Айтматова Нәғимә Хәмзә ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, стилде төҙәтеү, орфография
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
1 юл:
{{Ук}}
'''Айтматова Нәғимә Хәмзә ҡыҙы''' ([[7 декабрь]] [[1904 йыл]], [[Ҡараҡол]], [[Рәсәй империяһы]]- — [[10 август]] [[1971 йыл]], [[Бишкәк|Бешкәк]]) — [[Ҡырғыҙстан]]дың йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы [[Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы|Сыңғыҙ Айтматов]]тың әсәһе.
 
== Биографияһы ==
Нәғимә Хәмзә ҡыҙы Айтматова (ҡыҙ фамилияһы Абдувәлиева) 1904 йылдың 7 декабрендә Ысыҡ-Күлдәге [[Ҡараҡол]] (Пржевальск) ҡалаһында тыуған (Ҡырғыҙстан). Уның атаһы  — сауҙагәр Хәмзә Абдувәлиев сығышы менән хәҙерге [[Татарстан]]дағы Мачкара ауылынан. Әсәһе Ғәзизә ханым  — [[Себер татарҙары]]нан. Оло ағаһы Сабир, [[Швейцария]]ла уҡып, Ҡараҡолда тәүге үҙешмәкәр театр ойошторған, Нәғимә был театрҙа ҡатын-ҡыҙ ролдәрен уйнаған<ref name="Нагима Айтматова с детьми">[http://www.foto.kg/galereya/2931-istoricheskie-lichnosti-nagima-aytmatova-s-detmi.html Нагима Айтматова с детьми ]</ref>.
 
Революциянан һуң Хәмзә Абдувәлиевтың мөлкәтен тартып алалар һәм ул [[Ташкент]] ҡалаһына күсеп китә һәм оҙаҡламай шунда вафат була.
13 юл:
1926 йылда Нәғимә Абдувалиеваны Пишпеккә ([[Бишкәк|Бешкәк]]) комсомол эше буйынса курстарға уҡырға ебәрләр, бында ул буласаҡ ире Төрөҡул (ҡырғыҙса исеменең яңғырашы) Айтматовты осрата. Айтматов ул ваҡытта ВКП(б) өлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеген етәкләгән була. 1926 йылдың 3 сентябрендә Нәғимә менән Төрөҡул өйләнешә<ref name="Нагима Айтматова, мать Чингиза Айтматова">[https://proza.ru/2014/12/27/641 Нагима Абдувалиева, мать Чингиза Айтматова ]</ref>.
 
1927 йылда Төрөҡул ВКП(б)-ның өлкә комитеттың яуаплы секретары, Нәғимә  — комсомолдың [[Жәләл-Абад]] ҡала комитеты секретары итеп һайлана.
 
1928 йылда уларҙың тәүге улдары  — Сыңғыҙ Айтматов тыуа. Айтматовтарҙың биш балаһы була: 1931 йылда — Илгиз, 1934 — игеҙәктәр: улдары Рева (оҙаҡламай вафат була) һәм ҡыҙҙары Люция (Революция тигәндән), 1937 — Розетта тыуа.
 
1920 йылдар аҙағында Нәғимә Айтматова ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн көрәштә иң алғы һыҙыҡта була. Ҡалым, күп ҡатынлылыҡ, иртә никахтар, балаларҙы һатыу, пәрәнжәларен һалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы эҙәрлекләүҙәрҙәргә ҡаршы көрәшә.
39 юл:
<blockquote>«Поклон Матери нашей! Каким мужеством, мудростью и преданностью своему родительскому долгу обладала она! Все лучшее в нашей жизни и судьбах наших, включая наше образование, было достигнуто благодаря её труду и мужеству»</blockquote>..
 
"«Манас-Аталағы ҡарҙар"» мәҡәләһендә ул: «…будь я скульптором или художником, жизнь посвятил бы тому, чтобы создать образ женщины военных лет, в котором попытался бы выразить в едином порыве все свои чувства благодарности, восхищения, гордости и сострадания к ней, к этой великой фигуре двадцатого века». «Мать — это начало Родины, Мать — это родной язык, Мать — это совесть, вкушенная вместе с материнским молоком» (С. Айтматов).
 
Нәғимә Хәмзә ҡыҙы Айтматова 1971 йылдың 10 авгусында вафат була. Уны һуңғы юлға оҙатырға бик күп кеше килә, иң билдәле ҡырғыҙ аҡындары уны сеңләүҙәр менән оҙата.
 
== Нәғимә менән Төрөҡул Айтматовтың балалары ==
* [[Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы|Сыңғыҙ Айтматов]], бөтә донъяла билдәле яҙыусы.
* Илгиз Айтматов — ғалим, академик. Техник фәндәр докторы. СССР Дәүләт премияһы лауреаты. Ҡырғыҙ ССР-ы Дәүләт премияһы лауреаты.
* Люция Айтматова — инженер-энергетик, йәмәғәт эшмәкәре.
* Розетта Айтматова  — физика-математика фәндәре кандидаты. Ҡырғыҙ теленә Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата бөтә төр дискриминацияны бөтөрөү буйынса конвенцияны тәржемә иткән һәм уны нәшер иткән. "Ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү үҙәге " АЙ Президенты.
 
== Хәтер ==