Сыңрау торна (балет): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Il Nur (фекер алышыу | өлөш)
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Биттең эстәлеге юйылған
Тамғалар: Таҙартыу
1 юл:
{{АХБ|http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12927-sy-rau-torna}}
'''Сыңрау торна балеты''' — композиторҙар Л. Б. Степанов һәм З. Ғ. Исмәғилев ижад иткән 3 шаршаулы балет. Тәүге башҡорт милли балеты. 1941 йылда яҙылған.
 
== Тасуирламаһы ==
"Сыңрау торна" балеты — шул уҡ исемдәге башҡорт халыҡ легендаһы мотивтары буйынса яҙылған әҫәр. 1941 йылда яҙылған балеттың премьераһы 1944 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында була.
 
Либреттоһын [[Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы|Ф. Ә. Ғәскәров]] яҙған, балетмейстеры — [[Анисимова Нина Александровна|Н. А. Анисимова]], дирижёры — Х. В Фазлуллин, ҡуйыусы рәссамы — [[Имашева Ғәлиә Шакир ҡыҙы|Ғ. Ш. Имашева]][http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12927-sy-rau-torna].
 
Төп партияларҙы башҡарыусылар:
 
* Зәйтүнгөл — [[Насретдинова Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы|З. Ә. Насретдинова]],
* Йомағол — [[Сафиуллин Хәләф Ғата улы|Х. Ғ. Сафиуллин]],
* Арыҫланбай — [[Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы|Ф. Ә. Ғәскәров]],
* Торналар башлығы — [[Юлтыева Нинель Дауыт ҡыҙы|Н. Д. Юлтыева]].
 
Сюжет егет менән ҡыҙ мөхәббәте тураһындағы легендаға нигеҙләнгән, ырыуҙаштары һәм торналар образында тыуған тәбиғәт уларға вәхшилекте, яманлыҡты еңергә ярҙам итә. Спектаклдә төп тасуири алым итеп пантомима, йолалар һәм халыҡ уйындары элементтары менән байытылған классик һәм башҡорт халыҡ бейеүен органик берләштереү ҡулланылған. Күмәк халыҡ күренештәре лирик дуэттар, яңғыҙ бейеүҙәр менән сиратлаша.
 
"Сыңрау торна" балетының 2‑се редакцияһының (4 шаршаулы) премьераһы 1953 йылда була (Ғәскәров либреттоһы, балетмейстеры Анисимова, дирижёры Г. А. Ержемский, ҡуйыусы рәссамы [[Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы|М. Н. Арыҫланов]]). Партияларҙы Зәйтүнә Насретдинова (Зәйтүнгөл), Хәләф Сафиуллин (Йомағол), Ф.С.Йосопов (Арыҫланбай), [[Таһирова Майя Афзал ҡыҙы|М. А. Таһирова]] (Торналар башлығы) башҡара.
 
3‑сө редакцияһының (3 шаршаулы) премьераһы 1977 йылда үтә (Фәйзи Ғәскәров либреттоһы, Зәйтүнә Насретдинова һәм Р. А. Насиров спектаклде яңырта, дирижёры [[Моталов Ғәйнетдин Хәйретдин улы|Ғ. Х. Моталов]], ҡуйыусы рәссамы [[Плекунов Владимир Иванович|В. И. Плекунов]]). Партияларҙы башҡаралар: [[Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы|Л. С. Ҡыуатова]] (Зәйтүнгөл), Ю. Ғ. Ушанов (Йомағол), [[Тереғолов Шамил Әхмәт улы|Ш. Ә. Тереғолов]] (Арыҫланбай), С. И. Саттарова (Торналар башлығы).
 
4‑се редакцияһының премьераһы 1997 йылда була (бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусы Шамил Тереғолов, дирижёры М. Ә. Әхмәтзарипов, ҡуйыусы рәссамы Д. А. Чербаджи). Партияларҙы башҡаралар: Н. А. Сологуб (Зәйтүнгөл), Б. М. Юлдашев (Йомағол), Р. Р. Мөхәмәтов (Арыҫланбай), Е. Ю. Фомина (Торналар башлығы).
 
Балет [[Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы]]нда (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында үткән БАССР әҙәбиәте көндәрендә күрһәтелә.
 
"Сыңрау торна" балеты 1959 йылда Свердловск киностудияһында экранлаштырыла (Ғәскәров һәм [[Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы|Ә. Һ. Бикчәнтәев]] либреттоһы, режиссеры О. П. Николаевский, балетмейстеры Анисимова).
Ролдәрҙе башҡаралар: Э. Ә. Сөләймәнова (Зәйтүнгөл), И. Х. Хәбиров (Йомағол), Сафиуллин (Арыҫланбай), Насретдинова (Торналар башлығы)[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12927-sy-rau-torna].
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
[http://bash.bashenc.ru/index.php/component/content/article/8-statya/12927-sy-rau-torna]/{{БЭ2013|}}
 
== Әҙәбиәт ==
* Хайруллин Р. Х. Мастера балетного искусства Башкирии. Уфа, 1963;
* Ахмадеева Г. Н. Башкирский балет. Уфа, 2003;
* Галина Г. С. Тамара Худайбердина. Уфа, 1996.
 
[[Категория:Башҡортостанда балет]]