Киняшов Михаил Александрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә clean up using AWB
 
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Михаил Александрович Киняшов 1924 йылдың 14 сентябрендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның Благовещен ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
 
Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 7 класты тамамлаған. Арматура заводында ремонтсы слесарь булып эшләй
 
[[1942 йыл]]дың февралендә Башҡорт АССР-ы Благовещен районы хәрби комиссариаты тарафынан [[Ҡыҙыл Армия]] сафына саҡырыла.
 
Кесе командирҙар мәктәбенә, ә аҙаҡ — хәрби училищеға уҡырға ебәрелә, уны тамамларға тура килмәй, сөнки күп курсанттарҙы командование Сталинград өсөн һуғыштағы данлыҡлы 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһына юнәлтә.
 
[[1943 йыл]]дың мартынан Бөйөк Ватан һуғышында. Курск дуғаһында һуғыша, Украина, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. [[Днепр]], [[Висла]], [[Одра|Одер]], [[Эльба]] йылғаларын һуғышып аша сыға. Прага ҡалаһын азат итеп, һуғышты тамамлай.
 
[[1947 йыл]]да гвардия старшинаһы М. А. Киняшов демобилизациялана. Башҡортостанға, тыуған Благовещенск ҡалаһына ҡайта. Слесарь, мастер, начальник урынбаҫары, Благовещен арматура заводында пар көсө цехының начальнигы булып эшләй. .
18 юл:
 
== Батырлығы ==
34-се гвардия уҡсылар полкының миномет расчеты командиры (13-сө гвардия уҡсылар дивизияһы, 5-се гвардия армияһы, 2-се Украина фронты), гвардия кесе сержанты Михаил Киняшов, яугирҙәр менән командалыҡ итеп, 1944 йылдың 27 ғинуар — 2 февраль алыштарында [[Украина]]ның [[Кировоград өлкәһе]] Маловисковский районының Ковалёвка ауылы районында минометтан биш пулеметпулемёт нөктәһен, ике блиндажды, йөк менән ике арбаны юҡ итә.
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 7 мартындағы Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 3-сө дәрәжә Дан ордены (№ 51623) менән бүләкләнә.
 
[[1944 йыл]]дың 16 авгусында М. А. Киняшов шул уҡ полктың, дивизия һәм армияның (1-се Украина фронты) составында польша ҡалаһы Буско-Здруйҙан 14 км көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан Стопница тораҡ пункты районында дошмандың һөжүмен кире ҡаҡҡанда миномет уты менән ике ут нөктәһен сафтан сығара һәм ун бишкә яҡын гитлерсыны юҡ итә.
26 юл:
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 18 сентябрендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 2-сө дәрәжә Дан ордены (№ 3542) менән бүләкләнә.
 
[[1945 йыл]]дың 19 апрелендә Зенфтенберг (Германия) ҡалаһынан 9 км көнсығыштараҡ ятҡан Грос-Партвиц тораҡ пункты эргәһендәге һуғышта, дошмандың бер нисә пулеметынпулемётын юҡ итеп, миномет расчеты командиры гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил үҙенең уты менән уҡсылар поразделениеларына Шпрее йылғаһын аша сығыуҙа ярҙам итә. 1945 йылдың 20 апрелендә, пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, ҡыйыу минометсы алты пулеметтыпулемётты һәм тиҫтәнән ашыу немец һалдатын юҡ итә.
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 1-сө дәрәжә Дан ордены (№ 197) менән бүләкләнә.
51 юл:
* Несокрушимые. Уфа, 1985.
* Славные сыны Башкирии. Уфа.
 
 
[[Категория:Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары]]