Мендерес Мерал

сопрано партияһында йырлаусы опера йырсыһы

Мерал Мендерес (төр. Meral Menderes; 1933, Истанбул27 декабрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}), Малтепе[d], Истамбул, Истанбул , ,) — сопрано[1][2] партияһында йырлаусы төрөк опера йырсыһы .

Мендерес Мерал
төр. Meral Menderes
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 1933
Тыуған урыны Истанбул, Төркиә
Вафат булған көнө 27 декабрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Вафат булған урыны Малтепе[d], Истамбул, Төркиә
Ерләнгән урыны Истанбул
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Мерал Мендерес 1933 йылда Ҡушадасы ҡалаһының Айдын районында тыуа. Тәүге йыр дәрестәрен ул Истанбул муниципаль консерваторияһында Мөнир Джейхандан ала. Артабан ул яңыраҡ ойошторолған Опера студияһында белем алыуын дауам итә. Сит ил һәм төрөк вокаль тренерҙары уның остаздары була[2].

1960 йылдың 19 мартында сәхнәлә тәүге тапҡыр сығыш яһай, ул 1959 йылда нигеҙ һалынған Истанбул ҡала операһы сәхнәһендә ҡуйылған Джакомо Пуччиниҙың «Һағыш» («Тоска») операһында йырлай[1]. Уның киләһе сығышы «Мадам Баттерфляй» операһында була. Уның артабанғы ролдәре түбәндәгесә: Сантуцца (Сельская честь; Пьетро Масканьи) һәм «Богема». Анкарала ҡуйылған «Турандот» операһында ул принцесса Турандот һәм ҡоллоҡтағы ҡыҙ Лю ролдәрен башҡара; «Гофманах әкиәттәрендә» (Жак Оффенбах) Антония ролен башҡара. Шулай уҡ «Макбет» (Джузеппе Верди), «Бал-маскарад» (Джузеппе Верди), «Һатылған кәләш» («Проданная невеста») (Бедржиха Сметана) һәм «Трубадур» (Джузпе Верди) операларында сығыш яһай.[2]

Ул сопрано партияһы йырсыһы булараҡ таныла, уның тәбиғи тауышы юғары диапазонында һәм яңғырауыҡлы була. Мерал Мендерес республика дәүерендә тәүге опера йырсыларының береһе булараҡ танылыу яулай. Ул 30 йыл самаһы сәхнәлә сығыш яһай.[2]

2010 йылда Истанбул операһына нигеҙ һалыныуҙың 50 йыллығына Төркиә дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Ренгим Гёкмен тарафынан булдырылған «Художество премияһына» лайыҡ була[1][2][3].

2011 йылдың 27 декабрендә 78 йәшендә Истанбулдың Малтепе районында үҙ йортонда вафат була. Сюрейя Опера театрында үткәрелгән иҫкә алыу тантанаһынан һәм Малтепе[1][2][3] мәсетендә дини йыназа уҡылғандан һуң Кючюкьялы зыяратында ерләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Meral Menderes yaşamını yitirdi. Türkiye'nin ilk kadın opera sanatçısı soprano Meral Menderes, vefat etti. (төр.). Cumhuriyet (27 декабрь 2011). Дата обращения: 25 март 2022. Архивировано 25 март 2022 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Meral Menders: Türk Operasının ilk yıldızından ebedî veda... (төр.). Musîki Dergisi. Дата обращения: 25 март 2022. Архивировано 9 ғинуар 2021 года.
  3. 3,0 3,1 Turkish opera singer Menderes dies at 78 (ингл.). Hürriyet Daily News (29 декабрь 2011). Дата обращения: 25 март 2022. Архивировано 6 май 2021 года.