Мин ҡайҙа?

БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1912 йылда яҙылған

Мин ҡайҙа? — БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1912 йылда яҙылған[1].

Мин ҡайҙа?
Атамаһы Мин ҡайҙа?
Жанр шиғыр[d]
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1912

Мәжит Ғафури — балаларға

үҙгәртергә

Мәжит Ғафури — милли башҡорт балалар әҙәбиәтенә башланғыс һалған шағирҙарҙың береһе. 1908—1912 йылдарҙа Мәжит Ғафури ижады шаҡтай ҡатмарлы эволюция кисерә. Ябай хеҙмәтсәндәрҙең тормошон ыңғай яҡҡа фәҡәт мәғрифәтселек үҙгәртер, тип ышанған Мәжит Ғафури ысынбалыҡтағы алдынғы көстәрҙе, замана геройын эҙләүен дауам итте.

1912 йылда ул ижадының идея-эстетик программаһын, бөтә ғүмеренең, шағирлыҡ яҙмышының кредоһын билдәләгән ике мәшһүр шиғыр — «Мин ҡайҙа?» менән «Үҙем һәм халҡым» әҫәрҙәрен ижад итә. Үҙенең эстетик идеалына, синфи симпатияларына ишара яһап, ысын кешеләрҙе «тыштары керле, ә ләкин юҡ уларҙа эс кере», тип ярлы, зарлы, моңлолар араһында эҙләргә кәрәклекте шағир өҙөп әйтте. Лирик герой үҙенең халыҡҡа тоғролоғо, артта ҡалғанлыҡ менән килешмәүсәнлеген әйтеп бирә.

«Мин ҡайҙа?» шиғыры

үҙгәртергә

«Мин ҡайҙа?» шиғыры «Янған йөрәк» китабында баҫылып сыға. 1950, 1954 йылдарҙағы баҫмаларҙа шиғырҙың айырым һүҙҙәре үҙгәртелгән (47-48 бб., 180 б.)

Мин ҡайҙа?



Ҡайҙа ярлы, ҡайҙа зарлы, ҡайҙа моңло күп була,
Мин шулар янында булам, улар менән килешеп була.

Юҡ уларҙа төрлө ҡатлау, юҡ уларҙа эс сере,
Тыштары керле, вә ләкин юҡ уларҙа эс кере.

Юҡ тәкәллеф, юҡ эрелек, ултырышаһың һин дә мин,
Юҡ күңел ҡырылыр тигән уй, ул йәһәттән мин әмин.

  • тәкәллеф — яһалмалыҡ, ҡыланыу
  • әмин — тыныс, ҡурҡыуһыҙ[2]

Тасуирлау алымдары

үҙгәртергә

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы

үҙгәртергә

2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[3].

  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (336 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (336 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  2. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (336 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978.
  3. Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури