Шөғәйепова Минзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы

Шағирә
(Минзаля Шагаюпова битенән йүнәлтелде)

Шөғәйепова Минзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы (14 ғинуар 1961 йыл) — комсомол, партия, дәүләт органдары һәм матбуғат хеҙмәткәре, шағир. 2018 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Шөғәйепова Минзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 14 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Ураҙ ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир

Биографияһы

үҙгәртергә

Минзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы Шөғәйепова 1961 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ураҙ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.

1976 йылда Ураҙ урта мәктәбенең һигеҙ класын тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә

1980—1982 йылдарҙа Учалы районы Баҙарғол мәктәбендә уҡытыусы.

1982—1985 йылдарҙа Учалы районы «Урал» колхозының комсомол ойошмаһы секретары.

1985—1988 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Учалы ҡала комитетының 2-се секретары.

1988—1991 йылдарҙа «Урал» колхозының партком секретары.

1991—1995 йылдарҙа Ураҙ ауыл Советы рәйесе.

1995−1996 йылдарҙа Учалыла нәшер ителгән «Өлкәр» журналының баш мөхәррире.

1996—2000 йылдарҙа Учалы ҡала һәм район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире.

2000—2001 йылдарҙа «Яйыҡ» гәзитенең баш мөхәррире.

2001—2005 йылдарҙа Учалы ҡала һәм район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.

2005—2013 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында матбуғат һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгес[1]

Минзәлә Шөғәйепованың тәүге мәҡәләләре һәм шиғырҙары мәктәптә уҡыған сағында, студент йылдарында уҡ район һәм республиканың көндәлек матбуғат баҫмаларында баҫыла башлай. 1987 йылда «Йәш көстәр» альманаһында күмәк авторҙар менән бергә шиғырҙары тәүләп донъя күрә. Артабан тыуған ҡалаһында 5 китабы сыға:

  • «Көртмәле» (Учалы, 2007)
  • «Бала — саҡтың нурлы әләме» — (Учалы, 2008)
  • «Шыршы турғайы» (Учалы, 2009)
  • «Арҡайым» — (Учалы 2011)
  • « Байрамғол» (тарихи очерктар, Ф.Яхин менән берлектә) — (Учалы 2012)

Минзәлә Шөғәйепова шиғырҙарына йырҙар ҙа ижад ителгән.

Матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты (2019)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Э. Баймөхәмәтова. Яңы йырҙар тыуһын. — «Башҡортостан ҡыҙы», 1988, октябрь, 2-3 ббиттәр.