Махунцети күпере
Махунцети күпере - груз. მახუნცეთის ხიდი - Грузиялағы Аджария төбәге Махунцети ауылы биләмәһендәге Аджарисцкали йылғаһы аша һалынған күпер.
Махунцети күпере | |
груз. ქვედა მახუნცეთის ხიდი | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кедский муниципалитет[d] |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Аджарисцкали[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Махунцети күпере Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәАджарияла беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған боронғо 25 аркалы күпер бар, мәгәр тап Махунцети күпере Грузия ҡунаҡтарының иғтибарын иң ныҡ йәлеп итә һәм оҡшай. Яҡынса 900 йыл элек төҙөлгән тип һанайҙар.
Был күпер башҡалары араһында иң ҙуры (оҙонлоғо 24 м ), әммә иң бейеге һәм киңе түгел: киңлеге - 2,5 м, һыу кимәленән бейеклеге - 6 м. Һул яҡтан ингән урынының оҙонлоғо - 1,75 м, ә уң яҡтағыһы - 2 м. Ингән урындағы киңлеге 3,24 м һәм 3,70 м.
Төҙөлөш өсөн материал итеп яҡындағы ҡаяларҙың таштарын алғандар, уларҙы эзбиз иҙелмәһе менән бер-береһенә беркеткәндәр. Конструкцияһы менән материалы ябай ғына кеүек, мәгәр күпер әллә нисә ер тетрәүҙе емерелмәй үткәргән һәм мең йылға яҡын кешегә хеҙмәт итеүен дауам итә [1].
Күперҙең яндауыры юҡ
Ҡомартҡы
үҙгәртергә2006 йылда президент указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән [2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Водопад Махунцети и мост Царицы Тамары
- ↑ საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665, 2006 წლის 7 ნოემბერი, ქ. თბილისი, კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ Указ Президента № 665, 2006 по 7 ноября, ул. Тбилиси, о предоставлении категории государственного значения некоторым недвижимым памятникам культуры
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Грузинская Советская Энциклопедия , т.к. 6, с. 522, Тбилиси 1983 год.