Мешков йорто
Мешков йорто — Пермь ҡалаһының тарихи үҙәгендәге айырым йорт. Исемен бинаның хужаһы эшҡыуар һәм меценат Николай Васильевич Мешков исеменән ала. Монастырь урамы, 11-се йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Мешков йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пермь |
Архитектура стиле | архитектура модерна[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Мешков йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЙорт 1820 йылда архитектор Иван Свиязев проекты буйынса һуңғы рус классицизмы стилендә төҙөлгән. 1820 йылда ул янған һәм ҡабаттан тергеҙелгән. 1842 йылда көслө янғын ваҡытында ҡабаттан яна һәм бынан һуң 40 йыл буйы ҡулланылмай. 1885 йылда бинаны ҡала ҡаҙнаһы үҙ милкенә һатып ала[1]. Һуңынан йортто эшҡыуар Николай Васильевич Мешков һатып ала һәм 1887 йылда ҡала Думаһына йортто яңынан төҙөү өсөн ғариза бирә. 1889 йылда архитектор Александр Турчевич проекты буйынса модерн стилистикаһы йоғонтоһо аҫтында йорт яңынан төҙөлә. Артабан бина өлөшләтә Урал тимер юлдары хөкүмәте контроленә һәм башҡа ойошмаларға ҡуртымға бирелә.
1900 —1901 йылдарҙа был йортта рәссам-пейзажсы А.К. Денисов-Уральскийҙың эштәренең күргәҙмәһе асыла. Уның 48 эше, шул иҫәптән «Урман янғыны» картинаһы ла ҡуйыла, был картина 1983 йылда АҠШ-тағы совет илселегенә бүләк ителә[1]
1918 йылда йортта Көнсығыш фронттың 3-сө армияһы штабы урынлаша, был хаҡта бинала ҡуйылған мемориаль таҡта һөйләй.
Аҙаҡ төрлө ваҡыттарҙа йортта Пермь дәүләт университетының медицина факультеты, ресторан һәм «Урал» ҡунаҡханаһы урынлаша. Һуңғы йылдарҙа бина Пермь йылға пароходсылығына ҡарай[1]
2007 йыл аҙағында бинаға Пермь тыуған яҡты өйрәнеү музейы күсеп сыға[2] «Ата йорто» сериалы өсөн (2017, 5 серия) Мешков йорто ихатаһында күренештәр төшөрөлә.
Архитектураһы
үҙгәртергәБина һуңғы рус классицизмы стилендә 1820 йылда архитектор И.И. Свиязев проекты буйынса төҙөлгән. Һуңынан 1885—1886 йылдарҙа архитектор А.Б. Турчевич проекты буйынса нәфис модерн стиле йоғонтоһо аҫтында яңынан ҡоролған[3]. Бинаның үҙенән тыш шул ваҡытта ҡыҙыл кирбестән матур таш ротонда төҙөлә, әммә совет осоронда ул һүтеп алына.
Бинаның стеналары ҡатлы-ҡатлы, тышҡы һәм эске ҡаттары кирбестән ә уртала ҡаттар ағастан. Бинаның фасады Кама йылғаһы яры буйына сыға, бинаның силуэты асыҡ һәм аныҡ. Стена яҫылыҡтары, тәҙрә ҡапҡастары, бөҙрә рамалар, кәрниздәр, капитель, пилястралар, парапеттар, кәртә рәшәткәләре, — һылап яһалған биҙәктәр менән биҙәлгән һәм дөрөҫ булмаған бөҙрә һыҙылмаларға эйә. Айырым йорттоң бүлмәләрендә лә йорт түбәһе биҙәлгән[4]. Һөҙөмтәлә бина биҙәлеше арҡаһында Яр буйы ҡоролмалары араһында иғтибарҙы йәлеп итә[5]
Реставрациялары
үҙгәртергә2007 йылдың 21 мартынан ведомство-ара комиссияһы Мешков йортон тергеҙеү һәм йүнәтеү буйынса ҡарар ҡабул итә[6]. 2009 йылдың 21 ноябрендә тергеҙелгән «Мешков йорто» асыла. Эш барышында бина диуарҙары нығытыла, фасадтың реставрацияһы үткәрелә, бөтә төр һылап яһалған биҙәктәр тергеҙелә[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Архитектура и достопримечательности Перми
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Спешилова Е. Старая Пермь: Дома. Улицы. Люди. 1723-1917. — Пермь: Курсив, 1999. — 580 с. — 5000 экз.
- ↑ Проект «Новая жизнь музея. Дом Мешкова и его владелец» — победитель конкурса «Меняющийся музей в меняющемся мире»
- ↑ Корчагин П. А. Губернская столица Пермь. Пермь: изд-во «Книжный мир», 2006.
- ↑ Страницы истории художественной культуры Прикамья. — Пермь: Книжный мир, 2006.
- ↑ ФОТОАЛЬБОМ «ПЕРМЬ XIX—XX вв.» 2007 йыл 26 ноябрь архивланған.
- ↑ реставрация Дома Мешкова
- ↑ Новости: В Перми завершена реставрация «Дома Мешкова» — памятника архитектуры, в котором разместился Пермский краевой музей(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Страницы истории художественной культуры Прикамья. — Пермь: Книжный мир, 2006.
- Спешилова Е. Старая Пермь: Дома. Улицы. Люди. 1723-1917. — Пермь: Курсив, 1999. — 580 с. — 5000 экз.
- Корчагин П. А. Губернская столица Пермь. Пермь: изд-во «Книжный мир», 2006.
- Цвирко Л. С. Дом Мешкова и его владелец // Пермский дом в истории и культуре края. Выпуск 1, Пермь, 2008
- Семянников В. В. Особняк на берегу Камы (ул. Газеты «Звезда», 2) // Пермский дом в истории и культуре края. Выпуск 1, Пермь, 2008
- Корчагин П. А. Дом Яковлева-Мешкова и его соседи. (Застройка 39-го квартала Перми в конце XVIII—XIX вв.) // Пермский дом в истории и культуре края. Выпуск 3, Пермь, 2010
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пермь Край Өйрәнеү Музейы 2012 йыл 22 май архивланған.