Рәсәйҙә Граждандар һуғышы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
934 юл:
=== Союздаштарҙың аҡтарға ярҙамы ===
[[Файл:BritishInterventionPoster.jpg|thumb|Граждандар һуғышы осорондағы Британия интервенттары плакаты.]]
Германияның Беренсе донъя һуғышында еңелгәненән һуң Англия, Франция һәм АҠШ, башлыса, Колчак һәм Деникиндарҙың хөкүмәттәренә ярҙам менән сикләнәләр. Владивостағы АҠШ консулы Клдуэллға бының хаҡта: «Хөкүмәт рәсми рәүештә үҙ өҫтөнә Колчакка йыһаз һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙе бурыс итеп ала…» тип белдерә[76]. АҠШ Колчакка Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан бирелгән һәм файҙаланмаған 262 миллион долларлыҡ кредиттарҙы, шулай уҡ 110 миллион долларлыҡ ҡорал тапшыра. 1919 йылдың беренсе яртыһында Колчак АҠШ-тан 250 меңдән ашыу винтовка, меңләп орудиелар һәм пулеметтарпулемёттар ала. Ҡыҙыл Тәре 300 мең комплект урын-ер нәмәләре һәм башҡа милек менән тәьмин итә. 20 мая 1919 йылдың 20 майында Колчакка Владивостоктан 640 вагон һәм 11 паровоз ебәрелә, 10 июндә — 240 000 пар итек, 26 июндә — запастағы частары менән 12 паровоз, 3 июлдә — снарядтары менән 200 орудие, 18 июдәя — 18 паровоз һ. б. Былары әле айырым факттар ғына[77].
 
1918—1919 йылдарҙың ҡышында йөҙләп меңдәр винтовкалар ебәрелә (250—400 мең Колчакка һәм 380 меңгә яҡын Деникинға), танктар, грузовиктар (1 мең тирәһе), броневиктар һәм самолеттар, боеприпастар һәм бер нисә мең кеше өсөн кейем (обмундирование).
995 юл:
 
: ''Шулай уҡ ҡарағыҙ: ''' [[Ҡарағош яуы]]''', '''[[Башҡортостандағы Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—1921)]]'''''
1921 йылдың башына 1918 йылдан туҡтамаған крәҫтиән ихтилалдары ысын крәҫтиән һуғыштарына әүерелде. Быға сәбәпсе Ҡыҙыл Армияһының демобилизацияһы булды, сөнки армиянан хәрби эш менән таныш булған миллионлаған ирҙәр ҡайтты. Был һуғыштар Тамбов губернияһыгубернаһы, [[Украина]], [[Дон]], Кубань, Волга буйы, [[Көньяҡ Урал]] һәм [[Себер]]ҙе биләп алды. Крәҫтиәндәр аграр сәйәсәтен үҙгәртеүҙе, РКП (б) диктатын бөтөрөүҙе дөйөм тиң һайлау хоҡуғы нигеҙендәге Учредителдәр йыйылышын саҡырылыуын талап иттеләр. Сығыштарҙы баҫтырыу өсөн Ҡыҙыл армияһының артиллерия, бронетехника һәм авиациялы частары ташланды.
Ризаһыҙлыҡ хәрби көстәргә лә күсә. 1921 йылдың февралендә Петроградта эшселәрҙең забастовкалары һәм ризаһыҙлыҡ белдергән митингтарыбашлана, улар сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе күтәрә. РКП (б)-ның Петроград комитеты заводтарҙағы һәм фабрикаларҙағы тулҡынланыуҙарҙы бола, фетнә тип квалификациялай һәм ҡалала хәрби положение индерә. Эшсе активистар ҡулға алына.
1921 йылдың 1 мартында Кронштадт хәрби нығытмаһының моряктары һәм ҡыҙылармеецтары (26 мең кешенән торған гарнизон) «За Советы без коммунистов!» лозунгы аҫтында Петроград эшселәреняҡлау буйынса резолюция ҡабул итәләр һәм социалистик партиялары вәкилдәрен тотҡонлоҡтан азат итеүҙе, Советтарға ҡабаттан һайлау үткәреүҙе, сауҙа азатлығын, кустар етештереүҙе, крәҫтиәндәргә үҙҙәренең ере менән иркен ҡулланыуҙы рөхсәт итеүҙе талап итәләр. Матростар менән килешеүгә килеп булмаҫын күргән властар ихтилалды баҫтырыуға әҙерләнә башлай.