Мегрелдар эше
«Мегрелдар эше» — Грузия ССР-ының Дәүләт именлеге органдары тарафынан 1951 йылдың ноябрендә Мегрелиянан (Мегрелия — Көнбайыш Грузиялағы тарихи һәм субэтник өлкә, груз. სამეგრელო, Самегрело, мегрел სამარგალო, Самаргальо) сығышлы булған етәксе хәҙмәткәрҙәренә ҡарата башланған эш. Улар (мегрелдар) милләтселектә һәм Төркиәгә ылығыу сәйәсәтен алып барыу буйынса ауыр ғәйеп тағыла. Лаврентий Берияға[1]ҡаршы ойошторолған был эш Сталиндың шәхси ҡушыуы буйынса Акакий Мгеладзеға йөкмәтелә.
Мегрелдар эше | |
Дәүләт | СССР |
---|---|
Урын | Грузия ССР-ы[d] |
Башланыу датаһы | 1951 |
Тамамланыу датаһы | 1952 |
Тарихы
үҙгәртергә1951 йылдың уртаһында Грузия ССР-ының дәүләт именлеге министры Н. М. Рухадзеға Грузия прокурор хеҙмәткәрҙәре яғынан (күпселегендә мегрелдар) ришүәт алыу факттары тураһында мәғлүмәт еткерелә һәм был турала Сталинға белгертелә. 1951 йылдың 9 ноябрендә үҙәк комитетының ҡарары сыҡты ВКП(б) Үҙәк Комитетының ГССР-ҙа «мегрел-милләтселек төркөмө» барлығы тураһында ҡарары сыға. Икенсе көндә үк Грузияла Берия тарафынан үрләтелгән юғары прокурор һәм партия эшмәкәрҙәре ҡулға алына:
- Барамия М.И. — Грузия ССР-ы Компартияһы Үҙәк Комитетының 2-се секретары
- Шония В.Я. — Грузия ССР-ы прокуроры
- Бзиава К. П. — ГССР-ҙың Эске эштәр министры урынбаҫары
- Рапава А. Н. — ГССР-ҙың Эске эштәр министры
- Шария П. А. — Грузия ССР-ының Фәндәр академияһы академигы
Артабан «мегрелдар эше» буйынса тағы ла яҡынса 500 кеше ҡулға алына, шул иҫәптән Грузия компартияһы Үҙәк Комитетының 7 ағзаһы (барлығы 11 ағза), 427 өлкә, ҡала һәм район партия комитеттары секретарҙары.
Рухадзе һәм уның ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәр, тыйылған тикшереү ысулдарын ҡулланып, улар араһынан ҡайһы берҙәрен сит ил разведкалары ҡушыуы буйынса республикала етәкселек вазифаларын баҫып алыу, артабан Грузияны Советтар Союзынан айырып алыу маҡсатында емергес эшмәкәрлек алып барыуҙарын «танырға» мәжбүр итәләр. Иң тәүгеләрҙән үҙ вазифаһынан Грузия компартияһының беренсе секретары Кандид Чарквиани бушатыла. Ул этник сығышы яғынан мегрел булмай, әммә Грузия компартияһында «мегрел заговорсыларын» күрмәгәне өсөн ғәйепләнә.
Сталин үлгәндән һуң
үҙгәртергәСталиндың вафатынан бер ай үткәс тә, Л. П. Берия теләктәшлек күрһәткән мегрелдар реабилитациялана һәм үҙ вазифаларында тергеҙелә. Әммә уларҙың күбеһе (Рухадзе, Рапава һәм башҡалар) ярты йылдан ҡабаттан ҡулға алына һәм инде «Берия бандаһы» ағзалары сифатында атып үлтерелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Как пишет Сергей Хрущёв: «Берия по национальности мингрел. За расследованием Сталин следил лично. Когда ему докладывали о ходе дела, он не раз недвусмысленно „советовал“ следователям: „Ищите Большого мингрела“» (С. Н. Хрущев, «Никита Хрущев. Реформатор»).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- А. Авторханов Загадка смерти Сталина : заговор Берия. — 5-e изд. — Frankfurt/Main : Possev-Verlag, 1986. — 316 c. LCCN 92-157731 [1]
- Переиздания: «Загадка смерти Сталина: заговор Берия: Главы из книги — журнальный вариант» — журнал «Новый Мир» (1991. № 5 С. 194—233); «Загадка смерти Сталина: заговор Берия» — онлайн-версия статьи в журнале «Новый мир»[2][3]. Онлайн-версия Загадка смерти Сталина. (Заговор Берия)
- Валерий Каджая Смерть вождя. Диагноз: убийство?(недоступная ссылка) Сталина убил Берия. Новые факты (страницы истории) Московский комсомолец 5 марта 2004
- Мингрельское дело 2018 йыл 1 октябрь архивланған.
- ↑ Приводятся дополнительные детали организации системы власти Сталина, история послевоенного СССР и Восточной Европы, подготовка новой чистки партии. У автора практически нет сомнений, что Сталин был убит верхушкой Политбюро. Обсуждаются различные версии.
- ↑ Замеченные отличия от издания Possev-Verlag. Опущены первые 7 глав и Эпилог; нет ряда существенных абзацев в остальном тексте
- ↑ Рецензии:
- Gross, Jan T. // Slavic Review. Sep., 1977, vol. 36, No 3
- Uldricks, Teddy J. // Russian Review. Apr., 1979, Vol. 38, No. 2, pp. 237—238