Минск (ҡунаҡхана, Минск)

«Минск» — Минск ҡалаһында Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында урынлашҡан ҡунаҡхана.

Минск
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск һәм Площадь Независимости (Минск)[d]
Дата производства 1958
Архитектор Баданов, Геннадий Петрович[d], Сысоев, Георгий Васильевич[d], Дмитрий Петрович Кудрявцев[d] һәм Сергей Степанович Мусинский[d]
Архитектура стиле сталинская архитектура[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Рәсми сайт hotelminsk.by
Карта
 Минск Викимилектә

«Минск» ҡунаҡхана комплексының беренсе корпусы элек ҙур булмаған 9 номерлы «Ново-Берлин» ҡунаҡханаһы (архитекторы Курвуазье) торған урында 1959 йылда төҙөлгән (архитекторы Боданов, стиль — Сталин неоклассицизмы).

Икенсе корпусы 1969 йылда төҙөлә һәм эшләй башлай (архитекторҙары Г. Сысоев, Д. Кудрявцев, С Мусинский), 7 ҡаттан тоа, 324 урынлыҡ 105 номеры була.

1991 йылда беренсе корпус номерҙарына реконструкция үткәрелә. 1995 йылда «Минск» ҡунаҡхана комплексы Беларусь Республикаһы Президенты эштәр Идаралығы структураһына инә, ә 2001 йылда Беларусь Республикаһы тарихи-мәҙәни ҡиммәттәренең дәүләт исемлегенә индерелә.

2001 йылдың март айында — 2002 йылдың декабрендә «Минск» ҡунаҡхана комплексында реконструкция уҙғарыла. 2002 йылдың 17 декабрендә дәүләт комиссияһы объектты файҙаланыуға ҡабул итеү акттарына ҡул ҡуя.

2002 йылдың 18 декабрендә Беларусь Республикаһы министрҙар Советы янындағы стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация комитеты, туризм һәм спорт министрлығы менән берлектә, Белоруссияла һәм Минск ҡалаһында беренсе тапҡыр, ҡунаҡханаға «4 йондоҙ» категорияһы бирә. 2002 йылдың 20 декабрендә, реконструкциянан һуң, А. Г. Лукашенко ҡатнашлығында ҡунаҡхананы рәсми асыу тантанаһы үтә.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Архітэктура Беларусі: Энцыклапедычны даведнік.. — Мн.: БелЭн, 1993. — 620 с. — ISBN 5-85700-078-5.

Һылтанмалар үҙгәртергә