Википедия:Топонимдар буйынса фекерләшеү: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
14 юл:
 
== Тәңесме → Үрге Ильясмы? ==
Тағы бер тапҡыр фекерләшәйек әле. Ырымбурҙарҙан ныҡлап һорашып, ауыл исемдәрен дөрөҫләгәйнем 1 йыл элек. Юҡ, Үрге Ильяс тигән исем Ырымбур башҡорттарында. М.Буранғоловтың тыуған ауылы - Тәңес! Урыҫтар Верхнеильясово тип исем биргәнгә, беҙҙең Башҡортостандан барған журналист, яҙыусылар Түбәнге Ильяс тип тәржемә итеп маташалар. Кемгә кәрәк һуң ул исем? Яҡтыкүлгә Мунсалы тип исем биргән һымаҡ килеп сыға бит, руссанан тәржемә итеп. Йәйә эсенә меҫкен генә итеп Яҡтыкүл тип яҙылмаған, күкрәк киреп баҫҡан Банноенан алда. Шул принцип буйынса Тәңес торорға тейеш түгелме ни? Шулай уҡ Староюлдашево, Малоюлдашево, Новоюлдашево. Ә улар Юлдаш Һәм Абдулла ауылдары. Урыҫтың Малоюлдашево һәм Новоюлдашевоһы - Абдулланың биръяғы менән аръяғы. {{u|Лилиә}}, фекерләшеү биттәрендә хәбәрҙән һуң имза ҡуйыла.
: Википедияла ''«Ырымбурҙарҙан ныҡлап һорашып, ауыл исемдәрен дөрөҫләү»'' [[w:ru:Википедия:Недопустимость оригинальных исследований|Оригинал эҙләнеүҙәр]] тип атала һәм улай эшләргә ярамай. Сөнки, Статья в Википедии — это не сочинение, а изложение. Википедия мәҡәләһен (исемен дә) [[w:ru:Википедия:Авторитетные источники|сығанаҡтарға]] таянып һәм уларға һылтанма яһап яҙырға кәрәк. Ауылдың рәсми исеме [[Үрге Ильяс]] икәнен Башҡорт энциклопедияһында ике мәҡәлә раҫлай (һылтанмаларҙы ҡара), ә [[Тәңес]] — халыҡ телендәге исем икәненә һылтанмалар табып ҡуйҙым. [[Тәңес]] тигән йүнәлтеү бите бар, ул [[Үрге Ильяс]]-ҡа илтә. Тимәк, ике исем менән дә Википедияла мәҡәләне табып була. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 20:12, 13 ноябрь 2020 (UTC)