Утҡойроҡ
Утҡойроҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Ҡоштар
Суб-класс: Новонёбные
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Себен турғайҙары
Ырыу: Утҡойроҡтар
Төр: Утҡойроҡ
Латинса исеме
Phoenicurus phoenicurus (Linnaeus, 1758)
ITIS 562037
NCBI 121423

Утҡойроҡ (урыҫ.Горихво́стка) (лат. Phoenicurus phoenicurus) себен турғайҙары ғаиләһендәге, турғайҙар отрядындағы бәләкәй генә һайраусы ҡош. Иң матур, теремек ҡоштарҙың береһе.

Phoenicurus phoenicurus phoenicurus

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Турғайҙан бер аҙ бәләкәйерәк. Оҙон ғына аяҡлы, ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп йөрөүсе ҡош. Ата ҡоштоң түбәһе, елкәһе һәм арҡаһы һорғолт күк, ҡанаттары көрән. Кәүҙәһенең аҫ яғы, ҡойроғо ерәнһыу ҡыҙыл Тамағы һәм түшенеңөҫкө өлөшө ҡара. Маңлайында арҡыры аҡ һыҙат бар. Инә ҡоштоң дөйөм төҫө һорғолт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы: «фьюйт-тик-тик, фьюйт-тик тик». Сутылдап һайрай. Күсмә ҡош. Киң таралған.

Йәшәү урыны үҙгәртергә

Һирәк ағаслы урмандарҙа, ауыл ҡалалағы ағастарҙа йәшәй. Ояһы ағас ҡыуыштарында.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Төрлө бөжәктәр менән туҡлана.

Үрсеүе үҙгәртергә

6-8 бөртөк аҡ , асыҡ зәңгәрйомортҡа һала. Себештәре 15 көндән моронлап сыға. 13-15 көн дауамында ояларында тәрбиәләйҙәр. Бер аҙна тирәһе тағы ла тәрбиәләгәс, яңы балалар сығарыуға керешәләр. Ә йәш ҡоштар үҙаллы йәшәй башлай.