Хамматов Шәрифулла Хәбибулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
33 юл:
1915 йылда Красноуфимск ауыл хужалығы училищеһын тамамлай. [[Пермь губернаһы]] Камышлов өйәҙендә агроном булып эшләй. РСДРП ағзаһы (1914 йылдан)<ref name="ЗЭ">''Окунцев Ю.'' [http://www.zlatoust.ru/a/ze/ze.html?2813 Хамматов Шарифулла Хабибуллович] // Златоустовская энциклопедия.</ref>.
 
== Көрәш юлы ==
1915 йыл аҙағында армияға алына, [[Златоуст]] ҡалаһында 39-сы Томск запас пехота полкында хеҙмәт итә. Һалдаттар араһында пропаганда эшмәкәрлеге өсөн, ҡулға алына һәм фронтҡа оҙатыла. [[Беренсе донъя һуғышы|Беренсе донъя]] һәм [[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|Граждандар]] һуғыштарында ҡатнаша.
 
Юл 41 ⟶ 42:
1918 йылдың май аҙағында Аҡ чехтар корпусы күтәрлеше барышында отряд менән етәкселек итә һәм Уржумка станцияһындағы алышта ҡатнаша.
 
1918 йылдың июнендә большевиктарға ҡаршы ихтилал күтәргән урындағы крәҫтиәндәр тарафынан ҡулға алына,. конвойУлар һағыревком аҫтындаштабына [[Үргеһөжүм Ҡыйғы]] ауылына ебәрелә һәм 22 июнендәитә, ҡаты язалап, үлтерелә<ref name="Уфа-гид"/>ҡоралһыҙландыралар.
 
Шәрифулла Хамматовты ҡаты туҡмайҙар. Ул баш күтәреүселәргә тәьҫир итергә маташа, әммә уның мөрәжәғәте кире ҡағыла. Уны һәм дружинниктарҙы бер байҙың һарайына бикләйҙәр. Килеп өлгөргән ҡыҙылармеецтар ғына уны үлемдән ҡотҡара. Хамматов Златоуст яғына сигенергә ҡарар итә. Ләкин төндә ул тағы ла әсирлеккә алына. Көслө конвой һағы аҫтында [[Үрге Ҡыйғы]] ауылына ебәрелә. Юл ыңғайы Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәммәт ауылында Оморҙаҡ байҙың өйөндә туҡталалар. Унда Хамматовты бик ҡаты ғазаплайҙар.
 
Үрге Ҡыйғы ауылында боласылар иҫ киткес ҡоторона, улар Совет власын яҡлаған һәр кемде юҡ итергә ынтыла. Законлы ғәмәл ишаратын күрһәтеп, халыҡты алдау маҡсатында, улар, йәнәһе, «тәфтиш комиссиялары» ойошторалар. Үрге Ҡыйғыла комиссия башында сауҙагәр Сәмиғулла Ғатауллин торған.
 
Хамматовтан йыртҡыстарса һорау алалар. Уның арҡа тиреһенән йондоҙҙар киҫәләр, танауын, ҡолағын ҡырҡалар.
 
Әммә йәлләдтәр уның еңеүгә ышанысын һындыра алмай. Танымаҫлыҡ булып зәғифләнгән, ҡанһыраған Шәрифулла Хамматов 1918 йылдың 22 июнь төнөнә ҡаршы Үрге Ҡыйғыла атып үлтерелә.
 
Шаһиттар әйтеүенсә, Хамматов дошмандарға былай тип ҡысҡырған:
{{начало цитаты}}Һеҙ мине үлтерәһегеҙ, әммә минең урыныма тиҫтәләгән кеше баҫасаҡ. Һеҙ Совет власын быуып ташларға теләйһегеҙ, ләкин һеҙҙеңсә килеп сыҡмаҫ{{конец цитаты}}<ref name="Уфа-гид"/>.
1920 йылда ғына кәүҙәһе Үрге Ҡыйғыла туғандаш ҡәберлегенә ерләнә.