Метамерия (биология)

Метамери́я ( мета- һәм грек. μέρος — өлөш, бүлкәт, шулай уҡ сегментация, быуынтыҡ) — организмдарҙың кәүҙәһе буйынан-буйына үҙ-ара оҡшаш сегменттарға - метамерҙарға бүленеше.

Метамерия
Ер селәүсене — метамерияның классик миҫалы

Эстән дә, тыштан да ағзалары метамерлы булған осраҡта - ысын метамерия, ә тышҡы яҡтан ғына булһа - псевдометамерия тип атала.

Ямғыр селәүсене ысын метамерлы: һәр сегменты бер иш булып ҡабатлана

Бөтә организмды солғап алғаны - тулы метамерия, бындай метамерия ҡулсалы селәүсендәргә һәм быуынтыҡ аяҡлыларға хас.

Организмдың ҡайһы бер өлөшөндә генә осраған тулы булмаған метамерияны ошолай бүлеү ҡабул ителгән: дерматомер (тире), миомер (мускул), склеромер (һөлдә), нейромер (нервылар).

Тән метамерҙары төҙөлөшө һәм функциялары оҡшаш булған осраҡта гомоном метамерия тип атала; тышҡы яҡтан оҡшаш булмаған осраҡта гетероном метамерия тураһында һүҙ бара.

хордалыларҙа яралғы сағында метамерия асыҡ беленә, ә артабанғы этаптарында һөлдә төҙөлөшөндә, мускулатурала, ҡан тамырҙары һәм нервы системаһында күҙгә ташлана. Мәҫәлән, кешенең а метамер һыҙаттары һөлдәһендә (умыртҡа), арҡа мейеһе ҡоролошонда, ҡабырғалары, ҡабырға араһындағы мускулдар һәм нервылар сиратлашыуында күренә.

Шәкәр ҡамышындағы киҫелештә метамерҙар

Юғары үҫемлектәрҙә һабаҡтағы быуындар һәм быуын арауыҡтары метамерия миҫалы булып тора [1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. К. Вилли. Биология. ОЛМА Медиа Групп, 2001. С. 236.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • [ Метамерия (биол.)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә