Губин Евгений Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу, өҫтәмә мәғлүмәт
9 юл:
[[1941 йыл]]дың апрель айында Башҡорт АССР-ының район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла. [[1942 йыл]]да Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында [[1943 йыл]]дың 26 ғинуарынан алып ҡатнаша. [[1944 йыл]]дан алып ВКП (б) ағзаһы.
 
Штурмлаусы авиаполктың өлкән осоусыһы [[лейтенант]] Е. И. Губин 1943 йылдың 26 ғинуарынан 1944 йылдың февраленә тиклем 82 хәрби осош яһай, 54 автомашинаны, 5 танкты, 4 ялан артиллерия орудиеһын, 29 зенит нөктәһен, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән 1 складты, 18 йөк арбаһын, 5 пулеметпулемёт нөктәһен, 2 самолетты һәм 350-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.
 
Һуғыштан һуң ҡыйыу осоусы-штурмовик СССР Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. [[1948 йыл]]да Тамбов летчиктарҙылётчиктарҙы һуҡыр һәм төнгө осоуға әҙерләү юғары авиация курстарын, ә [[1955 йыл]]да — офицерҙар составын камиллаштырыу буйынса Үҙәк осоу-тактика курстарын тамамлай.
 
[[1958 йыл]]дан подполковник Е. И. Губин — запаста. Куйбышев ҡалаһында (хәҙер — Һамар) йәшәй һәм «Волгоэнергомонтаж» тресында ҡорамалдар буйынса инженер булып эшләй. 1991 йылдың 5 мартында вафат була.