Кәримова Роза Шәйхетдин ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә subst:'ing using AWB
5 юл:
Роза Кәримова 1959 йылда Мәскәүҙә А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын тамамлағандан һуң (Б. В. Бибиков һәм О. И. Пыжова курсы) Башҡорт академия драма театрына эшкә ҡайта. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡуйған спектаклдәрҙәге төрлө ролдәрҙә уйнай. Ул лирик-һәм драматик ролдәрҙе лә, комик‑сатирик ролдәрҙе лә уңышлы башҡара. Сит ил, рус һәм башҡорт авторҙары пьесалары буйынса был театр сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәрҙә 80-дән ашыу образ ижад итә.
 
1989 йылдан 1989 йылдан 1995 йылға тиклем Республика йәш тамашасы театры (хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театры) актерыактёры була.
 
1961 йылдан алып Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
12 юл:
 
== Ғаиләһе ==
Роза Кәримованың ире — актерактёр, режиссер, 1969—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт министры Вил Сәғит улы Кәримов.
Роза Шәйхетдин ҡыҙы үҙен ирҙән уңдым тип һанай, театр һәм сәнғәтте бик яҡшы белгән Вил Сәғит улы уның ижади эшмәкәрлеген баһалаусы, тәнҡитсе була<ref>[https://www.bashinform.ru/news/781762-teatr-ee-sudba-i-zhizn-k-yubileyu-vidnoy-aktrisy-rozy-karimovoy/ Театр — её судьба и жизнь (К юбилею видной актрисы Розы Каримовой)] // bashinform.ru</ref>.
Кәримовтарҙың улы Булат Кәримов — режиссер, БСТ тапшырыуҙарын алып барыусы. Тамашасылар уның эшмәкәрлеге менән «Следопыт» тапшырыуы аша таныш<ref>http://www.delomir.ru/kultura-i-iskusstvo/kultura/2982-tvorcheskaya-dinastiya.html</ref>.
21 юл:
Милли Йәштәр театрындағы ролдәре — Палапан («Иҙеүкәй менән Мораҙым», М. А. Буранғолов), Кукушкина («Төшөмлө урын» — «Доходное место», А. Н. Островский), Макпал («Мөхәббәт тураһында легенда» — «Легенда о любви», Г. М. Мусрепов).
 
АктерҙыңАктёрҙың таланты классик репертуар спектаклдәрендә тулы асыла: Джульетта («Ромео һәм Джульетта» — «Ромео и Джульетта», У.Шекспир), Нина Заречная («Аҡсарлаҡ» — «Чайка», А. П. Чехов), Надежда Коломийцева («Һуңғылар» — «Последние», М.Горький), Акулина, Анна Дмитриевна («Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә» — «Власть тьмы», «Живой труп», Л. Н. Толстой) һ.б.<ref>«kulturarb»</ref>.
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары ==