Метревели Слава Калистратович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
11 юл:
1960 йылда «Торпедо» «алтын уйын» күрһәтә һәм СССР чемпионы титулын яулай, СССР кубогы уйындарында еңеүгә өлгәшә. Метревели команданың иң яҡшы уйынсыларының береһе була һәм футбол миҙгелен бик юғары кимәлдә үткәрә, шуға ла уға СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры тигән маҡтаулы исем бирелә. Шул уҡ йылда ярымһаҡсы СССР-ҙың йыйылма командаһы составында тарихта беренсе тапҡыр Европа кубогын яулауға өлгәшә. Финал матчта Югославия йыйылма командаһы менән уйнағанда Метревели тупты ҡапҡаға индерә һәм иҫәпте тигеҙләй, тап ошо гол совет йыйылма командаһына матч барышын үҙ файҙаһына үҙгәртеү мөмкинлеген бирә.
 
1963 йылда Метревели Тбилисиның «Динамоһына» күсә. Метревели килгәндән һуң команда һөжүм итеү тактикаһын яҡшырта, «Динамо» уйындары төрлө комбинациялар, импровизация һәм һөҙөмтәлелек менән башҡа командаларҙан айырылып тора. 1964 йылда Тбилиси командаһы, Славаның элекке клубы "Торпедо"ны 4:1 иҫәбе менән еңеп, беренсе чемпион исемен яулай (был матчта голдарҙың береһен Метревели тибеп индерә). Был ваҡытта Слава Метревели үҙ позицияһында СССР-ҙың иң көслө уйынсыуйынсыһы тип иҫәпләнә һәм спорт карьераһын тамамлағансы шул кимәлде һаҡлай ала.
 
Слава СССР йыйылма командаһы составында өс донъя чемпионатында ҡатнаша һәм 1966 йылда йыйылма команда менән бергә турнирҙың ярымфинал уйындарына тиклем барып етә. 1968 йылда Метревелиға Бразилия йыйылма комадаһының донъя чемпионатында тәүге еңеүенең 10 йыллығына арналған матчта ФИФА йыйылма командаһы өсөн уйнау мөмкинлеге бирелә, һәм саҡырыу хатын [[Пеле]] шәхсән үҙе яҙып ебәрә. Был матчтан һуң бер нисә йыл үткәс, Метревели 1971 йылда 35 йәшендә спортсы карьераһын ташларға ҡарар итә..