Киров проспекты (Дондағы Ростов): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Visem (фекер алышыу | өлөш)
5 юл:
Революцияға тиклем Киров проспекты Богатянов тыҡрығы тип атала<ref>[http://rostov-region.ru/books/item/f00/s00/z0000018/st006.shtml Загадка старой крепости]</ref>. Исеме Бай шишмә йәки Бай ҡоҙоҡ — таҙа тәмле һыулы [[Шишмә (һыу)|шишмә]] менән бәйле була.
 
Тыҡрыҡ ҙурая. Унда йәһүд дауаханаһы, колбаса һәм башҡа заводтар, оҫтаханалар барлыҡҡа килә. [[1904 йыл]]да Богатянов һәм Никольский урамдары мөйөшөндә (хәҙер Социалистик) ростов сауҙагәрҙәренең аҡсаһына коммерция училищеһының төҙөлөшө тамамлана..
 
Трамвай депоһы артында ҙур зыярат урынлаша, ә артабан, ташландыҡ ерҙәр артында —алдындағы ҙур майҙан менән [[ипподром]] урынлаша. 1910—1914 йылдарҙа ипподромда аэропландар осошо ойошторола. Бында [[1910 йыл]]да Сергей Уточкин һәләкәткә тарый, Адам Габер-Влынский, Тимофей Ефимов, Александр Васильев, Александр Кузминскийҙар оса.