Креков Фёдор Андреевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Креков Фёдор Андреевич [[1919 йыл|1919]] йылдыңдың 19 февралендә тыуған Рождественский ауылында тыуған. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Өфө районының ауылы. Белеме - тулы булмаған урта.
 
1937 йылда паровоз кочегары булып эшләй башлай. Фабрика-завод уҡытыу мәктәбен тамамлағандан һуң, [[Өфө]] паровоз ремонтлау заводында машинист ярҙамсыһы, машинист булып эшләй башлай. 1940 йылда Ленинград өлкәһе Ораниенбаум ҡалаһына бронепоезд машинистарының хәрби-техник уҡыуына ебәрелә. 1941— 1945 йылдарҙа Фёдор Андреевич — Көнбайыш, Брянск, I Украин фронттарында паровоз-бронепоезының өлкән машинисы. Бронепоезд составында Волоколамск шоссеһы сиктәрендә һуғыша, Мәскәүҙе обороналауҙа, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. 1946 йылдан (демобилизациянан һуң) Куйбышев тимре юлыныңы [[Дим]] станцияһында паровоз машинисы, Дим депоһы начальнигы урынбаҫары, өлкән машинист булып эшләй, 1955 йылдан Дим локомотив депоһының электровоз машинисы.
 
Һуғыштан һуңғы тәүге биш йыллыҡта (1946-1950) Фёдор Андреевич Дим депоһында тәүгеләрҙән булып тәүлегенә 500 километр паровоз юлы үтә; һуңынан 1958 йылда электровозда 1 000 километрҙан артыҡ юл үтә.