышлап ултырғанда тамашасы композиция солғанышында булырлыҡ итеп эшләнгән. Скульптор Владимир Дворниктың һүҙҙәре буйынса:
Һәйкәлдең идеяһы шундай: Аҡмулла оҙайлы юлдан һуң ауылға килә. Унда ул шишмә күрә һәм йонсотҡос юлдан һуң ял итергә, һыуһынын ҡандырырға тип һалҡын шишмәгә йүнәлә. Шул саҡ уның янына малай менән ҡыҙ килә. Акмулла китабын ала һәм һөйләй башлай, ә балалар таң ҡалып мәғрифәтсене тыңлайҙар. Ошо мәлде теүәл тергеҙеү өсөн һәйкәл эргәһенә талдар ултырттыҡ һәм шишмә яһаныҡ[1]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Әлфиә Табермакова. Өфөлә Аҡмуллаға һәйкәл ҡуйҙылар . Аргументы и факты (15 октябрь 2008). Дата обращения: 23 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года. 2013 йыл 16 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Эльмира Сабирова, Ольга Горюнова. В Уфе открыли памятник выдающемуся поэту и просветителю Мифтахетдину Акмулле . Башинформ.ру (8 октябрь 2008). Дата обращения: 23 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.