Википедия буйынса фекерләшеү:Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
47 юл:
***** Был һистә бутау түгел, ә тик миҫал. '''Кем һәм нисек ирекмәндәрҙе конкурста ҡатнашырға йәки үҙенә оҡшамаған темаға мәҡәлә яҙырға мәжбүр итә ала һуң?''' Был бит мөмкин булмаған хәл. Яңылышһам дәлил килтерегеҙ. Шарттарға килгәндә, мәҫәлән, Вики-яҙҙа конкурс өсөн һәр тел бүлеге өсөн урындағы ҡағиҙәләр ҡабул итергә мөмкинлек бар. Ошо форсат менән файҙаланып 2016 йылда беҙҙә статуслы мәҡәләләр, «Мириада» исемлегенән мәҡәләләр яҙған өсөн өҫтәмә балл биреү тәҡдимен күптәр хуплағайны. Әммә «йөк арбаһы» шунда тороп ҡалды. Етмәһә, беҙ яңы «тәгәрмәс» уйларға керештек. «Конкурстарҙы берәү ҙә сикләмәй» тиһегеҙ, әммә үрҙәге пункттарҙың һәр береһе сикләй булып сыға. Мәҫәлән, ноябрҙә Азия айлығы бара, кемдер декабрҙә башҡорт теле көнө уңайынан «Башҡорт теле айлығы» уҙғарыу тәҡдимен индерә. Беҙ нимә тибеҙ? Ҡағиҙәне уҡы ла сиратҡа тор, киләһе конкурстты ғинуар айынан иртәрәк ойоштороу тыйыла. Артабанғы пункттарҙың да етешһеҙлектәрен һананым инде. Шунлыҡтан ҡағиҙәне төҙөгәндә, проект үҫешен юҡ кимәленә төшөрмәйек. Әгәр үҙгәртергә ҡырҡа ҡаршы булһағыҙ, шунда уҡ яҙығыҙ. --[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 08:05, 22 июнь 2020 (UTC)
*******[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] Һүҙ шул конкурстарҙың кәрәк/кәрәкмәгәне тураһында. Һуңғы ваҡытта конкурстар бик күп булып китте. Азия, Викияҙ иҫәбенә статистиканы яңырыттыҡ. Ә башҡа конкурстарҙан (межкультурные моста, Винница, БУМ, Грузия ....) нимә ҡалды? Халык-ара танылыумы?--[[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:ZUFAr|әңгәмә]]) 08:25, 22 июнь 2020 (UTC)
******** Һәр бер конкурстарҙа ҡатнашыусылар тәжрибә тупланы, ә проект яңы мәҡәләләр (шул иҫәптән Мириаданан) менән тулыланды (ҡайһылары хатта статуслы мәҡәлә булды). Бөтә конкурстар, шул уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлек үҫеш өсөн мөһим. Ни өсөн беҙ бикләнеп, үҙ үҙебеҙҙе сикләп ултырырға тейеш? Һорауҙарға яуап күрмәйем. --[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 20:15, 25 июнь 2020 (UTC)
********* [[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]], бәлки кәрәк конкурстар исемлеген тәҡдим итәрһең. Араларына икенсе шарт («Конкурстан һуң ошо конкурс оҙайлығында, ирекле эшләү өсөн шул тиклем үк ваҡыт булырға тейеш.») үтәлешен күҙ уңында тотоп. Вики-Яҙ-ҙан һуң өс ай ял булырға тейеш. Тимәк, яңы тыуған Төрки-марафонды төшөрөп ҡалдырабыҙ, йәки сентбярь айында үткәрәбеҙ (үҙебеҙ өсөн генә, башҡа төрки бүлектәрҙән башҡа), йәки башҡа төрлө марафон. Октябрь ял итәбеҙ. Ноябрь - Азия айлығы. Декабрь - ял итәбеҙ. Ғинуар - ниндәйҙер марафон. Февраль- март һуңына тиклем - ял итәбеҙ. Артабан, тағы Вики-Яҙ. Мин шулай күҙаллайым. Ә һин? Тик тағы, зинһар, «һинеңсә булһын» тимә. Үҙеңдекенсә эшлә. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 15:12, 22 июнь 2020 (UTC)
************[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] Һуңғы ваҡытты ул марафондар бик күп булып китте. Азия һәм Вики-яҙҙа ике меңләп мәҡәлә яҙып бер нисә йыл ҡатнаштыҡ, барлыҡ әһәмиәтле мәҡәләләрен һөҙөп алдыҡ. Яңы ҡушылыусы илдәр булмаһа, берәй йыл ҡатнашмаһаҡ та була. Шундай накладкалар булмаһын өсөн марафондар алдын билдәле булырға тейеш. Марафондар араһындағы буш ваҡыт википедияның ирекле үҫеше өсөн кәрәк.--[[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:ZUFAr|әңгәмә]]) 18:58, 22 июнь 2020 (UTC)
Юл 52 ⟶ 53:
********* Һәм [[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]], мин дә [[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]]тың һорауын ҡабатлайым: '''Кем һәм нисек ирекмәндәрҙе конкурста ҡатнашырға йәки үҙенә оҡшамаған темаға мәҡәлә яҙырға мәжбүр итә ала һуң?'''. ''Бында шул конкурстарҙа ҡатнашыу мәжбүригә әйләнде бит, береһе бөтөүгә икенсеһе башлана. Башвики менән ситтән идара итәләр, был айҙа ошоно эшләгеҙ, икенса айҙа ошоно яҙығыҙ тип.'' тигән фраза менән Википедияның ирекмәнлек тәғлимәте үтәлмәүен әйтәһең. '''Кем, ҡасан, нисек был тәғлимәтте боҙа? Конкрет дәлилдәр килтер.''' Яуап бир әле, зинһар. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 15:12, 22 июнь 2020 (UTC)
***********[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] Бер үк нәмәне ҡабатларға мәжбүр итәһегеҙ. Меңәрләгән ҡатнашыусыһы булған рус һәм инглиз википедияһы менән 20 ҡатнашыусыһы булған башҡорт википедияһын сағыштырырға ярамай. Ҙур википедияларҙа барлыҡ төп төшөнсәләр тураһында яҙылған, уларға эш булһын тип тар темаларҙы тәҡдим итергә була (мәҫәлән, Ростов өлкәһендәге сиркәүҙәр, йәки Смоленск өлкәһе һауынсылары). Бәләкәй википедияла хәл бөтөнләй башҡаса. Беҙгә башта шул төп төшәнсәләрҙе яҙырға кәрәк (нимә икәнен аңлатыу кәрәкмәйҙер, сиркәүҙәр һауынсалар әлегә был исемлеккә үтмәй. ). Конкурста ғына ҡушылыусы ҡатнашыусылар барлыҡҡа килде. Уларҙы маҡтап яңылыҡтарҙа яҙабыҙ. Был файҙалы эш менән булған башҡа ҡатнашыусыларҙың кәйефен төшөрә. "Конкурста ҡатнаш, һин дә бай булырһың" тигән дезиз идеологияға әйләнгән. Башвики менән конкурсты ойоштороусылар идара итә булып сыға. Улар шарт та ҡуя, талап та ҡуя, был айҙа ошоно яҙығыҙ, киләһе айҙа ошоно яҙығыҙ. Ошо конкурстан файҙаланып "үҙебеҙҙең өйҙө" лә ремонлап алайыҡ тиһәң, юҡ был википедия тәғлимәтенә ҡаршы килә, улай ярамай! яуап тулы булды, башҡа был һорауға әйләнеп ҡайтаҫҡа! --[[Ҡатнашыусы:ZUFAr|ZUFAr]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:ZUFAr|әңгәмә]]) 18:58, 22 июнь 2020 (UTC)
************* '''Һорауға бөтөнләй яуап юҡ.''' Конкурста ҡатнашыу/ҡатнашмау, башҡаларҙың уңыштарына көнләшеү/көнләшмәү - һәр ваҡыт шәхси мәсьәлә булып ҡала, уға иғтибар биреүҙең файҙаһы юҡ. «Ирекле энциклопедия», «ирекмән-ҡатнашыусы» һүҙҙәренең мәғәнәһен юғалтмайыҡ. --[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 20:15, 25 июнь 2020 (UTC)
 
* Процедура тарихы буйынса фекерем: Конкурстар тураһында фекер алышыу [[Википедия:Ҡоролтай#Конкурстар һәм БашВики өсөн мөһим мәҡәләләр тураһында]] тигән бүлектә 2 июндә башлағайны. Фекерҙәр ҡағиҙә булараҡ төҙөлә башлағас фекер алышыуҙы 4 июндә бында күсерергә тәҡдим иттем. 8 июндә {{u|ZUFAr}} Ҡоролтайҙағы фекер алышыуҙан үҙенең тәҡдимдәрен генә бында килтереп ҡуйып, тауыш биреү асты. Минең тәҡдимдәрҙе индермәне, тауыш биреү арауығын билдәләмәне, һәр тәҡдимгә айырым тауыш биреү ойошторманы. 10 июндә {{U|Comp1089}} тағы бер [[Википедия:Тауыш биреүҙәр/Конкурстар|тауыш биреү урыны]] асты, бындағы бүлектән унда һылтанма ҡуйманы. '''Тауыш биреү буйынса ҡарар сығарылған ул! 19 июндә ундағы биттә [[Википедия:Тауыш_биреүҙәр/Конкурстар#Һөҙөмтәләр|һөҙөмтәләр бүлеген яҙҙы]]''', әммә [[Википедия:Ҡағиҙә_һәм_күрһәтмәләр#Конкурстар]] бүлегенә ҡағиҙәләрҙе яҙманы. Кем яҙырҙыр? Киләсәктә был ҡағиҙәләр фекер алышыу булып ҡына ҡалыуы ихтимал. {{U|Comp1089}} ҡарар сығарыуына ҡарамаҫтан, [[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]], [[Ҡатнашыусы:Һәҙиә|Һәҙиә]], [[Ҡатнашыусы:Akkashka|Akkashka]] һаман да ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген һорайҙар. Сөнки улар [[Википедия:Тауыш биреүҙәр/Конкурстар]] күрмәнеләр. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 05:32, 21 июнь 2020 (UTC)
 
Юл 71 ⟶ 72:
* * * Уйланыуҙар был... Йөрәккә ауыр, дөрөҫөн әйткәндә. Ҡағаһың-ҡағаһың, аңлатаһың-аңлатаһың - файҙаһыҙ. Үҙ егеттәребеҙ беҙҙе аңламай. Әле ултырҙым Үтәғоловты яҙып, сағыштырығыҙ рувикилағы менән. Эҙләнәһең шулай... Инде "экстремист" тигән төшөнсәләр ишетелде, көнө буйы, хатта ярты төн ултырған оло ҡатындарҙы дөмбәҫләйегеҙ ҙә дөмбәҫләйегеҙ. Әллә ҡыҙыҡ күрәһегеҙме? БЕ-РЕ-ГЕҘ ҙә Фәрхәдтең беҙгә ҡарата башлаған ҡара эшен туҡтатманығыҙ, яҡламанығыҙ! Уҡыманығыҙмы әллә? Йөрәгегеҙ өшөмәнеме? Мин тулыһынса Зөфәрҙе аңлайым. Гүзәл дә дөрөҫ һиҙемләй. Мин дә уйланам ул темаға. Бына Раян ҡат-ҡат һорай: кем көсләп ҡатнаштыра ул конкурстарҙа, тип. Ә кем яҙыр һуң, беҙ яҙмаһаҡ?! Һеҙ бит 1 йәки 3 мәҡәлә яҙаһығыҙ ҙа ...үҙегеҙҙең яратҡан темаларығыҙҙа ултыраһығыҙ, сөнки ул конкурстарҙы үҙ елкәһендә һөйрәп сығарыусылар бар. Көсләү ҙә бар. Личкаға яҙалар, мәҫәлән. Зөфәрҙе еңер өсөн һеҙ ошо юлға баҫтығыҙ, күмәкләштегеҙ, сит кешеләрҙән беҙҙе талатҡанығыҙ етмәй, үҙегеҙ ҙә ярайһы ғына өҫтәп тораһығыҙ, рәхмәт төшкөрҙәре--[[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Тутыйғош|әңгәмә]]) 18:57, 22 июнь 2020 (UTC)
* Бик яманға ауыштырырға маташа бит Фридказан. Башкирскость тигән һүҙе генә ни тора... Кемдәрҙең жаргонынан был "таныш" һүҙ? Тотош бер халыҡҡа, уның фекер төйнәп эшләнгән эшенә остоҡ та ихтирам юҡ тигәнде аңлата түгелме? Википедияның ҡағиҙәһен белгән кеше шулай ҡыйшайтырға тейешме һуң? Егет админдар! Нишләп уға шәп кенә итеп яуап бирмәйһегеҙ? Һаман беҙҙе тәнҡитләйһегеҙ? Нишләп ул беҙҙең тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашып йөрөгән? [[Ҡатнашыусы:Akkashka|Akkashka]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Akkashka|әңгәмә]]) 19:29, 22 июнь 2020 (UTC)
 
=== Тәҡдимдәргә үҙгәрештәр ===
Ирекмәндәрҙе, шулай уҡ проекттың үҫешен сикләргә ярамай. Шунлыҡтан үрҙәге тәҡдимдәрҙе ошолай үҙгәртергә тәҡдим итәм:
# Башҡорт Википедияһында алдан тикшереү процедураһын үткәрмәйенсә бер кем дә конкурс иғлан итә алмай. Конкурс тураһында алдан хәбәр ителә һәм тауыш биреүгә ҡуйыла. Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса үткәреү һәм уның оҙайлығы тураһында ҡарар ҡабул ителә.
# Конкурс мәҡәләләре өсөн конкурста ҡатнашыусылар яуаплы.
# Конкурста ҡатнашыусыларға мотлаҡ йәки Башҡортнамә тематикаһынан булған мәҡәләләрҙе яҡшыртырға йәки яңынан мәҡәлә яҙыусыларға өҫтәмә балдар биреү кәңәш ителә.
--[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 20:15, 25 июнь 2020 (UTC)
Проекттың «Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр» битенә кире ҡайтырға.