Википедия:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Haqmar (фекер алышыу | өлөш)
Haqmar (фекер алышыу | өлөш)
174 юл:
 
=== Һүрәттәр, рәсемдәр ҡуйығыҙ ===
Мөмкинселегеҙ булған һайын фотоһүрәттәр, карталар, һүрәттәр һәм тауыш яҙмалары ҡуйығыҙ. Әгәр һеҙ эҙләгән файлдар [[Ярҙамсы:Imagelist|Википедия һүрәттәре базаһында]] йәки [[:commons:|Вики-Һаҡлағыс]]та юҡ икән, тәүҙә файлды базаға тейәр кәрәк, бының өсөн һеҙ системаға [[Wikipedia:Теркәлеү|танылған]] булырға тейешһегеҙ. Һүрәттәрҙе ҡулланыу тураһындағы ентекле мәғлүмәттәр өсөн [[Wikipedia:Һүрәттәр]] битен ҡарағыҙ.
 
Шәхестәрҙең фотоһүрәттәрен мәҡәлә башланғысына ҡуйған ваҡытта мөмкинселегеҙгә ҡарап алдан төшөрөлгән фотоһүрәттәр ҡулланырға тырышығыҙ (алдан төшөрөлгән һәм дүрттән өс өлөшө күренгәндәр ҙа ярай). Башҡа яҡтан төшөрөлгән һүрәттәр ҡулланырға кәңәш ителмәй. Ҡағиҙә буйынса фотоһүрәт мәҡәләнең уң яғына тигеҙләнеп ҡуйыла, ләкин фотоһүрәттәге кеше уңға боролған булһа (йәғни «тышҡа» ҡарап торған буласаҡ), уны мәҡәләнең һул яғына тигеҙләп ҡуйыр кәрәк. Был ҡағиҙәләр хайуандар өсөн дә, шулай уҡ арауыҡта йүнәлеш һайлай алыу һыҙаттары булған транспорт саралары өсөн дә ғәмәлдә. Был турала ентекле мәғлүмәттәр өсөн [[Wikipedia:Һүрәттәр#Кәңәштәр]].
 
Башҡа төрҙәге фотоһүрәттәрҙе мәҡәлә башына, эсенә ҡуйғанда айныҡ аҡыл менән эш итегеҙ.
[[:commons:|Вики-Һаҡлағыс]] — Википедияның туғандаш сайты, һүрәттәр һәм башҡа [[мультимедиа|мультимедия]] файлдарын һаҡлау өсөн махсус эшләнгән. Википедияла [[Вики-Һаҡлағыс| Вики-Һаҡлағыс тураһында]] мәҡәлә бар.
 
=== Типографика ===