Хәлилов Зыя Ишбулды улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
[[Файл:Дом, в котором родился Зыя Халилов, кураист и певец. Баймакский район, д. Второе Иткулово.jpg|thumb|Мәшһүр ҡурайсы Зыя Хәлилов тыуған йорт. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы]]
Зыя Ишбулды улы Хәлилов [[Баймаҡ районы]] [[2-се Этҡол]] ауылында [[1953 йыл]]да ябай колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ишбулды Кәлимулла улы мал ҡараусыһы була, әсәһе — йорт хужабикәһе. Ғаиләлә биш малай һәм бер ҡыҙ үҫә, Зыя улар араһында өсөнсө бала була. Ата-әсәһе йор һүҙле, ихлас кешеләр булғаны билдәле. Атаһы бик шәп ҡурайсы була, шуға күрә бөтә балалары ла йыр-моңға әүәҫ булып үҫәләр. Етенсе класҡа тиклем Икенсе Этҡол урта мәктәбендә уҡый, артабан бер йыл Баймаҡ интернат-мәктәбендә, ә 1967—1970 йылдарҙа [[Өфө]]лә Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында белем ала<ref name="Тажетдинов"></ref>. Зыя бала саҡтан үҙ алдына маҡсаттар ҡуя белә, тырышып уҡый. Ата йортонда да уҡ ҡурайҙа уйнап өйрәнгән үҫмер төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Зыя Хәлиловтың 13 йәшендә 1967 йылдың 24 ноябрендә дуҫы Фәриткә яҙған хатынан өҙөк:
<blockquote>''Уҡытыусылар менән бергә Ишейгә уйын ҡуйырға барғайныҡ, шунда мин ҡулды төбөнән сығарып ҡайттым. Ҡурайҙа ла саҡ тороп уйнаным. Йырлағанда былай ауыртманы. Ҡурайҙа мин «Сыңрау торна», «Ҡара юрға» һәм «Баҡыр үксә» көйҙәрен уйнаным.''</blockquote>.
 
Өфөлә уҡыған йылдарҙа ныҡлап сәнғәткә ылыға, атаҡлы ҡурайсы [[Әҙеһәм Исҡужин]]дан [[ҡурай]]ҙа уйнау оҫталығын арттыра. 1976 йылда ул [[Өфө сәнғәт училищеһы]]ның вокал бүлеген тамамлай һәм [[Башҡорт дәүләт филармонияһы]]нда йырсы-солист һәм ҡурайсы булып хеҙмәт юлын башлай. [[Ишмулла Дилмөхәмәтов]] төркөмө менән йөрөп, халыҡҡа ҡурай моңон еткерә.