Тәүлек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
[[Файл:Sidereal day (prograde).png|right|thumb|300px|Орбиталь һәм үҙ әйләнеү йүнәлештәре тап килгәндә, йондоҙ (2) һәм ҡояш (3) тәүлектәре оҙайлығын сағыштырыу]]
 
Планетала тәүлек оҙайлылығы уның үҙ әйләнешенең мөйөшсә тиҙлегенә бәйле. Астрономияла, иҫәпләү системаһына бәйле рәүештә, тәүлектең бер нисә төрөн айырып ҡарайҙар. Әгәр әйләнеүҙең иҫәп башы сифатында алыҫтағы йондоҙҙо алғанда, планета системаһының үҙәк яҡтыртҡысынан айырмалы рәүештә, бындай тәүлектең оҙайлылығы икенсе төрлө була. Мәҫәлән, [[Ер]]ҙә уртаса [[ҡояш тәүлеге]] (24 сәғәт) һәм [[йондроҙ тәүлеге]] (яҡынса 23 сәғәт 56 минут 4 секунд<ref name="ЭСБЕ" />) бар. Улар бер береһенә тигеҙ түгел, сөнки, Ерҙең [[Ҡояш]] тирәләй орбита буйынса хәрәкәте арҡаһында, Ерҙәге күҙәтеүсегә башҡа йондоҙҙар фонында Ҡояш күскән һымаҡ булып күренә.
 
[[Уртаса ҡояш тәүлеге]] [[күк экваторы]] буйынса тигеҙ хәрәкәт итеүсе нөктәгә — бер йылда бер әйләнеш яһаусы яһалма «уртаса Ҡояшҡа» бәйле. Уртаса тәүлек [[Тропик йыл|тропик йылдың]] оҙайлылығын (366,2422 йондоҙ тәүлеге) 365,2422 тигеҙ өлөшкә бүлеп табыла. Ул, үҙ сиратында, 24 сәғәткә, [[сәғәт]] — 60 минутҡа һәм [[минут]] — 60 [[Секунд|секундҡа]] бүленә<ref name="ЭСБЕ" />.
 
Ысын ҡояш тәүлеге тип ике өҫкө кульминациялар (Ҡояш үҙәгенең [[меридиан]]дың көньяҡ өлөшө аша (төньяҡ ярымшар өсөн) эҙмә-эҙ үтеүҙәре; икенсе төрлө әйткәндә, ике ысын ярымкөндәр араһындағы ваҡыт) араһындағы ваҡыт арауығы атала; был тәүлектең башы тип Ҡояш үҙәгенең меридиандың көньяҡ өлөшө аша үткән моменты ҡабул ителгән; Ҡояш үҙәгенең сәғәт мөйөшө ысын ваҡыт тип атала (ҡарағыҙ [[Ваҡыт тигеҙләмәһе]]). Ысын ҡояш тәүлеге йондоҙ тәүлегенән оҙайлыраҡ һәм уның оҙайлылығы йыл дауамында үҙгәрә, был [[Эклиптика|эклиптиканың]] [[экватор]] яҫылығына ауышлығы һәм Ерҙең Ҡояш тирәләй тигеҙһеҙ хәрәкәте арҡаһында килеп сыға<ref name="ЭСБЕ">{{ВТ-ЭСБЕ|Время, системы измерения}}</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тәүлек» битенән алынған