Пушкарская Нина Ивановна: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
1940 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Еңел сәнәғәт техникумына уҡырга инә. 1941 йылда фронтта атаһы һәлак була. 1941 йылдан 1942 йылға тиклем оккупациялә була.
1942 йылдың көҙендә Магнитогорскиға оҙатыла. 1943 йылда ФЗУда укуын тәмамлай.
1943 йылдан бирле хеҙмәт эшмәкәрлеген Магнитогорскиҙағы металлургия комбинатында паровоз машинисы ярҙамсыһы булып башлай. Өс йылдан һуң паровоз машинисты булып эшен башлай. 1948 йылда комбинатҡа беренсе электр машиналары ҡуйыла, шунда Нина Ивановна эшләй башлай. 1957 йылдан алып һуңғы көндәренә тиклем өлкән электровоз машинисты булып эшләй.
Үҙенең һөнәри йүнәлешен даими камиллаштыра. Бер нисә яңы белгес тәрбийәләп үҫтерҙе, уларга техника тәжрибәһе һәм белем бирҙе. Завод эсендә тауар ҡуйыу өҙөлөүенә юл ҡуйманы.
1960 йылның 7 мартындагы СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән тимер юл элемтәсен ойоштороуға айырым казанышлары һәм югары җитештерү казанышлары өчен, Халыҙара хатын-кыҙлар көнөн байрам итеү хөрмәтенә Нина Ивановна Пушкарская Ленин ордены һәм "Серп и Молот" медале менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелде.
1949 йылдан КПСС ағзаһы.
1975 йылдың 17 ғинуарында вафат була. Магнитогорскта күмелгән.
|