Демократия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
33 юл:
Демократия, ижтимағи тормош төҙөлөшөнөң камил ысулы булмаһа ла, универсаль сифаттарға эйә. Демократияның да кәмселектәре һәм йомшаҡ яҡтары бар.
 
== Авторитаризм һәм демократия ==
Авторитар дәүләттәрҙә власть хакимлыҡ иткән төркөм ҡулында, уның эшмәкәрлеге үҙе идара иткән халыҡ алдындағы яуаплылыҡ менән сикләнмәгән. Элек йәшәп килгән авторитар режимдар һайлап ҡуйылған демократиянан түбәндәге үҙенсәлектәр менәна айырылып тора:
* Власть органдарына һайлауҙар йә үткәрелмәгән, йә альтернативаһыҙ булған, йәки оппозиция формаль еңеп сыҡһа ла, власть алмашынмаған
* Һайланған кешеләрҙең власы ҡөҙрәтле һайланмаған ойошмалар (армия, сиркәү, партия) тарафынан сикләнгән
* [[Оппозиция]] асыҡтан-асыҡ эҙәрлекләнә
* Массакүләм саралары дәүләт тарафынан контролдә тотола, цензура һәм даими репрессияларға дусар ителә.
 
Политологтар билдәләүенсә, [[1990]] йылдар аҙағында гибрид режимдар (уларҙы «имитация демократияһы», «авторитар демократия»,"электораль авторитаризм" һәм башҡалар тип атайҙар) күбәйҙе. Уларҙа авторитаризм һәм демократия һыҙаттары бар. Бындай режимлы илдәрҙә һайлауҙар даими үтеп тора, сәйәси [[конкуренция]] элементтары ла бар (мәҫәлән, бер нисә партия), оппозиция хатта һайлауҙарҙа, закондар сығарыу органдарында, судта һәм массакүләм сараларҙа (СМИ) хакимлыҡ иткән көстәрҙе көсһөҙләндерә, йәки хатта еңә лә ала. Ләкин конкуренция шарттары хаким итеүселәр һәм оппозиция өсөн бер тигеҙ түгел, хаким итеүселәр административ ресурстар менән уҫал ниәттән даими файҙалана һәм оппозиция яҡлыларҙың хоҡуҡтарын боҙа ала.
 
Автократтар номиналь(ҡағыҙҙағы) демократия институттарын үҙҙәрен легитимлаштырыу (законлаштырыу) һәм йәмғиәтте үҙ файҙаһына мобилизациялай ала (үҙен йәмғиәт тарафынан яҡлап сығыуҙы ойоштора). Режим менән хеҙмәттәшлек итергә риза булғандарға бүләктәр һәм әҙерәк ташламалар бирелә. Быға бәйле һөйләшеүҙәр власть тарафынан ойошторолған инеү сикле булған махсус форумдарҙа, мәҫәлән, парламенттарҙа, уҙғарыла.
 
[[Хоҡуҡи дәүләт]]тең үҫеш кимәле- мөһим күрһәткес. Политолог Адам Пшеворский фекеренсә, демократия- һөҙөмтәләр билдәһеҙ булғанда процедураларҙың билдәле булыуы. Политологтар һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәре фекеренсә, либераль-демократик илдә граждандар, демократик процедуралар ҡулланып, йәмғиәттәге төрлө субъекттарҙың үҙ-ара тәьҫир ҡағиҙәләрен эшләп сығара һәм шул ҡағиҙәләргә ярашлы эшләгән дәүләт власы механизмдарын булдыра.
 
Бындай модель йәмғиәт субъекттары тәьҫир итешеүе тәртибен һәм идара итеү өсөн кәрәкле механизмдарҙы власть үҙе булдырған системанан айырыла.
 
Хоҡуҡи булмаған дәүләттә ҡайһы бер власть органдары был органдарҙың вәкәләтен көйләгән закондарҙы юҡҡа сығара йәки уларҙы урап үтә ала. Был,мәҫәлән,суд системаһы һәм массакүләм органдары (СМИ) эшенә ҡыҫылырға мөмкинлек бирә, режимға яраҡлашҡандарҙы бүләкләй, ә оппозицияны хоҡуҡи процедураларға ҡарап тормай эҙәрлекләй, яуапҡа тарттыра.
 
Ҡайһы бер политологтар фекеренсә,хәҙерге заман авторитар режимдары демократияның эстәлеген боҙоп күрһәтә,Көнбайыш тарафынан сит ҡиммәттәрҙе көсләп тағыу итеп күрһәтергә тырыша, кеше хоҡуҡтарын һаҡлаусы халыҡ-ара ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡамасаулай ([[БМО]]- ООН, ОБСЕ, Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа Советы- ЕСПЧ).
 
Ҡайһы бер политологтар делегатив демократияны айырым категория итеп күрһәтә, был осраҡта башҡарма власть закон сығарыу власын үҙенә бойһондороп тота һәм һайлаусыларҙың теләктәрен үҙ сәйәсәтендә бик аҙ иҫәпкә ала. Ләкин делегатив демократия булғанда власть алмашыныуы мөмкин, ә граждандар хоҡуҡтары [[һаҡлана.
]]
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Демократия» битенән алынған