Гордеев Михаил Викторович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Учёный | Имя = Гордеев Михаил Викторович | Оригинал имени = | Изобр..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

18:03, 19 октябрь 2020 өлгөһө

Гордеев Михаил Викторович (19 сентябрь 1957 йыл, БАССР Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә (Красный Ключ ) ҡасабаһы) — ғалим, фитотерапевт, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы.

Гордеев Михаил Викторович
Тыуған көнө

19 сентябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

биология, ботаника, биохимия, фитотерапия

Эшләгән урыны

РФА Өфө фәнни үҙәгенең үҫемлек ресурстары һәм геоботаника лабораторияһы

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

биология фәндәре кандидаты(2003)

Награда һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ табибы,Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре

Башҡортостан фитотерапевтар Ассоциацияһының вице-президенты , Рәсәй фитотерапевтары йәмғиәте Президиумының ағзаһы, фитоүҙәктәр селтәрен булдырыусы, Гордеев Здравницаһын (фотоцентр Здравница Гордеева) нигеҙләүсе, «Здоровье нации» Республика йәмғиәт ойошмаһының рәисе.

Мейе һәм барлыҡ эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген үләндәр һәм тәбиғи ысулдар менән тергеҙеүҙең уникаль методикаһын булдырыусы.

Биология фәндәре кандидаты (2003 г.).

Биографияһы

Михаил Викторович Гордеев 1957 йылдың 19 сентябрендә БАССР-ҙың Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә (Красный Ключ ) ҡасабаһында тыуған.

1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. «Биолог-ботаник» булараҡ белгес һөнәренә эйә була.

Хеҙмәт юлы, һөнәре буйынса эшмәкәрлеге «Шүлгән-Таш» Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында башлана. Унан һуң эшмәкәрлеген Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең үҫемлек ресурстары һәм геоботаника лабораторияһында дауам итә. Биология фәндәре кандидаты (2003 й.). 1995 йылдан фәнни, консультатив һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып бара.

Шул уҡ ваҡытта үләндәр менән дауалау серҙәрен өйрәнә, тәжрибәле фитотерапевтар менән бәйләнеш булдыра. Бөтә Советтар Союзына билдәле Василий Ковсалёвтың мираҫын өйрәнә. Билдәле үлән белегесе, фитопрепараттарҙың уникаль рецептураһын булдырыусы Нәзим Шараповтың ассистенты була . Фитотерапевт һәм публицист , дарыу үләндәре тураһында китаптар авторы целебных свойствах растений Рим Ахмедов менән бергә пациенттарҙы ҡабул итә.

1995 йылда М.В. Гордеев Өфөлә үҙенең тәүге фитоүҙәген булдыра. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә фитоүҙәктәр селтәре ( «Центр оздоровительного питания Здравница травника Гордеева») етәксеһе.

Гордеев бренды аҫтында был селтәр Өфөлә һәм Башҡортостан ҡалаларында ғына түгел, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Магнитогорскийҙа һәм башҡа бик күп ҡалаларҙы эшмәкәрлек алып бара.

Михаил Викторович үләндәр дауаһын һәм уның дауалау буйынса оригиналь методикаһын өйрәнергә теләүсе табиптар өсөн уҡытыусы һәм юҫыҡ биреүсе булып тора, сығыштар яһай, видио яҙмалар ҡуя. Кәңәш һәм ярҙам һорап хатта сит илдәрҙән дә мөрәжәғәт итәләр.

Гордеевтың фитоүҙәктәре табиптар менән берлектә эшләй. Дауа өсөн үләндәр Гордеевтың үҙенең етәкселегендә Башҡортостандың һәм Алтайҙың экологик яҡтан таҙа урындарынан ғына йыйыла. Дарыу сеймалының тап тәғәйенләнеше һәм сифаты етештереү һәм һынау бойондороҡһоҙ аккредитация лабораторияһында тикшереү үтә. Хәҙерге көндә бик күп шифалы үлән ҡатышмалары клиник һынауҙарҙы уңышлы үткән .

Фәнни эшмәкәрлеге

2003 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең биохимия һәм генетика УНЦ РАН (Өфө) Институның биохимия кафедраһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай . Әлеге ваҡытта докторлыҡ диссертацияһына әҙерләнә.

Михаил Викторовичтың күп һанлы фәнни публикациялар авторы. Фитотерапевтарҙың Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлендәге конференциялар һәм съездарҙа әүҙем ҡатнаша, сығыш яһай, тәжрибәһе менән уртаҡлаша .

Гордеев эшмәкәрлегенә нигеҙләнеп 9 кандидатлыҡ диссертация яҡланған. Фитоүҙәк хеҙмәткәрҙәре тарафынан алтмыштан ашыу публикация баҫтырылған. Уйлап табыуға патент алынған.

Публикациялары

  • Гордеев М. В. и др. Экспериментальное исследование протективного влияния экстракта фитотерапевтической композиции с циклодекстрином на развитие остеопороза // Вопросы курортологии, физиотерапии и лечебной физической культуры. – 2017 – 94(5). – С. 18–24.
  • Гордеев М. В. Особенности гормонального статуса и характеристика костного метаболизма при остеопорозе у женщин с неблагоприятным репродуктивным анамнезом : дис. … канд. биол. наук : 03.00.04. – Уфа, 2003. – 131 с.
  • Бородин С. В., Гордеев М. В. и др. Факторный анализ биохимических и клинических показателей асептического некроза головки бедренной кости // Гений ортопедии. – 2018. – Т. 24. – № 4. – С. 487–491.

Наградалары, маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ табибы,
  • “Рәсәй Федерацияһының халыҡ табибы “ («Народный целитель Российской Федерации»),
  • Башҡортостан фитотерапевтар Ассоциацияһының вице-президенты ,
  • Рәсәй фитотерапевтары йәмғиәте Президиумының ағзаһы,
  • «Здоровье нации» Республика йәмғиәт ойошмаһының рәисе
  • ” Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре" ( «Заслуженный работник сферы обслуживания Республики Башкортостан»),
  • ” Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн “ миҙалы ( «За многолетний плодотворный труд»).

Гордеевтың рецептураһы буйынса етештерелгән продукция 2000 йылда « Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары » дипломына лайыҡ була

Һылтанмалар