Зәкирйәнов Әлфәт Мәғсүм улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл:
 
== Биографияһы ==
 
[[Файл:Ә.М.Закирҗанов_1.jpg|справа|мини|281x281пкс|«Заман белән бергә» китабы. ''2004'']]
[[1959 йыл|1959 йылдың]] [[7 октябрь|7 октябрендә]] Татарстан АССР-ы, Мамадыш районы Юғары Яке ауылында [[Бөйөк Ватан һуғышы|һуғыш]] ветераны Мәғсүм Закирйәновтың һигеҙ балалы ғаиләһендә етенсе бала булып тыуған. Үсәли ҡыҙы булған үҙ әсәйенән бик йәшләй етем ҡалған: әсәһе Зәйтүнә район үҙәгенән ауылға ҡайтҡанда ул ултырған машина ауып, шунда вафат булған<ref>''Роза Заһидуллина''. [http://www.tatyash.ru/index.php?issue=12382&file=71.htm Зәйтүнә апа ничек куаныр иде!] «[[Татарстан яшьләре]]<nowiki/>»</ref>. Баҫҡан ауылынан булған Сабира инәй тәрбиәһендә үҫә<ref>[http://kazanutlary.ru/news/ak-ilk-n/blky-lft Бәләкәй Әлфәт.] «[[Казан утлары]]<nowiki/>», 2.10.2019</ref>. Бәләкәй һәм Урта Кирмән ауылдарына йөрөп уҡый. [[1976 йыл|1976 йылда]] [[Түбәнге Кама]] ҡалаһында төҙөүсе булып эшләй. Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай (''[[1983 йыл|1983]]''). Мамадыш районы Урта Кирмән мәктәбенә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп билдәләнә. Бер йылдан Уразбахты мәктәбенә директор итеп күсерәләр, [[1984 йыл|1984]]—[[1987 йыл|1987 йылдарҙа]] Уразбахты мәктәбе директоры. [[1987 йыл|1987 йылда]] ғаиләһе менән [[Ҡазан|Ҡазанға]] күсенә, мәктәптә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләй. [[1989 йыл|1989 йылда]] [[Мәскәү|Мәскәүҙәге]] Милли мәктәптәр институты ҡарамағындағы аспирантураға уҡырға инә. [[1993 йыл|1993 йылда]] «{{Comment|Татар мәктәбенең өлкән классларында драма әсәрләрен өйрәнү|Изучение драматических произведений родной литературы в старших классах татарской школы}}» тигән темаға педагогика фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. Мәғарифтың милли проблемалары институтының Ҡазан филиалында фәнни хеҙмәткәр, ғилми сәркәтип. [[1995 йыл|1995 йылдан]] [[Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты|Ҡазан дәүләт университетының]] татар әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы, [[1997 йыл|1997 йылдан]] доцент булып эшләй. 2012 йылда «{{Comment|Хәзерге заман татар әдәбият белеме: традицияләр һәм яңа тенденцияләр|Современное татарское литературоведение: традиции и новые тенденции}}» темаһына филология фәндәре докторлығына диссертация яҡлаған.