Мирас (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мирас — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Этимологияһы
үҙгәртергәМирас исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм мираҫ, иҫтәлек тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәИҙелбаев Мирас Хәмзә улы (9 декабрь 1945 йыл) — ғалим-башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. 1977 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы (2001), профессор (2014). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1995). Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)[1].
Дәүләтбаев Мирас Ибраһим улы (20.01.1949), рәссам. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Иҫке Һынны ауылынан[6].
Фамилиялар
үҙгәртергәМирасов Сәғит Ғөбәйҙулла улы (1880—1932) — Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
Валиев Марс Мирас улы — «Ауыл хужалығының аҙыҡ-түлеген автомобилдәрҙә ташыу алдынғыһы» (1985, 1986), «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре» .
Иҙелбаев Урал Мирас улы (15 декабрь 1972 йыл) — композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2014) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кусимова Т. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |