Сәлим III: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
83 юл:
== Янычарҙар болаһы, ҡолатылыуы һәм үлтерелеүе ==
[[Файл:Firman-Pouqueville.jpg|thumb|Франсуа Пуквилгә Али-паша Тепеленский һарайында Франция исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә булыуы тураһында Сәлим III солтандың фарманы.]]
Портаның балҡан биләмәләрендә — Сербияла һәм Валахияла башланған солтан власының көсһөҙлөгөн күрһәткән сираттағы сыуалыштар, Сәлимде ҡолатыуға этәргес була. Рәсәй менән һуғыштарҙа тар-мар ителеүҙәр, шулай уҡ солтандың европалыларға (подданныйҙар һәм һарай яны ҡатламдар ҡарашында) артыҡ мөкиббәнлеге фонында, Сәлимдең абруйы тулыһынса түбән тәгәрәй, һәм реформаларға ҡаршы [[шәйхулислам]] фетваһыфәтүәһе тарафынан рухландырылған янычарҙар уға ҡаршы баш күтәрә. Янычарҙар Истабулды баҫып ала, тәхеткә Мостафа IV-не, Абдулхәмид I-нең улын ([[1807]]) ултырталар. Сәлимде һарай эсендә ҡарауыл аҫтында тоталар.
 
Рущук наместнигы, реформалар яҡлы Алемдар Мостафа-паша Байраҡтар 40.000 кешенән торған ғәскәр йыя һәм Сәлим III солтанды ҡабат тәхеткә ултыртыу маҡсаты менән, Константинополгә йүнәлә, ләкин ул бик һуңлап килә: ҡолатылған солтан {{comment|алашарҙар |евнух}} ҡарауылсылары начальнигы тарафынан бысаҡ менән сәнсеп үлтерелгән була<ref>Goodwin, Jason: «Lords of the Horizons», Chapter 24: The Auspicious Event, 1998</ref>. Ошоно белгәс, Мостафа-паша тәхеткә Мостафаның энеһе Мәхмүт II-не ултыртмаҡсы була.
 
Икенсе фараз буйынса, Сәлим үҙенең һәрәмендә тотолған. [[1808 йыл]]дың 28 июлендә, кесаҙнаға ҡаршы төндә, ул үҙенең яратҡан ҡатыны, Рефет Хатун, йәки ике {{comment|кәнизәге|наложница}} менән була. Алемдар Мостафа-паша үҙенең армияһы менән ҡалаға яҡынлашҡанда, Мостафа IV Сәлимде һәм Мәхмүт шәйхзаданы үлтерегә бойора. Сәлим III солтанды хеҙмәтсе Фәттах Грузии, казначейство хеҙмәтсеһе Әбе Сәлим һәм Нәзир-ағa исемле ҡара тәнле {{comment|алашар|евнух}} үлтерәләр. Үлтереүселәр хәнйәрҙәрен тотоп килә башлағас, бер {{comment|кәнизәге|наложница}} Сәлим менән улар араһына баҫа һәм үлтерелә. Рефет Ҡадын-әфәнде аңын юғалтып йығыла, солтан көрмәкләшкәндә үлтерелә, легенда буйынса, уның һуңғы һүҙҙәре «''Allahu Akbar''» («Аллаһ бөйөк») була. Кәүҙәһен тиҙ генә юрғанға урағандар. Үлтереүселәр Мәхмүт шәйхзаданы эҙләп табып үлтерегә юлланалар, ләкин ул ҡасып ҡотола алған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Сәлим_III» битенән алынған