Википедия буйынса фекерләшеү:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
83 юл:
*[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]], [[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]], [[Ҡатнашыусы:Азат Хәлилов|Азат Хәлилов]], [[Ҡатнашыусы:Alfiya55|Alfiya55]],[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]], [[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]], [[Ҡатнашыусы:З. ӘЙЛЕ|З. ӘЙЛЕ]],{{u|Тутыйғош}}, {{u|Банат Валеева-Яубасарова}}, {{u|Таңһылыу}}, {{u|Ләйсән}}, {{u|Таңһылыу}}, {{u|Хаят Йосопова1}}, {{u|Шәһәрбаныу}}, {{u|Юлдашева Луиза}}, {{u|Һәҙиә}}, {{u|Әхмәтова Алһыу}}, {{u|Лилиә}}, {{u|Akkashka }}! Конкурстар тураһында бәхәс тап бына ошо һорауға яуап бирмәй тороп, туҡтай торған түгел.
 
Ысынлап та, '''Башҡорт Википедияһының''' уҡыусыһы кем һуң ул? Һис шикһеҙ, башлыса башҡортса уҡый белгән кеше. Башҡортса уҡый белгән кеше башҡорт телендә ниндәй материал эҙләй? Иң күбе - башҡорт халҡы, Башҡортостан, башҡорт мәғарифы һәм мәҙәниәте, дин һ.б. тураһында икәне бәхәс тә тыуҙырмайҙыр. Башҡорт Википедияһы - милли ресурс икән, тап унда башҡорттар тураһында урыҫса, йәки башҡа телдәге викиҙа табып булмаҫлыҡ мәғлүмәттәр тупланырға тейештер. Башҡа материалды бөгөнгө уҡыусы, урыҫ телен белгән уҡыусы, әлбиттә, урыҫ Викиһынан эҙләйәсәк - уҡыуы еңелерәк (тәржемә - тәржемә инде ул, [[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]] әйтмешләй, ҡайһы саҡ аңлап та булмай), тематика ла киңерәк, мәҡәлә йөкмәткеһе лә байыраҡ...
 
'''Башҡортса Википедия''' икән - бындай нәмәләр менән баш ҡатырып тораһы түгел - әйҙә урыҫсанан тәржемә ит тә ит. Төрлө конкурстарға, уйлап та тормай, яҙ ҙа яҙ! Тик аҡса ғына эшләп булһын! Башҡортса уҡыусыға кәрәкме ул, ҡыҙыҡмы ул, файҙалымы - эш юҡ! Конкурстар кәрәкмәй тимәйем, кәрәк, әммә уның уҡыусыбыҙ өсөн дә файҙалы, мәнфәғәтле булыуы кәрәк. Имеш, башҡа телдәргә тәржемә ителәбеҙ ҙә танылабыҙ, тиеү ҙә бик шикле - башҡа телдәргә беҙҙе урыҫ теле аша тәржемә итәләр, һис тә башҡортса мәҡәләләр аша түгел. Һәм танылыу беҙгә нимә бирә һуң? '''''Башҡорт Википедияһы икәнбеҙ - төп маҡсатыбыҙ - башҡорт телле уҡыусылар өсөн эшләү!''''' Бында бер ниндәй сепаратизм да, милләтселек тә юҡ, исеме әйтеп тора Википедияның. Улайһа Башҡорт Википедияһы булыуҙың үҙен сепаратизм тип белдерә башларға мөмкиндәр! --[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 12:12, 28 июнь 2020 (UTC)
 
*Башҡорт Википедияһында эшләүемә 4 йыл, 7 ай, 27 көн булып киткән икән. Ошоғаса бында тик ҡыуанып ҡына, милләтем, телебеҙ өсөн файҙа килтерәм тип ғорурланып эшләнем. ..
'''Эгоистмындыр...сөнки һәр эшемдә өс мәнфәғәт табып эшләйем. Википедияла ла:'''
 
*темам миңә ҡыҙыҡлы булырға тейеш, үҙем өсөн дә, башҡалар өсөн дә;
*темам миңең үҙемә файҙалы, яңы белем килтерергә тейеш;
*мәҡәлә һәр уҡыусыға, башланғыс белем алыусыға ла белемен тәрәнәйтергә теләүсегә лә тема буйынса уның төп нигеҙҙәрен бирергә тейеш.
 
'''Шул уҡ ваҡытта, мәҡәлә''' :
 
-минең дә( (кем эшләгән, шул эшләгән )
 
-һәм, әлбиттә, иң беренсе Башҡорт Википедияһының “битен ҡыҙартырлыҡ” булмаҫҡа тейеш.
Фекер алышыумы, ҡайҙалыр сығышмы, докладмы, публикациямы ... уның үҙ ҡануны бар: тәҡдим иткән әйбер кәрәкле булырға , ихтыяжға тап килергә тейеш (быны белеүе ҡыйын түгел:тыңлаусы юҡ, кемдер йоҡлай... һөйләшә... үҙ эше менән мәшғүл... йәки, киреһенсә).
 
Статистика- ул һан ғына түгел, сифат та. Уны күрһәткән таблицаны төрлө юҫыҡтан сығып эшләргә мөмкин.
Әммә ул үҙенең күрһәткестәрен мөмкин тиклем обьектив сағылдырырға тейеш. Минеңсә, бындай сифатҡа иң яҡыны мәҡәләләрҙең уҡымлығын күрһәткән таблица. Унда ла, бәлки, мәҡәлә уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙе, тип тулыһынса әйтеп булмай. Әммә ошо һан күрһәткесе буйынса теманың ни тиклем кәрәклеген билдәләй алабыҙ. Тимәк, уҡымлы темаларҙы тулыландырыу зарур булып тора.
 
'''Бына шундай итеп эшләй алыуыбыҙ өсөн ниндәй проблемаларҙы хәл итергә кәрәк һуң? Викила эшләү дәүерендәге тәжрибәнән күпмелер фекер туплана килде:'''
 
-Википедияла мәҡәлә яҙыусы ирекмәнде –белгесте ирекмәнде–белгесте әҙерләү урыны ла, уҡытыусылар ҙа юҡ. Тимәк, был хеҙмәт тик уның үҙендә ойошторола ала һәм ошо өлкәлә өлкәләләлә эшләргә теләүсе ирекмәндәр кәрәк. Башҡа юлы юҡ (бәхеткә ундай ирекмәндәр Башвикила бар, техник яҡтан да, грамматика, тәржемә буйынса ла өйрәтерлек һәм өйрәтеүсе).
 
Әммә бының өсөн кәмендә 3-5 көнлөк практик дәрестәр кәрәк. Бер йыйынып сыҡҡанда күберәк өйрәнеп, практик яҡтан ҡулланыу күнекмә ала алырлыҡ итеп. Күнекмәһеҙ белем иҫтә ҡалмай.
 
Әммә бының өсөн кәмендә 3-5 көнлөк практик дәрестәр кәрәк. Бер йыйынып сыҡҡанда күберәк өйрәнеп, практик яҡтан ҡулланыу күнекмәкүнекмәһен ала алырлыҡ итеп. Күнекмәһеҙ белем иҫтә ҡалмай.
-Википедияға тәҡдим ителгән мәҡәлә тикшерелә. Етешһеҙлектәр булһа, төҙәтергә ҡуйыла, төҙәтелмәһә юйыла тип аңлағайным.
Әммә хәҙер мәҡәлә яҙылыу менән һеҙҙеке түгел.Ул мәҡәлә өсөн бер кем дә яуаплы түгел тиһегеҙ. Әллә мин яңылыш аңлайыммы? Улай булһа, ниндәй сифат хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ?
 
-Википедияға тәҡдим ителгән мәҡәлә тикшерелә. Етешһеҙлектәр булһа, төҙәтергә ҡуйыла, төҙәтелмәһә юйыла, тип аңлағайным.
-Шул уҡ ваҡытта кемдәрҙер мәҡәләһе өсөн тәнҡитләнә, ә кемдәргәлер бер талап та юҡ.Мәҫәлән, Хамидуллин һаман да бер абзацтан торған, хаталы һәм мәғәнәһе лә бик асыҡ бирелмәгән мәҡәләләр яҙа. Викиның татистикала һаны бара, ә сифаты төшә. Уның мәҡәләһен редакциялаусыны ла, тәнҡитләүсе админ да юҡ.(Раян яҙҙы ла ул уны тыйып, тик яҙғаны үтәлмәй).
Әммә хәҙер мәҡәлә яҙылыу менән һеҙҙеке түгел. Ул мәҡәлә өсөн бер кем дә яуаплы түгел тиһегеҙ. Әллә мин яңылыш аңлайыммы? Улай булһа, ниндәй сифат хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ?
 
-Шул уҡ ваҡытта кемдәрҙер мәҡәләһе өсөн тәнҡитләнә, ә кемдәргәлер бер талап та юҡ. Мәҫәлән, Хамидуллин һаман да бер абзацтан торған, хаталы һәм мәғәнәһе лә бик асыҡ бирелмәгән мәҡәләләр яҙа. Викиның татистикаластатистикала һаны бара, ә сифаты төшә. Уның мәҡәләһен редакциялаусыныредакциялаусы ла, тәнҡитләүсе админ да юҡ. (Раян яҙҙы ла ул уны тыйып, тик яҙғаны үтәлмәй).
-Конкурстарҙа , бигерәк тә, аҡса өсөн яҙылғандарында мәҡәләләр тикшерелеп өлгөрмәй.Хатта байттары тикшерелгән осраҡта ла, мәҡәләнең эстәлеге тикшерелеп бөтмәй. Беләм, сөнки, мәҡәләләрҙе редакциялап ҡарағаным бар (Әммә минән миҫал һорамағыҙ.Улар конкурс буйынса таблицаларҙа ҡуйылған).
Әммә дөрөҫ аңламайыммы, бының өсөн бер кем дә (админда, конкурсты ойоштороусы ла...) яуаплы түгел тип яҙаһығыҙ. Әгәр инде ниндәйҙер етешһеҙлек булһа, бында Зөфәр бей һәм админ ғына ғәйепле . Иҫкәртә лә алмай, тәҡдим дә әйтә алмай(ҡара эш елкәңдә, етәксе түгелһең ...). Ә ҡайҙа булған башҡа админдар, бейҙәр ?
 
-Конкурстарҙа , бигерәк тә, аҡса өсөн яҙылғандарында, мәҡәләләр тикшерелеп өлгөрмәй. Хатта байттары тикшерелгән осраҡта ла, мәҡәләнең эстәлеге тикшерелеп бөтмәй. Беләм, сөнки, мәҡәләләрҙе редакциялап ҡарағаным бар (Әммәәммә минән миҫал һорамағыҙ. Улар конкурс буйынса таблицаларҙа ҡуйылған).
Әммә дөрөҫ аңламайыммы, бының өсөн бер кем дә (админдаадмин да, конкурсты ойоштороусы ла...) яуаплы түгел, тип яҙаһығыҙ. Әгәр инде ниндәйҙер етешһеҙлек булһа, бында Зөфәр бей һәм админ ғына ғәйепле . Иҫкәртә лә алмай, тәҡдим дә әйтә алмай (ҡара эш елкәңдә, етәксе түгелһең ...). Ә ҡайҙа булған башҡа админдар, бейҙәр ?
 
-Википедияла эшкә баһа биреү индерелә икән, эштең һәр төрө лә иҫәпкә алынырға тейеш, тип һанайым. Әлегә баһа тик мәҡәлә һаны һәм башлыса байты буйынса ғына.
Шуға ла, Башҡортостан-100 конкурсында кемдәребеҙҙер бонус алдыҡ. Шул бонустар менән кемдәребеҙҙер ноутбоклы булды. Әммә ойоштороусылар, редакциялаусылар буш ҡалды.
 
-Викидәреслектә, Викикитапханала, Викимилектә, Викияңылыҡтарҙа эшләүселәрҙең эше лә яҡтыртылып барырға тейештер ул. Һис юғы, уларҙа эшләргә теләүселәр булһын өсөн.
Ләйсән һылыу, Айсар, ХалиловХәлилов, Зөфәр бей, Вәлимә, ҒиззатуллинаҒиззәтуллина һәм мин унда ла эшләйбеҙ.
ҒизатуллинаҒизәтуллина йәмәғәт эштәре менән күмелгән, әммә эш сәфәренән буш ҡайтҡаны юҡ. Күренекле урындарҙы фотоға төшөрөп Викимилеккә һалып бара.
Ошо эштәренең күренмәүенәнме, кемдәрҙер эшләүҙән туҡтаны.
-Беребеҙ ҙә бер конкурҡаконкурсҡа ла ҡаршы түгелбеҙ. Аҡсаға тәҡдим ителгәндәренә лә. Әммә шулай тип раҫлап, талаптарҙан иғтибарҙы ситкә йүнәлтәһегеҙ. Ә талап ҡатмарлы түгел:
-Конкурс әһәмиәтле мәҡәләләр тәҡдим итергә тейеш. Бигерәк тә, аҡсаға ойошторолғаны. Сөнки, алға сығыу өсөн сифатһыҙ, әһәмиәтһен мәҡәләләр ҙә яуа ғына. Күбеһе тикшерелмәй ҙә. Уның өсөн ойоштороусы яуаплы булмаймы ни? Әллә статистика өсөн нисек булһа ла барамы?
 
-Конкурстар күп булмаһын, ҡатланып килмәһен, арауыҡ булһын тигән инек. Теләмәгәндәр - эшләмәһен һуң тиһегеҙ. “Мәжбүри элементтар бөтөнләй булмаҫҡа тейеш, сөнки бында бер кемдәкем дә кемгәлер бурыслы йәки ҡоллоҡта түгел, ә ирекмәндәр. Уларға нимәнелер өҫтәмә йөкмәтергә ярамай ...”тигән” тигән Раян. Ә кемгә өмөтләнеп конкурс ҡуйыла һуң улайһа?
 
Нисә ирекмән Викила эшләп ултыра ? Кем һәм нисәүһе конкурстарҙа ҡатнаша? Шул бер үк бер нисә кеше түгелме ни? Ә уларҙың күбеһе пенсионер, донъяһы бар, һаулыҡ та шәптән түгел, ял да кәрәк... Өҫтәмә йөк бирмәйек апайҙарға тигәнегеҙ бары һүҙ генә.
 
-талаптарығыҙ яңы ирекмәндәр йәлеп итеүгә ҡамасау тиһегеҙ. Нисек итеп ҡамасаулай һуң ул?
Бөрйән Вики клубы баштан уҡ ирекмәндәр йәлеп итеү өҫтөндә эшләй. Күп кенә кешеләрҙе теркәттек. Әммә эшләп киткәндәребеҙ бөртөк кенә. Сәбәптәр күп. Әммә иң төп булғаны, оҙайлы семинарҙар үткәрә алмайбыҙ: бүлмә, интернет , ноутбоктар, ваҡыт, барып ҡайтырға такси яллау (һәр кемебеҙҙең ғәиләһе, донъяһы, хужалығы бар)... Күпме генә кешене атай алаһығыҙ, яңы ирекмән килде тип? Ҡайҙан көтәһегеҙ, өҫтәлмә көс килер тип?
 
-Талаптарығыҙ Башвикины донъяла танытыуға ҡамасау тиһегеҙ. Ә ниңә танылыу иң беренсе тик ул өлкәгә генә барып терәлә һуң ул? Иң тәүҙә ул үҙебеҙҙә танылыу алырға тейеш түгелме ни?
 
Ә бит күп райондарҙа Башвикины түгел, Википедияның үҙенең нимә икәнен дә белмәйҙәр. Белдереү өсөн иң тәүҙә уны сифатлы, файҙалы, кәрәкле итеп эшләү тейеш түгелме ни? (ирекмәнлек эше булған өсөн генә “тейеш түгел” тигән һүҙҙе әйтергә хаҡыбыҙ юҡ).
 
Иң беренсе нәүбәттә кемгә тәғәйенләнә һуң ул Башвики? Иң беренсе кемгә, нимә өсөн кәрәге бар? Уҡыусыһы кем? Ниндәй маҡсат менән булдырылғайны һуң ул энциклопедия? Милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, тел байлығын юғалтмау өсөн түгелме ни?
Мин яҙған ҡайһы проблемала ниндәй крамола булыр икән?
Унан һуң, барыбыҙ ҙа бер эштә ултырмайбыҙмы ни? Ирекмәнлек эшендә шәхси мәнфәғәт тигән нәмә буламы ни ул?
(пустой глас в пустыне булмаһа инде)--[[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Һәҙиә|әңгәмә]]) 06:16, 29 июнь 2020 (UTC)
Проекттың «Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр» битенә кире ҡайтырға.