Клодетт Колбер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: күренеште төҙәтеү
21 юл:
 
Киноға индергән өлөшө өсөн Клодетт Колбер Голливуд дан аллеяһында йондоҙға лайыҡ була (Голливуд — бульвар, 6812). 1999 йылда ул AFI версияһы буйынса 12 номер аҫтында 100 иң бөйөк кино йондоҙҙары исемлегенә индерелә.
 
=== Карьераһы ===
1920 йылдарҙа ул Бродвейҙа эшләй башлай. Америкала Бөйөк депрессия осоронда Бродвейҙың күп театрҙары ябыла, һәм шул саҡта Клодетт кинола төшөргә ҡарар итә. Клодетт Франк Капраның «Ни за какие коврижки» (1927) фильмында тәүге тапҡыр сығыш яһай. Әммә актрисаның кинематография эштәре уңышҡа өлгәшмәй. Бынан тыш уңышһыҙлыҡтар аҙым һайын осрап тора, шул сәбәпле актрисаның көслө күңле төшөнкөлөгө башлана, һәм ул кинонан китергә йыйына. Әммә 1929 йылда актрисаның тормошо икенсе юҫыҡта китә. «Леди лжёт» картинаһында төшә, ул уға ҙур уңыш килтерә.
[[Файл:Claudette Colbert and Clark Gable in It Happened One Night film trailer.jpg|250px|мини|слева| «Это случилось однажды ночью» фильмында (1934)]]
«Леди лжёт» фильмынан һуң (1929), Клодетт «Любовь и честь» (1931) фильмында төшә, ундаҙенең начальнигына ғашиҡ булған секретарь ҡыҙҙы уйнай. Был йылдарҙа Клодеттың тышҡы ҡиәфәте — был ҡара, ҡыҫа киҫелгән сәсле һәм күҙәг бәрелеп торған макияж менән хәтәр ҡатын. Был уның Сессиль Де Милль эштәренә ҡарай: «Знак креста» (1932) фильмында император ҡатын Поппея роле, унда яланғас актриса һөттә йыуына, йәки «Клеопатра» (1934) фильмында Египет батшабикәһе Клеопатра роле.
 
Ул «[[Paramount Pictures]]» студияһында ла эшләй, һәм күпмелер ваҡыт үткәс АҠШ-та популяр актриса булып китә. 1935 йылда Кольбер «Это случилось однажды ночью» комедия фильмында роль ашҡарыуы өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була. Башҡа йылдарҙа Клодетт был премияға башҡа эштәре — 1936 йылда «Частные миры» һәм 1945 йылда «С тех пор, как вы ушли» драматик фильмдарҙғы ролдәре өсөн лайыҡ була.
 
1934 йылдан һуң уның образы — хәҙер инде һары сәсле ҡатын-ҡыҙ, ул үрнәк алырлыҡ ҡатын һәм хужабикә ролендә сығыш яһай. Кольбер башлыса «[[Paramount Pictures]]» студияһында төшә, ваҡыт үтеү менән АҠШ-тың юғары хаҡ алып эшлоәүсе актрисаһы булып китә. Уның иң сағыу һәм билдәле Фрэнк Капраның күңелле «[[Это случилось однажды ночью]]» (1935) комедияһындағы роле булып иркә вариҫ ҡатын-ҡыҙ Элли Эндрюс тора, был роль өсөн ул «[[Оскар (премия)|Оскар]]» премияһын ала.
 
1950 йылдар аҙағында уның кинокарьераһы түбәнәйә. Шуға күрә был ваҡытта Клодетт Кольбер бер аҙ үҙенең төшөү графтгын ҡыҫҡартырға ҡарар итә, сөнки ул даими төшөүҙәрҙән арый һәм күберәк ваҡытын үҙенә һәм яҡындарына арнарға ҡарар итә. 1961 йылда ул һуңғы тапҡыр ҙур экранда «Пэрриш» фильмында күренә. Бынан һуң ул үҙенең карьераһын Англияның һәм АҠШ-тың театр сәхнәләрендә дауам итә, шулай уҡ бер-ике тапҡыр телевидениела күренә. 1971 йылда актрисаның туғаны Чарльз Уэнлинг вафат була.
 
== Һайланған фильмографияһы ==