Державин Гавриил Романович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
Гавриил Романович Ҡазан янындағы Сокур имениеһында ваҡ биләмәле дворяндар ғаиләһендә 1743 йылдың 14 июлендә тыуған, бала сағын шунда үткәргән. Әсәһе — Фекла Андреевна (ҡыҙ фамилияһы Козлова). Атаһын, секунд-майор Роман Николаевичты, Гаврила Романович иртә йәштә юғалта.
 
[[1762 йыл|1762 йылда]]да Преображенск полкында рядовой гвардиясы булып хеҙмәт итә, полк составында [[1762 йылда һарай түңкәрелеше|1762 йылдың 28 июнендә]] дәүләт түңкәрелешендә ҡатнаша, һөҙөмтәлә тәхеткә [[Екатерина II]] ултыра.
[[Файл:Derzhavin_GR.jpg|слева|мини|207x207пкс|Державин йәш сағында ]]
1772 йылдан полкта офицер вазифаһында (подпоручик дәрәжәһендә) хеҙмәт итә, 1773-1775 йылдарҙа [[1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы|Емельян Пугачев ихтилалы]]<nowiki/>нихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. Державиндың ихтилал тураһындағы яҙмалары ҡиммәтле мәғлүмәттең төп сығанағы була, сөнки ғәскәрҙәр командующийы генерал А.И. Бибиков<ref>А после смерти последнего служил в штабе генерала [[Мансуров, Павел Дмитриевич|П. Д. Мансурова]].</ref> штабы янында ул эш башҡарыу һәм урындағы дворяндар, дворян ополчениеһы ойошмаһы (атлы корпус) менән бәйләнеш тотоу менән шөғөлләнә, агентура саралары (лазутчиктарҙы оҙатыу, дошман агентураһын вербовкалау) менән етәкслек итә, фетнәселәр исемлеген төҙөүгә шәхсән үҙе ҡатнаша, хөкүмәт көстәре яғынан мөһим кешеләр менән даими бәйләнеш тота, төрлө ҡатлам кешеләренән һорау ала. Өҫтәүенә, ул хәрби хәрәкәттәр театрын яҡшы белә, сөнки шул урындарҙа тыуған һәм үҫкән. [[Пушкин Александр Сергеевич|А. С. Пушкин]] «История Пугачёвского бунта» һәм «Капитанская дочка» әҫәрҙәре өҫтөндә эшләгәндә ваҡиғалар ысын картинаһына ярашлы булһын өсөн Державиндың материалдарына таяна. Ихтилал осоронда Державин тарафынан бер нисә ҡалын дәфтәр яҙыла, хәҙер улар мәғлүмәттең ҡиммәтле сығанағы булып тора:
1) «Пугачев комиссияһы буйынса минең ҡара ялдар»,
 
25 юл:
1783 йылда Импесратор Рәсәй академияһына нигеҙ һалынған ваҡыттан алып Державин уның ағзаһы була, беренсе рус аңлатма һүҙлеген төҙөүҙә һәм нәшер итеүҙә туранан-тура ҡатнаша.
 
1784 йылдың май айында Олонецкий наместниклығының хакимы итеп тәғәйенләнә. [[Петрозаводск]]<nowiki/>ҡа килеп, губерна административ, финанс һәм суд учреждениелары ойоштора, губернала беренсе дөйөм граждандар дауалау учреждениеһын — ҡала дауаханаһын ғәмәлгә индерә. Уның губерна өйәҙҙәре буйлап күсмә инспекциялар һөҙөмтәһе булып «Подённая записка, учинённая во время обозрения губернии правителем Олонецкого наместничества Державиным» хеҙмәте тора, унда Державин тәбиғи һәм иҡтисади факторҙарҙың үҙ-ара бәйләнгәнлеген күрһәтә, крайҙың матди һәм рухи мәҙәниәте элементтарын билдәләй. Һуңыраҡ [[Карелия]] образдары уның ижадына инә: «Лебедь», «Ко второму соседу», «На Счастие», «Водопад» шиғырҙары
 
1786—1788 йылдарҙа Тамбов наместниклығы хакимы булып хеҙмәт итә. Үҙен мәғрифәтле етәксе итеп күрһәтә, крайы тарихында сағыу эҙ ҡалдыра. Державин ваҡытында бер нисә халыҡ училищеһы, театр, типография (1788 йылда унда Рәсәй империяһының тәүге гәзите «Тамбовские известия» баҫыла) асыла, [[Тамбов]]<nowiki/>тың планы төҙөлә, эш башҡарыу тәртипкә килтерелә, етемдәр йорто, хәйриә йорто, дауахана төҙөү башлана.
 
1791—1793 йылдарҙа — [[Екатерина II|Екатерина II кабинеты-секретары]]
 
1793 йылда йәшерен советник итеп ҡуйылып сенатор булып тәғәйенләнә.
 
1795 йылдан алып 1796 йылға тиклем Коммерц-коллегия президенты. Был вазифаны биләп, тышҡы сауҙа үҫеше өсөн сығыш яһай, рәсәй сауҙагәрҙәрен «бөтә үҙ көстәрен Левант, [[Һиндостан]], [[Ҡытай Халыҡ Республикаһы|Ҡытай]] һәм [[Америка Ҡушма Штаттары|Америка]]<nowiki/>ға йүнәлтергә» саҡыра, сөнки улар күптән Рәсәй халҡынан уларҙан отошло хаҡҡа хазиналар алыуҙы һорай<ref>{{Китап|автор=Иванян Э. А.|заглавие=Энциклопедия российско-американских отношений. XVIII-XX века.|ответственный=|издание=|место=Москва|издательство=Международные отношения|год=2001|страницы=|страниц=696|isbn=5-7133-1045-0}}</ref>
 
1802—1803 йылдарҙа — Рәсәй империяһы юстицияһы министры.
 
Бөтә ошо ваҡытта Державин әҙәбиәт өлкәһен ҡалдырмай, [https://ru.wikisource.org/wiki/Бог%20(Державин) «Бог»] (1784), «Гром победы, раздавайся!» (1791, рәсми булмаған Рәсәй гимны), [https://ru.wikisource.org/wiki/Вельможа%20(Державин) «Вельможа»] (1794), [https://ru.wikisource.org/wiki/Водопад%20(Державин) «Водопад»] (1798) һәм башҡа одалар яҙа.
 
Гавриил Романович кенәз С.Ф. Голицын менән дуҫ була һәм Зубриловкалағы Голицындарҙың усадьбаһына йыш килә<ref>Малинин Георгий Александрович. Памятные места Саратовской области. Саратов: Саратовское книжное издательство, 1958. — 167 с.</ref>. Уға билдәле «Осень во время осады Очакова» (1788) шиғырын арнай.<blockquote class="ts-Начало_цитаты-quote"></blockquote>1803 йылдың 7 октябрендә отставкаға ебәрелә һәм барлыҡ дәүләт вазифаларынан бушатыла («бөтә эштәрҙән бушатыла»).
48 юл:
1778 йылдың 18 апрелендә Гавриил Романович 16 йәшлек Бастидон Екатерина Яковлевнаға (8 ноябрь 1760 йыл — 15 июль 1794 йыл) (Державин тарафынан ''Пленира'' кеүек мәүгеләштерелгән), Петр III элекке камердинеры португал Бастидондың һәм бөйөк кенәз Павел Петровичтың һөт әсәһенең ҡыҙына өйләнә<ref>Чехов А. П. Памятник Плениры // Исторический вестник. Историко-литературный журнал. СПб. Типография А. С. Суворина. 1892. Т. 48. С. 754—765.</ref>.
 
794 йылда 34-се йәшендә ул ҡапыл вафат була. [[Санкт-Петербург]]<nowiki/>тың Александро- Невская лавраһының Лазарев зыяратында ерләнә<ref>{{Китап|автор=Сост. В. И. Саитов, по поруч. Вел. Кн. Николая Михайловича,|часть=том I (А-Г)|заглавие=Петербургский некрополь|место={{СПб}}|издательство=тип. [[Стасюлевич, Михаил Матвеевич|М. М. Стасюлевича]], [[4—5-я линии Васильевского острова|5 лин. В. О.]], д.28|год=[[1912]]—[[1913]]|страницы=39}}</ref>.
 
Ярты йылдан һуң Г. Р. Державин Дарья Алексеевна Дьяковаға өйләнә (ул ''Милена'' кеүек маҡтап йырлана)
 
Державиндың беренсе никахынан да, икенсе никахынан да балалары булмай. 1800 йылда, дуҫы, Лазарев Петр Гаврилович үлгәндән һуң, уның балаларын тәрбиәгә ала, улар араһында күренекле адмирал, һуңынан Антарктиданы асыусы, Севастополь губернаторы [[Лазарев, Михаил Петрович|Михаил Петрович Лазарев]] була.
 
Бынан тыш, йортта Дарья Дьякованың ҡыҙ туғанының — һеңлеһе Марияның һәм шағир Николай Львовтың етем ҡалған балалары: Елизавета, Вера һәм Прасковья тәрбиәләнә. Прасковьяның көндәлегендә Державин ғаиләһе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар.