Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу, күренеште төҙәтеү
1 юл:
{{Ук}}
'''Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы''' ([[26 июль]] [[1970 йыл]]) — театр актёры, йырсы. 1993 йылдан [[Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры]], 2000 йылдан — [[Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры]] актрисаһы, йырсыактёры. [[Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы]] (2004).
 
== Биографияһы ==
Алһыу Исмәғил ҡыҙы Бәхтиева 1970 йылдың 26 июлендә [[БАССР]]-ҙың [[Баймаҡ районы]] [[Үрге Таулыҡай]] ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған<ref>[http://башкортостанкызы.рф/archives/192-ytkndrem-kil-aldyma.html ӘЙТКӘНДӘРЕМ КИЛӘ АЛДЫМА]</ref>. 8-се класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә.
 
1989 йылда [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты|Өфө дәүләт сәнғәт институтының]] театр факультетына инә. Ошо уҡ ваҡытта «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә үҙенең вокаль карьераһын башлай<ref name="Баймаҡ">Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.</ref>. 1993 йылда институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, [[Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры]]натеатрына эшкә ебәрелә. Бында Алһыу Бәхтиева бик матур, сағыу образдар тыуҙыра, халыҡ уны бигерәк тә йыраусы актриса булараҡ бик йылы ҡабул итә. Сибай театрында уйнаған ролдәренән: Әсифә (Исҡужин Бүребай Мәхмүт улы|Б. Исҡужин, «Һуңғы Аҡсарлаҡ»,) Сәжидә (К. Тинчурин, «Ҡазан таҫтамалы»), Наза (Б. Бикбай, З. Исмәғилев «Ҡоҙаса»), Гөлсәриә ([[Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы|Г. Әхмәтҡужина]], «Абыстай»), Дилара ([[Бүләков Флорид Миңнулла улы|Ф. Бүләков]], «Ҡыҙҙар ни өсөн илай»), Сәйҙә ([[Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы|И. Абдуллин]] «Тиле йәшлек»), Шарлотта (Мольер, «Дон Жуан»), Гөлзифа әбей ([[Кинйәбаев Рәлиф Мөстәҡим улы|Р. Кинйәбаев]], «Их, Байтимер дуҫ»), Аҡ тауыҡ ([[Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы|Г. Юнусова]], «Осоп булмай ҡанатһыҙ»)<ref name="Баймаҡ"></ref>.
 
2000 йылда һәләтле актриса [[Башҡортостан]]дың баш ҡалаһына күсә һәм [[Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры]]ндатеатрында эшләй башлай.
 
Алһыу Бәхтиева республика халҡына йырсы булараҡ киң билдәле.