Мдзоврети замогы
Мдзоврети замогы — Грузияла Кварели муниципалитетының Ортубани ауылында урынлашҡан. Комплекс составына сиркәү, манара инә. Оҙон тура мөйөшлө биналар, шулай уҡ бер нисә торлаҡ йорт һәм ауыл хужалығы ҡаралтыларының эҙҙәре һаҡланған.
Мдзоврети замогы | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Мдзоврети замогы Викимилектә |
Замок оҙон (180 м х 75 м) булған һәм ҡойма менән уратып алынған. Ҡоймаһының төньяҡ яғы тулыһынса, ә көнсығыш һәм көнбайыш яғы өлөшләтә һаҡланған. Төньяҡ һәм көнбайыш ҡойма яғында ҡапҡа булған.
Замок 17 быуатта уңайлы урында төҙөлгән.
Сиркәү
үҙгәртергәСиркәүҙең ҡойма эсендә үтеп йөрөү урындары бар (9 х 5,8 м). XVII быуат башында таш киҫәктәренән төҙөлгән. Инеү урыны көнбайыштан. Ярым түңәрәк апсидаһы һәм көньяҡ һәм көнбайыш стеналарында тәҙрәләре бар. Алтары ҙур иконостас менән бүленгән. Интерьеры штукатурланған. Сиркәүҙең ҡыйығы бай биҙәлгән.
Көнбайыш стенаһында өс ҡатлы манара (5,8 х 5,9 м) урынлашҡан. XVIII быуаттың икенсе яртыһына ҡарай. Башлыса һуйырташтан төҙөлгән. Аҫҡы өлөшөндә юнылған таш, эске өлөшөндә кирбес ҡулланылған. Беренсе ҡаты өс яҡтан асыҡ аркалар һәм ишек менән. Икенсе ҡаты һаҡлаусы корпус. Ишеге көньяҡта. Был ҡатҡа ағас баҫҡыс менән күтәрелергә мөмкин. Көнсығыш стена сиркәү менән сиктәш. Ҡалған өс стенаһы ҡыйыҡ менән. Өсөнсө ҡатының шулай уҡ көмбәҙле ҡыйығы бар. Ул дүрт яҡтан киң ярым түңәрәк аркалар менән асыҡ. Өсөнсө ҡаты тигеҙ квадрат бина өҫкә ҡарай яйлап тарайып тамамлана.
Башня
үҙгәртергәБашня (7,1 х 6,9 м, бейеклеге 22,3 м) замоктың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. 17 быуат башына ҡарай. Ул ете ҡатлы, пирамидаль, һуйырташтан һалынған. Интерьерында кирбес ҡулланыла. Төньяҡтан һәм көньяҡтан ике инеү урыны бар. Башня ауышта урынлашҡан һәм ике ишеге лә ер өҫтөндә. Беренсе ҡатының стеналары тотош. Икенсе ҡаттағы баҫҡыс һуңғы ҡатҡа алып бара. Ҡалған ҡаттары ағастан һәм еңелсә ослайған көмбәҙле ҡыйыҡ менән. IV ҡатта камин бар. V и VI ҡаттарҙа бәҙрәфтәр бар. VII ҡаты аркалар менән бөтә дүрт яҡтан асыҡ.
Башняның өс стенаһын нығытыу өсөн ярым түңәрәк контрпункттар бар. Төньяҡ яҡта торлаҡ йорт урынлашҡан.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- მძოვრეთის ციხე(недоступная ссылка)