Юлмөхәмәтов Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Дәңләтбай'''Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов''' , башҡорт, 1909 йылдың 15 декабрендә Бөрйән районы Аҫҡар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1924 йылда дегет ҡайнатыусы булып башлай. 1930 йылда колхоздар төҙөлә башлау менән Аҫҡар промколхозына ағза булып инә.
1933 йылда район контроль комиссияһы - эшсе-крәҫтиән инспекцияһы секретаре итеп тәғәйенләнә. Һуңынан Өфөлә газета работниктары курстарында уҡып ҡайтҡас, райондың "Еңеү юлында" газетаһы редакцияһында яуаплы вазифаларҙа эшләй, уның редакторы була.
Юл 6 ⟶ 7:
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, 1942-1944 йылдарҙа тәүҙә Златоуст хәрби пехота һәм артабан Ҡамышлы хәрби пехота училищеларында уҡый. 1944 йылда 4-се Украина фронты составында кесе лейтенант дәрәжәһендә взвод командиры булып яуға инә. 1945 йылдың 17 мартында уң яҡ яурынына ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Тыуған яғына һуғыш тамамланғас ҡына ҡайта.
1945-1947 йылдарҙа Байназар балалар йорто директоры, унан һуң Аҫҡар ете йыллыҡ мәктәбе директоры булып эшләй.

1948 йылдан район Советы башҡарма комитеты секретары, КПСС район комитетының дөйөм бүлек мөдире, секретарь ярҙамсыһы взифаларын башҡара. 1970 йылда пенсияға киткәнгә тиклем райондың партия-совет органдарында, төрлө учреждениеларҙа яуаплы вазифалар башҡара.
Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов ҙур йәмәғәт эше алып барҙы.КПСС-тың район комитеты ағзаһы, халыҡ депутаттарының район Советы депутаты итеп һайланды. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкәндә күрһәткән батырлыҡтары, Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов П дәрәжә Ватан һуғышы ордены,Германияны еңгән өсөн һәм башҡа бик күп миҙалдар һәм БАССР Верховный Советы Президиумының Почет грамотаһы менән наградланды.
Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкәндә күрһәткән батырлыҡтары, Тыуған ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн Дәүләтбай Мөхәмәтйән улы Юлмөхәмәтов П дәрәжә Ватан һуғышы ордены,Германияны еңгән өсөн һәм башҡа бик күп миҙалдар һәм БАССР Верховный Советы Президиумының Почет грамотаһы менән наградланды.
1982 йылда "КПСС составында 50 йыл" билдәһе һәм танытмаһы тапшырылды. БАССР-ҙың персональ пенсионеры булды.
1988 йыл 26 март яҡты донъя менән хушлашты.
 
Мәҡәлә Бөрйән районының Таң гәзитендә баҫылған материалдан файҙаланып төҙөлдө (N38 1988 4-се бит).