Рэй Брэдбери: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
Яҙыусының атаһы, Леонард Сполдинг Брэдбери (1891—1957), 1630 йылда уҡ Атлантиканы киҫеп, Төньяҡ Америкала урынлашҡан тәүге инглиз күскенселәр тоҡомонан булған{{sfn|Скурлатов|1987|с=644}}. Брэдбериҙың әсәһе, Мари Эстер Моберг (1888—1966), сығышы менән швед булған. Рэй 1692 йылда Салем сихырсыларылары процесы ҡарары менән ситтән тороп аҫыуға хөкөм ителгән Мэри Брэдбери тоҡомонан<ref>''Eller, Jonathan''. (2011). Becoming Ray Bradbury. University of Illinois Press. p. 202. ISBN 0252036298.</ref>.
 
Буласаҡ ирле-ҡатынлы Чикагонан төньяҡҡараҡ, Мичиган күле буйында урынлашҡан кескәй Уокиган ҡалаһында (Иллинойс) танышҡан. Одним из интересов родителей Брэдбериҙың ата-әсәһе ул саҡта әүҙем үҫешкән кино сәнғәте менән ҡыҙыҡһынған{{sfn|Скурлатов|1987|с=644}}.
 
Брэдбериҙың 1916 йылда тыуған ике игеҙәк ағаһы: Леонард һәм Сэм булған, әммә Сэмике йәшендә үлгән. 1926 йылда тыуған апаһы Элизабет та шулай уҡ бәләкәй сағында үпкәһе шешеп үлгән{{sfn|Скурлатов|1987|с=645}}, шул уҡ йылда яҙыусының олатаһы ла яҡты донъянан киткән. Үлем менән шулай иртә танышыуы уның буласаҡ күп әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан{{sfn|Скурлатов|1987|с=645}}.
115 юл:
Ғүмере дауамында Брэдбери фәнгә ҡыҙыҡһыныуын күрһәткән һәм кешелек үҙен-үҙе юҡ итеү сигенә килеп етерлек {{comment|кәрһеҙлеге|слабые стороны}} тураһында әйткән. Был элементтар әҙәбиәткә әһәмиәтле йоғонто яҙаған Брэдбери фантастикаһының, бигерәк тә «Фаренгейт буйынса 451 градус» һәм «Марсиан хроникалары» әҫәрҙәренең үҙенсәлекле һыҙаттары булып тора. Үҙенең йәнле, яңы шиғри стилдә яҙылған күҙ алдына килтереүҙәрҙе тулҡынландырыусы хикәйәләре менән Брэдбери, уны үҙенсәлекле яңыртыуҙы мөмкин итерлек, фәнни фантастика жанрын популярлаштырыуға булышлыҡ иткән.
 
''The New Yorker'' Брэдбери, Эрнест Хемингуэей, Айзек Азимов һәм Дэвид Джером Сэлинджер менән бер рәттән, [[Совет Социалистик Республикалар Союзы]]нда иң уҡымлы америка яҙыусыһы булды, тип яҙған<ref>
{{cite web
|lang = en
135 юл:
 
Йыһанға сыҡҡан беренсе кеше Алексей Архипович Леонов бер йыйынтығының инешендә Брэдбери ижады тураһында былай тип яҙҙы:
{{начало цитаты}}Брэдбери ҙур һәм ҡатмарлы, һаҡсыл мөнәсәбәт талап иткән балалыҡ тормошо тураһында бик күп яҙа. Ысынлап та, һәр бер кеше үҙенә генә хас холоҡҡа эйә — был да үҙенә күрә «йыһан». Ер шарын ташлап киткән атаһы менән хушлашҡан малайҙың һағышы, океандан сыҡҡан әлегә саҡлы күрелмәгән йән эйәһе менән осрашҡан һәм үҙенә ҡаты прагматик мөнәсәбәткә ҡаршы сыҡҡан үҫмерҙең киң күңеллелеге, сәйәхәткә, {{comment|бығаса күрелмәгән|к неведомому}}гә һәүәҫлек… — былар барыһы ла Брэдбери китабының биттәрендә сағылыш таба. Яҙыусы былай ти: «Беҙҙең замандың йәшәү шатлығы үҫмерҙәргә яңы үрҙәргә юл табыуҙа ярҙам итеүҙән тора …»{{конец цитаты|источник=А. Леонов{{sfn|Леонов|1982|с=5}}}}
 
Әҙәби тәнҡитсе Дэвид Моген ({{lang-en|David Mogen}}) Брэдбери ижадының үҙәк мотивын «тормош тәжрибәһен бәхетле {{comment|йотоу|поглощение}}» тип ҡылыҡһырлаған. Яҙыусының бөтә танылған әҫәрҙәрендә тормош ҡыуанысы хәл иткес роль уйнай. Моген шулай уҡ Брэдбери биографияһында ла: әҫәрҙәренең жанрын һәм формаһын һайлауында, баҫмаларының күп төрлөлөгөндә быны тойомлай. Уның бала саҡ йәки Уолт Уитмен йәки Уильям Батлер Йейтс кеүек хыялланыусы шағирҙар биргән тәьҫораттарын, әҫәрҙәренең исеменә күҙ һирпеп кенә, бындай һығымтаны яһауы ауыр түгел {{sfn|Heller|2006|с=305}}.
 
Моген Брэдбери әҙәбиәтендә кешелеккә, кешеләрҙең киләсәктә «рухи яҡтан яңынан тыуыуы һәм яңы һәм әлегә асылмаған үрҙәргә юл аса алыуына» өмөт барлығы тураһында әйтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Брэдбери ижадында «ҡараңғы яҡ та» бар, бында яҙыусы уҡыусыны («Октябрь иле» менән «ҡурҡыта», 1955 йыл), йә киләсәктең ҡурҡыныс донъяларын һүрәтләй (төп миҫал — «Фаренгейт буйынса 451 градус»). «Бәпембәнән яһалған шарап» романында бындай үҙенсәлек юҡ, унда Грин Таун — әкиәти һәм ҡояшлы ҡаласыҡ. Брэдбери кешелек яуызлыҡ ҡылырға һәләтле булғанын яҡшы аңлай, әммә киләсәктә уның ниндәйҙер {{comment|тәжрибәгә таянмағанлығын|Трансценде́нтность}} да аңлай; бындай фекерҙе, кешелек бер ваҡыт хоҙайға оҡшаш булыр, тип һанаған америка романтизмының күп вәкилдәре: Уолт Уитмен, Ральф Уолдо Эмерсон һ. б. үҫтергән. Брэдбери үҙе, кешеләр, бер саҡ беҙҙең донъябыҙҙы юҡ итерлек һәләкәтле технологияларға аҙыраҡ иғтибар итергә тейеш, тип һанап, Кешелектең хәҙерге хәле тураһында тиҫкәре фекерҙә булған{{sfn|Heller|2006|с=306}}.
 
{{comment|«Бөтә изгеләрҙән элгәре»|«Канун всех святых»}} ({{lang-en|The Halloween Tree}}, 1972) повесында, балалар өсөн үҙенсәлекле әкиәттә, Моген билдәләнгән проблеманы, «үлемдән ҡурҡҡан {{comment|күҙ алдына килтереү|воображение}}ҙең фалижы» тип атап, айыра. Моген фекеренсә, бындай проблема Брэдбериның башҡа әҫәрҙәрендә лә, шул иҫәптән «Фаренгейт буйынса 451 градус» романында ла урын алған. Шулай итеп, автор һәр бер уҡыусыға тышҡы факторҙар баҫымы аҫтында үҙенең күҙ алдына килтереүен һаҡларға ярҙам итергә тырышҡан. Кешеләр, үҙ ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янауы менән осрашҡан теге йәки был осраҡта, террор ҡорбанына әүерелә, уларҙа йыш ҡына мәғәнәһеҙ власҡа эйә булыу һәм башҡалар өсөн тәртип урынлаштырыу теләге барлыҡҡа килә{{sfn|Heller|2006|с=306}}.
172 юл:
{{cite web|url=http://www.raybradbury.com/books/books.html|title=Books|publisher=raybradbury.com|lang=en|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6bTdR8W?url=http://www.raybradbury.com/books/books.html|archivedate=2013-02-01}}</ref>, шуларҙан киң популярлыҡ алғандары: «Марсиан хроникалары» (1950), «Фаренгейт буйынса 451 градус» (1953) һәм «Бәпембәнән яһалған шарап» (1957). Яҙыусы шулай уҡ 21 пьеса һәм 28 кинофильм сценарийҙары яҙған<ref name='Books' />.
 
Яҙыусы әҙәби әҫәрҙәренең күпселеген хикәйә жанрында яҙған. Хәҙерге көнгә уның хикәйәләренең<ref name="newstube" /> 400 билдәле, уларҙың күбеһе күп кенә йыйынтыҡтарҙа  — ҡырҡ ете баҫмала сыға. Ҡайһы бер йыйынтыҡтары компиляция формаһында, йыш ҡына уларҙа элек баҫылғандары һәм бер-ике яңы әҫәре, сыҡҡан. Ҡайһы бер билдәле әҫәрҙәре: «Яғымлы ямғыр яуыр» (1950), «Иртәгә ахырызаман» (1951), «Һәм күк күкрәне» (1952), «Бер көндә бөтә йәй» (1954) һ. б. Бер нисә хикәйәһе ҙурыраҡ әҫәрҙәренән элегерәк яҙылған, мәҫәлән, {{comment|«Янғын һүндереүсе»|«Пожарный»}} хикәйәһен «Фаренгейт буйынса 451 градус» романына нигеҙ тип һанарға мөмкин<ref>[http://raybradbury.ru/library/novels/f451/ Рэй Брэдбери. RU, 451 градус по Фаренгейту]</ref>. Ҡайһы бер хикәйәләре бер әҫәрҙән икенсеһенә күсеп йөрөгән йә тематика, йә геройҙар менән бәйле цикл барлыҡҡа килтерә.
 
Брэдбери прозаһын рус теленә: Виталий Тимофеевич  Бабенко, Нора Галь, {{comment|Л. Л. Жданов|Лев Львович}}, Дмитрий Анатольевич  Жуков, Белла Григорьевна  Клюева, Раиса Ефимовна  Облонская, Е. С. Петрова, {{comment|М. А. Пчелинцев|Михаил Алексеевич}}, {{comment|Т. Н. Шинкарь|Татьяна Николаевна}} тәржемә иткән.
 
== Наградалары, премиялары һәм {{comment|дәртләндерелеүе|поощрения}} ==
185 юл:
* 2007 йыл — Рэй Брэдбери Пулитцер премияһының {{comment|исеме айырым аталыуға лайыҡ|особого упоминания}} лауреаты<ref name="pulitzer" />, һәм был премия уға шундай формулировка менән бирелгән: «Уның фәнни фантастика һәм фэнтези жанрында бөйөк, емешле һәм әҙәбитәкә тәрән йоғонто яһаған {{comment|тиңе булмаған|непревзойдённый}} автор карьераһы өсөн {{comment|исеме айырым аталыуға лайыҡ|особого упоминания}} лауреаты»<ref name="pulitzer" />.
* Рэй Дуглас Брэдбери — Уиттьер (штат Калифорния) колледжының почётлы әҙәбиәт докторы<ref name="vz" /> и почётный доктор {{нп3|Университет Вудбери|Университета Вудбери||Woodbury University}}.
* 2000 йылдың 11 ноябрендә 1992 йылдың 24 февралендә Spacewatch проекты сиктәрендә Китт-Пик Милли обсерваторияһында асылған ''(9766) Bradbury'' [[астероид]]ына Рэй Брэдбери исеме бирелгән<ref>[https://minorplanetcenter.net/iau/ECS/MPCArchive/2000/MPC_20001111.pdf Циркуляры малых планет за 11 ноября 2000 года] — в документе надо выполнить поиск [[Циркуляр малых планет|Циркуляра]] № 41570 (M.P.C. 41570)</ref>.
* 2012 йылдың 22 авгусында үткән NASA Реактив хәрәкәт Лабораторияһы конференцияһында марсоход MSL [[Curiosity]] төшкән урынға ошо көндә 92 йәше тулған булырға тейешле фантаст Рэй Брэдбериға, «Марсиан хроникалары» авторына, арнап — Bradbury Landing тигән исем ҡушыу ҡарары ҡабул ителә. «Ул Марста йәшәү мөмкинлеген беренсе булып күҙалланы», — тине MSL фәнни программа директоры Майкл Майер (Michael Meyer)<ref>[http://news.rambler.ru/15214069/ Марсоход «Кьюриосити» успешно прошел тест-драйв]</ref>.
* Рэй Брэдбери исеме менән Марстағы Bradbury кратеры аталды (атаманы 2015 йылдың 15 октябрендә Халыҡ-ара астрономия союзы раҫланы)<ref>[http://planetarynames.wr.usgs.gov/Feature/15432 Planetary Names: Crater, craters: Bradbury on Mars]</ref>.
195 юл:
* 1966 йылда француз режиссёры Франсуа Трюффо шул уҡ исемле роман буйынса «Фаренгейт буйынса 451 градус» фильмын төшөргән<ref>{{cite web|url=http://www.imdb.com/title/tt0060390/|title=451 градус по Фаренгейту (1966)|publisher=IMDb|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6bUMWX0?url=http://www.imdb.com/title/tt0060390/|archivedate=2013-02-01}}</ref>.
* Брэдбериҙың бер нисә әҫәре 1979 йылдан алып 1990 йылға саҡлы «Был фантастик донъя» телеспектаклдәр серияһында сығарылған.
* 1983 йылда Уолт Дисней студияһы (режиссёр Джек Клейтон) «Ниндәйҙер ҡурҡыныс килер» (''Something Wicked This Way Comes'') романын экранлаштырған, сценарийҙы Брэдбери үҙе яҙған<ref name='sm'>{{cite web|url=http://www.imdb.com/title/tt0086336/|title=Something Wicked This Way Comes (1983)|publisher=IMDb|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6bV5xVG?url=http://www.imdb.com/title/tt0086336/|archivedate=2013-02-01}}</ref>. «Тап шулай яуызлыҡ килә» фильмы: 1984 йылда иң яҡшы сценарий өсөн һәм фэнтези жанрындағы иң яҡшы фильм өсөн (бынан тыш тағы биш номинация ла алған) ике тапҡыр «Сатурн» кинопремияһына лайыҡ була<ref name='sm' />.
* 1985 йылда Альгимантас Пуйпа «Электрон өләсәй» тигән фильм төшөрә.
* 1985 йылдан 1992 йылға тиклемге осорҙа яҙыусының күп хикәйәләре экранлаштырылған «Рэй Брэдбери театры» тигән телесериал төшөрөлгән һәм күрһәтелгән<ref name='Theater'>{{cite web|url=http://www.imdb.com/title/tt0088591/|title=Театр Рэя Брэдбери (1985–1992)|publisher=IMDb|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6bVm7ga?url=http://www.imdb.com/title/tt0088591/|archivedate=2013-02-01}}</ref>. Всего было отснято 65 мини-фильмов и выпущено 6 сезонов<ref name='Theater' />. Брэдбери үҙе продюсер һәм сценаристарҙың береһе ролендә сығыш яһаған, шулай уҡ төшөрөү процесында һәм актёрҙар һайлауҙа ҡатнашҡан. Бынан тыш, автор һәр серия башында, хикәйәнең инеш өлөшөн оҙатып, үҙен танытҡан һәм ҡайһы бер сәхнәләрҙә ҡатнашҡан.
* 1984 йылда — Рэй Брэдбериҙың шул уҡ исемле ахырызамандан һуң барған ваҡиғаларға бағышланған хикәйәһе мотивы буйынса «Үзбәкфильм» студияһында режиссёр Назим Туляходжаев төшөргән «Йомшаҡ ямғыр яуыр» йәнһүрәте<ref>{{cite web|url=http://www.animator.ru/db/?p=show_film&fid=4788|title=Будет ласковый дождь|publisher=Аниматор.ру|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6g6gzuB?url=http://www.animator.ru/db/?p=show_film|archivedate=2013-02-01}}</ref>.
* 1987 йылда Назим Туляходжаев Брэдбериның бер нисә: «Вельд», «Бәпембәнән яһалған шарап», «Йәйәүле», «Аждаһа», «Марионетка корпорацияһы» хикәйәләренә нигеҙләнеп, «Вельд» фильмын төшөрә <ref>{{cite web|url=http://www.imdb.com/title/tt0201300/|title=Veld (1987)|publisher=IMDb|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6gnmNa1?url=http://www.imdb.com/title/tt0201300/|archivedate=2013-02-01}}</ref>. Сюжет фильма, однако, сильно отличался от авторского оригинала<ref>[http://raybradbury.ru/video-stage/video/the_veldt/ «Вельд», Киностудия «Узбекфильм», 1987]</ref>.
* 1989 йылда режиссёр Владимир Самсонов Рэй Брэдбериның шул уҡ исемле хикәйәһе буйынса «Бында юлбарыҫтар булыуы мөмкин» йәнһүрәтен төшөрә<ref>{{cite web|url=http://www.animator.ru/db/?p=show_film&fid=5092|title=Здесь могут водиться тигры|publisher=Аниматор.ру|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6goRGyn?url=http://www.animator.ru/db/?p=show_film|archivedate=2013-02-01}}</ref>.
* 1993 йылда {{comment|«Бөтә изгеләр алдынан»|«Канун всех святых»}} повесы буйынса «Байрам ағасы» йәнһүрәте төшөрөлгән<ref>{{cite web|url=http://www.imdb.com/title/tt0191173/|title=The Halloween Tree (1993)|publisher=IMDb|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6gpE5Ey?url=http://www.imdb.com/title/tt0191173/|archivedate=2013-02-01}}</ref>.
* 1997 йылда Игорь Апасян шул уҡ исемле повесть буйынса дүрт сериялы «Бәпембәнән яһалған шарап» фильмын ҡуйған<ref>{{cite web|url=http://www.imdb.com/title/tt0115412/|title=Вино из одуванчиков (1997)|publisher=IMDb|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6gpuMhf?url=http://www.imdb.com/title/tt0115412/|archivedate=2013-02-01}}</ref>.
* 2001 йылда Роман Пучков «Марсиан хроникалары» (Үлек миҙгел) романы мотивтары буйынса создал мультфильм «The Neon Life» (Неон тормош) йәнһүрәтен төшөргән<ref>[http://www.animator.ru/db/?p=show_film&fid=5969 «The Neon Life» 2001]</ref>.
* 2005 йылда Рэй Брэдбериның шул уҡ исемле хикәйәһе буйынса режиссёр Питер Хайамс төшөргән «Һәм күк күкрәне» фильмы экрандарға сыға <ref>{{cite web|url=http://www.imdb.com/title/tt0318081/|title=A Sound of Thunder (2005)|publisher=IMDb|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6gqUVXG?url=http://www.imdb.com/title/tt0318081/|archivedate=2013-02-01}}</ref>.
* 2015 йылда {{comment|«Билдәләнгән сәғәт»|«Урочный час»}} әҫәре мотивтары буйынса «Шыбырлау» телесериалы төшөрөлгән.
* 2018 йылда режиссёр Рамин Бахрани (Ramin Bahrani) «Фаренгейт буйынса 451 градус» фильмын ҡуя.
 
=== Ижады буйынса музыкаль әҫәрҙәр ===
* 1972 йылда Элтон Джон һәм Берни Топин «Космонавт» хикәйәһе мотивы буйынса «The Rocket Man» йырын яҙа <ref>{{cite web|url=http://www.songfacts.com/detail.php?id=2892|title=Rocket ManbyElton John|publisher=songfacts.com|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6gr9jEB?url=http://www.songfacts.com/detail.php?id=2892|archivedate=2013-02-01}}</ref>.
* 1989 йылда совет «Горизонт» прогрессив-рок-төркөмө үҙенең «Малай портреты» альбомына «Фаренгейт буйынса 451 градус балетынан фрагмент — Гай Солоһы» композицияһын индергән<ref name='mus'>{{cite web|url=http://rockyou.kiev.ua/bayky/item-10388.html|title=Рей Бредбери и рок-музыка|publisher=rockyou.kiev.ua|archiveurl=https://www.webcitation.org/6E6gs29bc?url=http://rockyou.kiev.ua/bayky/item-10388.html|archivedate=2013-02-01}}</ref>.
* 2004 йылда «Арда» рәсәй метал-төркөмө Рэй Брэдбериның шул уҡ исемле хикәйәһенә арналған {{comment|«Мәңгелек күсеүҙәр һәм ер тураһында»|«О скитаниях вечных и о земле»}} дебют альбомын яҙҙырған<ref name='mus' />.