Приорат һарайы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
29 юл:
Император [[Александр I]] — Ордены протекторы — Приоратты дәүләт ҡаҙнаһына тапшыра. Һарай менән бөтөнләй тиерлек файҙаланмайҙар. Император ғаиләһе һарайға һирәк ҡыҫҡа ваҡытлы ялға килә. 1820 йылдарҙа, императрица Мария Федоровна рөхсәте менән, һарайҙа ваҡытлыса лютеран ғибәҙәтханаһы урынлаша. 1840 йылда император Николай I ҡайһы берҙә, маневрҙар ваҡытында, Приоратты генералитетҡа тапшыра. Приоратта принцесса Мария Гессенскаяның (тәхет вариҫы кәләше) һәм Александр Николаевичтың (буласаҡ император [[Александр II]]) беренсе осрашыуы үтә.
 
Приоратты үҙ картиналарында [[Шевченко Тарас Григорьевич|Т.]] [[Шевченко Тарас Григорьевич|Г. Шевченко]], М.. В. Добужинский һ. б. сағылдыра
 
1880 йылдарҙа һарай өлөшләтә реставрациялана һәм һарай яны йырсыларын урынлаштырыу өсөн реконструкциялана. Һыу үткәргес һәм канализация үтә, таяуҙары нығытыла. Приорат йыл әйләнәһенә илле кеше йәшәү өсөн яраҡлаштырыла. Артабан ул һарай яны кешеләре өсөн фатир итеп бирелә.
 
[[XX быуат]] башында һарайҙа төрлө күргәҙмәләр ойошторола башлай. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Приоратта госпиталь урынлаша. [[1924 йыл|1924]] йылдада Приоратта экскурсия станцияһы урынлашҡан, [[1930 йыл|1930]] йылдандан [[1940 йыл|1940]] йылғаға тиклем бында ҡайһы бер Ленинград заводтарының ял базаһы була
 
[[Икенсе донъя һуғышы]] йылдарында Приорат һаҡлап ҡалына, тик кәртәләренең бер өлөшө, бер ҡарауыл будкаһы емерелә, ҡыйығы һүтелә. Һуғыштан һуң унда хәрби-төҙөлөш частары, аҙаҡ Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто урынлаша, ә [[1968 йыл|1968]] йылдандан реставрация башына тиклем район крайҙы өйрәнеү музейы биләй.
 
1980 йылдар башынан һарайҙы реставрациялау башлана, улар башлыса [[2004 йыл|2004]] йылдада тамамлана һәм һарайға йөрөү өсөн асыла
 
== Приорат легендаһы ==